Оло Барьерлы риф

донъялағы иң ҙур мәрйен рифы

Оло Барьерлы риф — донъялағы иң ҙур мәрйен рифы[1][2]. Австралияның төньяҡ-көнсығышы буйлап 2500 км һуҙылған һәм 344 400 км² майҙанды биләгән Мәрйен диңгеҙендәге теҙемдә барлығы 2900 ашыу айырым мәрйен рифтары[3] һәм 900 утрау иҫәпләнә[4][5][6].

Оло Барьерлы рифтың космостан күренеше
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 154
рус.англ.фр.

Оло Барьерлы риф тере организмдар менән барлыҡҡа килтерелгән иң ҙур тәбиғи объект булып тора — уны йыһандан күрергә мөмкин[7]. Был рифтың төҙөлөшө миллиардлаған кескәй генә организмдарҙан — мәрйен (коралл) полиптарынан барлыҡҡа килгән[8].

Оло Барьерлы рифта йәшел диңгеҙ гөбөргәйеле йәшәй

Ул Кәзәмөгөҙ тропигынан башланып Австралия менән Яңы Зеландияны айырыусы Торрес боғаҙына тиклем төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр һуҙыла. Оло Барьерлы рифтың майҙаны Бөйөк Британия майҙанынанда ҙурыраҡ[9]. Уның киңлеге төньяҡ өлөшендә 2 км яҡын тәшкил итә, ә көньяғында — 152 км[4]. Рифтарҙың күпселеге һыу аҫтында урынлашҡан. Ул төньяҡта материктан 32 км алыҫлыҡта торһа, көньяҡта — 300 км барып етә[9]. Бер нисә рифтар мәрйен утрауҙарға әйләнгәндәр.

Оло Барьерлы риф бик күп төрлө тере организмдарҙың йәшәүенә булышлыҡ итә һәм шуғала 1981 йылда ЮНЕСКО уны Бөтә донъя мираҫы объекты итеп һайлай[1][2]. CNN телеканалы уны ете тәбиғи мөғжизәһенең береһе тип атаған[10].

Рифтарҙың күпселеге Диңгеҙ милли паркы («Great Barrier Reef Marine Park») яҡлауында тора, уның майҙаны 5 миллионов гектарға етә. Милли паркҡа 1979 йылда нигеҙ һалынған, ЮНЕСКОның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[4][9]. Рифтарҙағы туризм төбәк иҡтисадының ҙур өлөшө булып тора һәм йылына $ 3 млрд килем килтерә[11]. 2012 йылдың октяберендә Милли фәндәр академияһы баҫтырып сығарған тикшенереүҙәр буйынса, 1985 йылдан алып Оло Барьерлы риф уны барлыҡҡа килтереүсе мәрйен (коралл) полиптарының яртыһынан күберәген юғалтҡан[12].

Килеп сығышы һәм барлыҡҡа килеү шарттары

үҙгәртергә
 

Оло Барьерлы рифтың хәҙерге үҫеш тарихы 8000 йылға яҡын дауам итә. Иҫке нигеҙҙә һаман да яңы пластар барлыҡҡа килә. Оло Барьерлы риф тотороҡло шельф платформаһы буйлап үҫешкән[9].

Рифты барлыҡҡа килтереүсе мәрйендәр тик йылы, һай, үтә күренмәле диңгеҙ һыуында үҫешә ала. Һыуҙың температураһы 17,5 °C түбән булырға тейеш түгел (идеаль температура 22—27 °C)[9] һәм уның билдәләнгән тоҙлолоғо булырға тейеш.

Рифтарҙы барлыҡҡа килтереүсе мәрйен булып ҡаты мәрйендәр тора, ә рифтарҙың төҙөлөшөн эзбиз һөлдәләре билдәләй.

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә
 
Вертолёт бортынан һыу аҫтындағы рифтар бик яҡшы күренәләр

Рифтың күпселеге 2900 ашыу айырым рифтарҙан тора (үлсәмдәре 0,01 км²-ҙан 100 км²-ға тиклем етә). Айырым рифтар 600-ҙән ашыу утрау барлыҡҡа килтереүсе 540 барьерҙар менән уратып алынған[9].

