Викидатала элемент юҡ

Риф — башҡорт ир-ат исеме, башҡа мосолман халыҡтарында ла ҡулланыла.

Этимология

үҙгәртергә

Риф башҡорт теленә неологизм булараҡ 1930 йылдарҙа килеп ингән, Рев (революция) исеменең үҙгәртелгән варианты булыуы ихтимал[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Мифтахов Риф Фәйзрахман улы (17 сентябрь 1939 йыл — 22 апрель 2020 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе. 1976 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1970 йылдан — Журналистар союздары, 1997 йылданБашҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).

Тойғонов Риф Ғәлим улы (псевдонимы — Тойғон; 24 октябрь 1946 йыл — 8 ғинуар 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, 20122014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе.

Арыҫланов Риф Хәмит улы (14 июнь 1968 йыл) — журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).

Ғәбитов Риф Фәтих улы (5 декабрь 1952 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. 20002004 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).

Рәимов Риф Мөхсин улы (30 декабрь 1904 йыл — 15 февраль 1953 йыл) — Башҡортостандың дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге башҡорт совет тарихсыларының береһе, тарих фәндәре докторы (1950). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Әхмәҙиев Риф Барый улы(13 февраль 1954 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 20132018 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы[2]. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Ҡыйғы районының почётлы гражданы

Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы (9 декабрь 1955 йыл) — хәрби хеҙмәт ветераны, авиация генерал-майоры (2003). Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, Тажикстандағы тыныслыҡ миссияһында һәм Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Рәсәй Геройы (2001).

Абдуллин Риф Мөҙәрис улы (1 ғинуар 1948 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 19992002 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған рәссамы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1994).

Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы (14 май 1958 йыл — 14 ноябрь 2009 йыл) — Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһын ойоштороусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры. ЮНЕСКОның милли спорт төрҙәре буйынса кәңәшсеһе.

Әйүпов Риф Сәлих улы (2 сентябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Гәрәев Риф Рәхим улы (рус. Гареев Риф Рахимович; 24 февраль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре, 19851989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, БАССР министры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Сәйфуллин Риф Ғәли улы (4 октябрь 1949 йыл) — театр актёры. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).

Сөләймәнов Риф Сафа улы (9 июнь 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-музыка белгесе‑фольклорсы. 1986 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).

Сәйетгәрәев Риф Рәйес улы (23 август 1960 йыл — 18 июнь 1996 йыл) — СССР һәм Рәсәй спидвей спортсыһы, мотоциклда уҙышыусы. Мотоуҙыш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Шәхси һәм команда зачетында СССР һәм Рәсәй чемпионы, үләндә үткәрелгән спидвейҙа Европа чемпионы.

Вахитов Риф Хәйрулла улы (рус. Вахитов Риф Хайруллович) (4 сентябрь 1940 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Зарипов Риф Әхмәтнур улы (рус. Зарипов Риф Ахматнурович) (25 март 1947 йыл) — комсомол, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Мандат комиссияһы ағзаһы.

Хисаметдинов Риф Мотиҡ улы (рус. Хисаметдинов Риф Мутигович) ( 3август 1936 йыл, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы — 14 июнь 2004 йыл) — педагог, партия эшмәкәре, комсомол етәксеһе. ВЛКСМ-дың XIV съезы делегаты.

Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы (15 октябрь 1936 йыл) — удмурт тел белгесе-диалектолог, шағир-тәржемәсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Оло Барьерлы риф - донъялағы иң ҙур мәрйен рифы.

Мәрйен рифтары - һыуҙан эзбизты эшкәртеп алырға һәләтле мәрйен (коралл) полиптары һәм башҡа төр һыу үҫентеләре колониялары барлыҡҡа килтергән эзбиз геологик структуралар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