Молдавия кенәзлегенә нигеҙ һалыу

Молдавия кенәзлегенә нигеҙ һалыу (румын Descălecatul Moldovei) — Молдавия тарихында 1350 һәм 1401 йылдар арауығындағы осор, ул ваҡытта Сирет һәм Днестр йылғалары араһы региональ державаларҙың әүҙем ярышыу объекты булып китә. Ул осорҙағы региональ державалар булып Венгрия короллеге, Польша һәм Алтын Урҙа империяһының көнсығыш яғында көн иткән күсмә тормош алып барған төрки-монгол халыҡтары һанала.

Шул уҡ ваҡытта кенәзлектәр ерҙәрен тулыһынса тиерлек яртылаш күсмә тормош алып барған роман телле малсы валахтар, уларҙан әҙерәк күләмдә булған русиндар баҫып алалар. Валахтар һәм русиндар ҡушылыу һөҙөмтәһендә хәҙерге молдавандар барлыҡҡа килгән. Һүҙ уңайынан, Сирета һәм Прут йылғалары араһында һәр яғы килгән европалы хужалыҡ итеүҙең тәүге эҙҙәрен көнсығыш славян — тиверҙар ҡалдырған, әммә күсмә төрки ҡәбиләләренең ябырылыуҙары уларҙың хужалыҡ усаҡтарын емерә йәки уларҙы көнбайышҡа күсенергә мәжбүр итә, һәм улар унда валахтар менән ҡушылышып бөтәләр. Беренсе тулҡын ғосмандары менән көрәште венгрҙар уңышлы башлай, көрәшкә улар урындағы валах вассалдарын йәлеп итәл, шулай ҙа, уларҙың күҙгә күренеп торған дөйөм дошманы булһа ла, тел һәм дин мәсьәләләрендә күп кенә бәхәстәре була.

Венгр маркаһы

үҙгәртергә

XIV быуатта Алтын Урҙа бөлгөнлөккә төшә. 1340-сы йылдар уртаһында венгрҙар Алтын Урҙа ғәскәрҙәрен ҡыйраталар һәм Молдова йылғаһы бассейны венгр королдәре хакимлығы аҫтында ҡала. Венгрҙар был территория менән валах наместниктары ярҙамында идара итәләр. Улар араһында иң беренсеһе Марамуреш воеводлығынан Драгош Водэ була, уның исеме менән ғәҙәттә Молдова дәүләтенең барлыҡҡа килеүен бәйләйҙәр. 1351 йылдан алып 1353 йылға тиклем ике йыл дауамында ул хакимлыҡ итә һәм венгр короленең вассалы булараҡ маркграф була[1]. Уның бойороғо буйынса, Драгош ғәскәре менән Прут һәм Днестр араһына юл тота, монголдарҙы ҡыйрата һәм уларҙы Днестр аръяғына ҡыуып сығара. Шулай итеп, ул хәҙерге Бессарабия ерҙәрен марка составына индерә[1]. Драгошты уның улы Сас (1354—1358) алмаштыра, һуңынан уның ейәне Балк килә, ул йылдан саҡ ҡына кәмерәк осор идара итә.

Кенәзлектең артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

1359 йылда әле генә ойошторолған кенәзлеккә Венгрия короле Лайош I менән һүҙгә килешкән Богдан I килә. Эш шунда була: венгрҙар, католицизмды һәм латин алфавитын ҡабул итеп, көндән-көн күберәк немец феодалдары менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерәләр. Венгрия элитаһы православиеға ҡаршы актив позиция тота башлай, славяндарҙы һәм валахтарҙы тулыһынса ассимиляцияға дусар итеү сәйәсәтен алып бара.

Богдан I Балкты тәхеттән, венгрҙарға лояль ҡарашта булған өсөн, төшөрә һәм венгр хакимлығына ҡаршы бола башлай. Прут һәм Днестр йылғалары араһына валахтар Трансильваниянан күсенә башлай, уларға венгр феодалдарының баҫым яһауы оҡшамай. Венгрҙарҙың сағыштырмаса аҙ һанлы булыуҙары һәм Карпаты аръяғында ятҡан венгр ерҙәренең төп массивы сағыштырмаса алыҫ ятыуы менән файҙаланып, Богдан I үҙенең сәйәсәтен дауам итә. Венгриянан азат булыу өсөн молдавандарҙың көрәше 1365 йылға тиклем бара һәм Венгрия короле Молдавия кенәзлеген таныуы менән тамамлана. Кенәзлектең беренсе баш ҡалаһы — Сирет ҡалаһы. Крайға яңы православныйҙарҙың ағымы ХV быуат аҙағына тиклем дауам итә.

ХIV быуат аҙағында әле нығынып бөтмәгән Молдавия кенәзлеге менән электән Ҡара диңгеҙгә юл асырға теләгән католик Польша ҡыҙыҡһына башлай. Үҙенең шәхсән ҡомһоҙ уйҙарынан сығып, Богдан Лацконың улы 1370 йылда католицизмды ҡабул итә, әммә уның өҫтөнлөгөн кенәзлек кешеләре аңламайҙар, улар православие традицияларына тоғро ҡалалар. Александр Мәрхәмәтле (Добрый) осоронда илдә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоҡ урынлаша. Был хаким Валахия менән Молдавия араһында сик булдыра, кенәзлектең валахтарҙыҡына оҡшаған административ структураһын ойоштора, шулай уҡ кенәзлектең стратегик хәле менән файҙаланып, сауҙаны үҙ контроле аҫтына ала.

1401 йылда бөлөп барған Византия империяһының Константинополь Патриархы оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң Иосифты Молдавия кенәзлеге митрополиты итеп таный. Был ваҡытҡа кенәзлектең эске структураһы үҙенең ҡоролошон тамамлай. Был хәл молдавандарға 1420 -се йылдарҙағы төрөк ябырылыуҙарынан һуң ғосман хакимлығының оҙайлы дәүерен еңелерәк үткәрергә форсат бирә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Молдавия кенәзлегенә нигеҙ һалыу тураһында легенда

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Мохов Н. А. Формирование молдавского народа и образование Молдавского государства. — Кишинёв, 1959.