Инфля́ция (лат. inflatio «күбеү») — тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың дөйөм кимәле күтәрелеүе[1].

Инфляция
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә Макроиҡтисад һәм финансовая экономика[d]
Ҡапма-ҡаршыһы дефляция[d]
 Инфляция Викимилектә
2022 йылда донъяла инфляция кимәле

Инфляция ваҡытында тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтары даими арта бара, бер үк аҡсаға уларҙы элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ һатып алып була[2]. Асылда, аҡсаның һатып алыу һәләте кәмей, уның ҡиммәте арзаная[2][3]. Аҡсаның арзанайыуы баҙар иҡтисадында хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә. Хужалыҡ итеүҙең административ-команда системаһында аҡсаның арзанайыуы хаҡтар үҫеүенә килтермәүе лә ихтимал, әммә ул ваҡытта тауар дефициты күҙәтелә[4].

Инфляция оҙайлы, тотороҡло процесс булараҡ ҡарала. Инфляция бөтә хаҡтарҙың да бер ваҡытта күтәрелеүен аңлатмай, сөнки айырым тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың түбәнәйеүе йәки үҙгәрешһеҙ ҡалыуы ихтимал. Хаҡтарҙың дөйөм кимәле, йәғни ВВП дефляторы[2] үҫеүе инфляцияға килтерә.

Инфляция сәбәптәре

үҙгәртергә

Иҡтисад фәнендә инфляцияның түбәндәге сәбәптәре билдәләнә:[5][6]

  1. Дәүләтттең үҙ сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса эмиссияһын индерәүе, тауар әйләнеше ихтыяжынан күберәк булған аҡса күләмен арттырыуы инфляцияға килтерә. Хәрби хәрәкәттәр йәки иҡтисади көрсөк осоронда айырыуса сағыу күренә.
  2. Банктар тарафынан ҡуланыусыларҙы күпләп кредитлау иҫәбенә әйләнештәге аҡса күләмнең артыҡ күбәйеүе инфляцияға килтерә. Был бигерәк тә тауар менән тәьмин ителмәгән валюта эмиссияһы иҫәбенә эшләнгәндә һиҙелә.
  3. Эре, айырыуса сеймал тармаҡтарындағы, компанияларҙың, етештереү сығымдарын һәм тауар хаҡын үҙ аллы билдәләү монополияһы йыш ҡына инфляцияға килтерә.
  4. Профсоюздарҙың эш хаҡын кәметеүҙе сикләү монополияһы дөйөм сығымдарҙың артыуына һәм инфляцияға килтерә.
  5. Милли етештереүҙең реаль күләменең кәмеүе, әйләнештәге аҡса күләменең шул хәлдә ҡалған осраҡта, хаҡтарҙың артыуына килтерә. Сөнки тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең аҙыраҡ күләменә элекке аҡса күләме тура килә.
  6. Әйләнештәге аҡса күләменең тотороҡло осоронда дәүләттең яңы һалымдар, пошлиналар, акциздар индереүе йәки арттырыуы хаҡтарҙың артыуына килтерә.

Инфляцияны үлсәү ысулдары

үҙгәртергә

Ҡулланыусылар хаҡтары индексы

үҙгәртергә

Инфляцияны үлсәүҙең иң киң таралған ысулы булып ҡулланыусылар хаҡтары индексы (ИПЦ) тора. Ул алдан билдәләнгән тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар кимәлен даими күҙәтеү аша иҫәпләнә. Билдәләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр исемлеге ҡулланыусылар кәрзине тип атала. Ҡулланыусылар кәрзиненең дөйөм хаҡы үлсәнә һәм алдағы осорға ҡарата үҙгереү индексы билдәләнә.

Рәсәйҙә Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте инфляция кимәлен даими күҙәтә, ҡулланыусылар хаҡтары индексын иҫәпләй һәм рәсми баҫтырып сығара[7]. Рәсми индекстар йыш ҡына кешеләр мәнфәғәтендә төҙәтеү коэффициенттары булараҡ, мәҫәлән, компенсация, зыян күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла.

Был индекстан тыш, шулай уҡ ҡулланыусылар хаҡтарының база индекстары (БИПЦ) ла иҫәпләнә. База инфляцияһы индексы ҡулланыусылар хаҡтары индексына инә. Был индекс хаҡтарҙың административ, осраҡлы ваҡиға, миҙгел йоғонтоһо аҫтында хаҡтарҙың ҡыҫҡа осорҙа киҫкен үҙгәрештәренән тыш иҫәпләнә[8]. БИПЦ ғәҙәти ИПЦ кеүек, үк шул уҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр кәрзине өсөн иҫәпләнә. Әммә, хаҡтарҙың ваҡытлыса үҙгәреүенә йоғонтоло тауарҙар һәм хеҙмәттәр иҫәпкә алынмай.

Башҡа индекстар

үҙгәртергә

Ҡулланыусылар хаҡтары индексынан тыш инфляцияны иҫәпләүҙең башҡа ысулдар ла бар. Ҡағиҙә булараҡ, бер нисә төп ысул ҡулланыла:

  • Етештереүселәр хаҡтары индексы — дистрибуцияның өҫтәмә хаҡын һәм һатыу һалымдарын иҫәпкә алмайынса етештереүҙең үҙҡиммәте үҙгәреүен сағылдыра.
  • Йәшәү сығымдар индексы — килемдәрҙең һәм сығымдарҙың үҫеш балансын иҫәпкә ала.
  • Активтар хаҡы индексы — акцияларҙың, күсемһеҙ милектең, заем капиталы хаҡтары үҙгәреүен күрһәтеүсе индекс.
  • ВВП дефляторы - бер төрлө тауарҙар төркөмөнә хаҡтарҙың үҙгәреүе булараҡ иҫәпләнә.
  • Милли валютаның һатып алыу һәләте паритеты һәм валюталар курсы үҙгәреүен күрһәтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Что такое инфляция | Банк России. www.cbr.ru. Дата обращения: 15 август 2020. Архивировано 12 август 2020 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. Горшенина Е.В. Инфляция // Экономические исследования. — 2017. — № 4.
  4. Латов Ю., Преображенский Д. Инфляция // Энциклопедия «Кругосвет».
  5. Семенихина В. А., Крючков С. А. Экономическая теория: макроэкономика: Учебное пособие. — Новосибирск: НГАСУ, 2003.
  6. Архипов и др. Экономика. — 3. — 2009. — С. 337. — 839 с. — ISBN 9785392003617.
  7. Росстат сайтында «Хаҡтар һәм инфляция» бүлеге.  (рус.)
  8. Росстат. Дата обращения: 5 май 2020. Архивировано 16 апрель 2020 года. 2020 йыл 16 апрель архивланған.
  • В. Кизилов, Гр. Сапов. Инфляция и её последствия / под ред. Е. Михайловской. — М.: Центр «Панорама», 2006. — 146 с. — ISBN 5-94420-025-1.
  • Семёнов В. П. Инфляция: метрика причин и следствий. — 1-е изд. — М.: Российская экономическая академия им. Г. В. Плеханова, 2005. — 383 с. — ISBN 5-94506-120-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә