Төлкө
Төлкө | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Vulpes vulpes (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Төлкө (лат. Vulpes vulpes; төр. tilki) — эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек[1]. Төлкө һөтимәр хайуан. Оҙонлоғо 60-90 см, ҡойроғо 40—60 см, ауырлығы 6—10 см. Төлкө ҡыҙыл төҫтә була.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 23062 |
Урманлы далала, далала йәшәй. Төрлө аҙыҡ менән туҡлана. Тәүлек буйы, бигерәк тә кисен әүҙем.
Тороғоу ваҡыты — ғинуар-март. Йөклөлөк ваҡыты 52-56 көн, 4-6 бала килтерә, һирәк кенә — 12. Көҙөн ғаилә тарҡала, төлкө ояһын ташлап берәҙәк йөрөй.
Урманда йәшәгән төлкөнөң ғүмере ҡыҫҡа, өс йыл тирәһе генә, һирәк осраҡтарҙа ете йыл йәшәүе мөмкин. Кеше ҡарап үҫтергән төлкөләрҙең 25-әр йылға тиклем йәшәүҙәре мөмкин.
Төлкө ғаиләһе
үҙгәртергәТөлкө йәйен өңөндә йәшәй. Балаларын инә һәм ата төлкө бергәләп тәрбиәләй. Тәүҙә улар балаларына үлтерелгән хайуандарҙы, ә унан яраланған, ә аҙаҡ тере хайуандарҙы алып ҡайта. Шулай итеп, оло төлкөләр балаларын табышты үҙҙәренә ауларға өйрәтә. Көҙөн ғаиләләр тарҡалғас, ҡыш көнө яңғыҙ тереклек итә башлай. Улар сысҡан һәм умыртҡалы хайуандар менән туҡлана.
Таралыуы
үҙгәртергәТөлкө киң таралған: бөтә Европа, Төньяҡ Африка (Мысыр, Алжир, Марокко, төньяҡ Тунис), Азияның ҙур өлөшө (төньяҡ Һиндостан, көньяҡ Ҡытай). Төньяҡ Америкала арктик зонанан алып Мексика ҡултығы ярҙарына тиклем. Төлкө Австралияла климатлаштырыла.
Халык әйтһә, хаҡ әйтә…
үҙгәртергә- Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне.
- Эт алған төлкөлә һын булмаҫ.
- Төлкө ҡойроғо менән, түрә бойороғо менән.
- Туҡал ҡатын төлкө булыр, уны алған көлкө булыр.(Туҡал ҡатын - көндәштәрҙең иң кесеһе).
- Ҡарт төлкө (хәйләкәр кешегә әйтәләр)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |