Зарипов Риф Әхмәтнур улы
Зарипов Риф Әхмәтнур улы (рус. Зарипов Риф Ахматнурович; 25 март 1947 йыл) — ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. 1991—2012 йылдарҙа «”Нефтекама” теплица комбинатын төҙөү дирекцияһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры.
Зарипов Риф Әхмәтнур улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 март 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Киҫәкҡайын, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Мандат комиссияһы ағзаһы.
Биографияһы
үҙгәртергәРиф Әхмәтнур улы Зарипов 1947 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1963 йылда Яңауыл районы «Ленин юлы» колхозында башлай. Юғары һөнәри белем алғас, ошо уҡ колхозда баш ветеринар врач булып эшләй. 1973—1983 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Яңауыл райкомының беренсе секретары, «Ленин юлы» колхозының партком секретары. 1983—1990 йылдарҙа Чапаев исемендәге колхоз рәйесе. 1990—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Яңауыл район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1991 йылдан «Нефтекама» теплица комбинаты директоры. [1]
Яңауыл районындағы 277-се Айбүләк һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Мандат комиссияһы ағзаһы.[2]
2006 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә, ә быға тиклем республиканың иң юғары бүләге һаналған Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004)
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1978)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ Мы гордимся Вами... Риф Ахматнурович Зарипов. КИСАК-КАИНСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА. Официальный сайт. 2022 йыл 25 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2022)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 12 созыв (БАССР)
- Мы гордимся Вами... Риф Ахматнурович Зарипов. КИСАК-КАИНСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА. Официальный сайт. 2022 йыл 25 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2022)