Оло Барьерлы риф һәм материктың яр буйы араһында лагуна йәйелгән. Лагунаның тәрәнлеге 100 метрҙан һирәк арта. Ә диңгеҙ яғынан риф ипкендәре меңәр метрҙарға ҡырҡа түбәнәйә — был урында ул тулҡындар һәм елдәр тәьҫиренә дусар ителгән.

Лагуна яғында мәрйендәрҙең үҫеүе тиҙ бара, ә тулҡындар бейеклеге һәм температураһы экстремаль билдәләргә еткән урындарҙа рифтар күпселек төҙөлөш материалдарын юғалта. Ирекле йөҙгән материалдарының күбеһе рифтарға үрмәләнәләр һәм яңы ҡаялар барлыҡҡа килтерәләр, шулай итеп рифта бер туҡтауһыҙ емерелеү һәм тергеҙелеү процесстары бара.

Биоценоз

үҙгәртергә
 
 
Күбәләк-балыҡ Chelmon rostratus
 
Күкбалдаҡлы Hapalochlaena lunulata һигеҙаяғының ағыуы бер тешләүҙән кешене үлтерә

Оло Барьерлы риф донъялағы иң ҙур экосистема тип һанала, сөнки ул мәрйен полиптарының колонияһы булып тора. Был экосистеманың үҫеше, материк ярынан алыҫ түгел, һай һәм ҡояш нурҙарына бай булған һыуҙар шарттарына бәйле. Миллион йылдар буйы мәрйен полиптары ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән мәрйен утрауҙары һыу өҫтөнән ҡалҡалар.

Бында 400-ҙән ашыу мәрйен төрҙәре тереклек итә[9]. Уларҙың күпселеге ҡаты мәрйендәр төрҙәренә инә. Был мәрйендәрҙең төҫө ҡыҙылдан һап-һарыға тиклем булыуы мөмкин. Йомшаҡ мәрйендәрҙә осрай, уларҙа эзбиз һөлдә урынына склерит тип аталған ҡаты кристалик структура тора. Склериттан башҡа икенсе ҡаты һәм һығылмалы матдәнән — горгониндан торған горгонарийҙарҙа (Gorgonacea) киң таралғандар. Горгонарийҙарҙың күпселеге асыҡ төҫтәре менән айырыла, киң таралғандары — һары, ҡыҙылдың төрлө төҫмөрҙәре, ҡыҙғылт һарынан көрәнгә тиклем, ҡайһы берҙә аҡ, сирень-пупур төҫтәре. 20 метрҙан тәрәнерәк урында осраған «ҡара мәрйен» тип аталғандар ҙа горгонарийҙарға инә, улар оҙаҡ ваҡыт биҙәүестәр булып ҡулланылған. Диңгеҙ йондоҙоноң Acanthaster planci төрө Оло Барьерлы рифы мәрйендәренең төп дошманы булып тора.

Оло Барьерлы рифта 1500-гә яҡын диңгеҙ балығы төрҙәре тереклек итә[4]. Бындай экосистемаға максималь яраҡлашҡан күмәк осраусы ысын риф балыҡтарының 500-гә яҡын төрө билдәле. Оло Барьерлы рифта донъялағы иң ҙур балыҡ — кит акулаһы, тутыйғош балыҡтарының күп төрҙәре, күбәләк-балыҡтары, муреналар һәм башҡалар йәшәй. Риф һыуҙары тирәләй киттарҙың бер нисә төрө, күп дельфиндар тереклек итә.

Диңгеҙ гөбөргәйеленең ете төрөнән алтыһы рифтың һыуҙарында осрай, уларҙың барыһына ла юҡ булыу ҡурҡынысы янай. Бында тағы ла күп төрлө ҡыҫалаһымаҡтар — крабтар, креветкалар, лангустар һәм омарҙар йәшәй. Хатта бәләкәй генә риф та яҡынса йөҙләгән төр креветкаларға һәм крабтарға йәшәү урыны булып тора. Рифта молюскыларҙа бихисап: харония тритоны, икеҡапҡаслы молюскылар, һигеҙаяҡтар һәм кальмарҙар тереклек итәләр. Күкбалдаҡлы Hapalochlaena lunulata һигеҙаяҡтары ла осрай, үлсәмдәре 15 см-ҙан артмауына ҡарамаҫтан, уның ағыуы бер тешләүҙән кешене үлтерә.

Төрлө диңгеҙ йәшәүселәренән башҡа рифта 240-тан ашыу ҡош төрҙәре төйәкләнә[9]. Континенталь рифтарҙа ҡоштарҙың бик ҙур төркөмдәре (буревестниктар, фаэтондар, фрегаттар и крачкаларҙың төрлө төрҙәре) оя ҡоралар. Тағы ла рифта аҡтүшле бөркөт һәм кәлмәргән осрай.

Шул уҡ ваҡытта утрауҙарҙа үҫемлектәрҙең тик 40 төрө генә асыҡланған[9].

Үҙләштереү тарихы

үҙгәртергә

Оло Барьерлы рифтың мәрйен утрауҙарын кешеләр бынан инде 40 000 йыл элек ҡуллана башлағандар, был ваҡытҡа Австралияға төп халыҡтың ата-бабалары килеп урынлашыуы ҡарай[13][14]. 1768 йылда Луи де Бугенвиль өйрәнеүҙәр экспедицияһы ваҡытында Оло Барьерлы рифты таба, әммә уның территорияһын Францияға индерергә хоҡуғын белдермәй ҡала[15]. 1770 йылдың 11 июнендә Джеймс Куктың карабы рифта һайға ултыра һәм ҙур ғына зыян алған. Һыу күтәрелгән ваҡытта карап һай урындан сыға һәм йөҙөүен дауам итә. Беренсе йәшәүгә килеүселәрҙе Джеймс Кук тип аталғандар, йәки һуңыраҡ улар уның хөрмәтенә исем алғандар. Джеймс Кук төньяҡҡа юлын дауам иткәндә Лизард утрауы янында караптар үтә алырлыҡ урын табалар һәм асыҡ океанға сыға алалар. Ләкин һуңыраҡ был юлды ҡабатлаусы күп караптар бәләгә тарыйҙар. Бигерәк тә беренсе австралиялы колонистары Һиндостан һәм Ҡытай сауҙа ҡалаларына иң тура юл эҙләп бында һәләкәткә тарыйҙар. Моряктар араһында ниндәй маршрут хәүефһеҙерәк тигән бәхәс тыуған: тышҡы — Мәрйен (Коралл) диңгеҙе буйлап риф аша үтеп, эске — материктың яры менән риф араһынан. Оло Барьерлы риф тирәһендә батҡан караптарҙың иң билдәлеһе 1791 йылдың 29 авгусында батҡан HMS Pandora судноһы булып тора. Был һәләкәттә 35 кеше үлгән. 1983 йылда HMS Pandora судноһын өйрәнеү өсөн Австралияның Квинсленд штатының музейы экспедиция ойоштора[16]. 1815 йылда Чарлз Джеффрис беренсе булып карапта материк яғынан Оло Барьерлы риф буйлап үткән. Оло Барьерлы рифтың күп өлөшө ныҡлап тикшеренеп, уның картаһын төҙөгәндән һуң, тик 1840-сы йылдарҙа ғына был маршрут хәүефһеҙерәк була башлаған.

XIX быуатта ғалимдар рифты ентекләп өйрәнә башлайҙар. Ошо уҡ ваҡытта бында етеш тормош эҙләп булдыҡлы кешеләр килеп урынлашалар. XIX быуатта Лондон, Сингапур и Гонконг ҡалаларына Оло Барьерлы рифта табылған ынйылар һәм трепангтар оҙатыла.

 
Акваланг менән һыу аҫтында йөҙөр өсөн туристарға бөтә уңайлыҡтар булдырылған

Хәҙерге ваҡытта Оло Барьерлы рифтың һыу аҫты донъяһын үҙ күҙе менән күрергә мөмкинлек тыуыуы бында бөтә донъянан кешеләрҙе йәлеп итә. Рифтар янынан һыу аҫты донъяһын күҙәтер өсөн ҡулайлаштырылған махсус тәҙрәләре булған бихисап ял итеү суднолары йөҙөп йөрөйҙәр.

 

Хәҙерге заманда Оло Барьерлы риф диңгеҙ паркы тип иғлан ителгән, 1981 йылда ул ЮНЕСКОның «Бөтә донъя мираҫы» исемлегенә индерелгән. Бөтә акватория һәм утрауҙар хәҙер алты зонаға бүленгән. Иң ҡаты зона контроле ғилми тикшеренеүҙәр өсөн һаҡлана. Иң үтмәле зонала балыҡ тотоу, суднолар йөрөү, туризм, мәрйендәр һатыу һәм башҡа тәбиғи байлыҡтар менән уртаса файҙаланыу рөхсәт ителгән.

Оло Барьерлы рифтың экосистемаһы нескә булғанлыҡтан, уның бөтә урынында ла тау эштәре, нефть һәм газ сығарыу, коммерция һыу аҫты һунарсылығы тыйылған.

Туристар тик махсус улар өсөн билдәләнгән утрауҙарға бара алалар. Барыу хаҡтары комфорт тәьмин итеү кимәленә бәйләнгән. Мәҫәлән, Лизард һәм Хеймэн утрауҙары бишйондоҙло ҡунаҡханалар рәтенә ингәнлектән, уларға барыу бик ҡиммәткә төшә, ә бына Уайтсандейз һәм Норт-Молл утрауҙарында махсус билдәләнгән урындарға арзан хаҡҡа палатка ҡорорға мөмкин.

Утрауҙарға килгәс, туристар ҡаты ҡағиҙәләр үтәргә тейештәр. Һыу аҫтында уларға рифтарға тейергә рөхсәт ителмәй.

Янау факторҙары

үҙгәртергә

Тропик ҡойондар мәрйен рифтарының нескә экосистемаһына ҙур зыян килтерәләр. Башҡа тәбиғи факторҙар ҙа зыян килтерәләр, шулар араһына мәрйен полиптары менән туҡланыусы «терновый венец» исемле диңгеҙ йондоҙоның айырым осорларҙа шаҡтай артыуы ла инә. Мәҫәлән, 1980-се йылдар башында был йыртҡыстарҙың күбәйеүе Оло Барьерлы рифта бик көслө бушлыҡтар барлыҡҡа килтерә.

Хәҙерге заманда мәрйен рифтары күбеһенсә кеше эшмәкәрлеге арҡаһында йонсой. Күмәк туризм киң билдәле янау булып тора. Туристик инфраструктураһының үҫеше менән диңгеҙ һыуҙарының бысраныуы арта.

Рифтарға төҫһөҙлөк ҡурҡыныслығын глобаль йылыныу янай. Был процесс иң йыш таралғандарҙың береһе һәм бик аҙ тикшенерелгән мәрйен рифтарының мәсьәләре булып тора. Ғәҙәти норманан бер генә градусҡа һыуҙың температураһы күтәрелһә лә, полиптарҙа йәшәүсе ылымлыҡтар һәләк булалар[4].

АҠШ хәрби-диңгеҙ көстәренең рифты бомбардировкалауы

үҙгәртергә

2013 йылдың 21 июлендә австрало-америкалы берҙәм күнегеүҙәр ваҡытында АҠШ-тың 7-се хәрби-диңгеҙ көстәре флотының McDonnell Douglas AV-8B Harrier II истребителдәре яңылыш Оло Барьерлы рифҡа дүрт бомба ташлайҙар. Бомбаларҙың береһе лә шартламай, сөнки улар зарядһыҙ булғандар[17][18].

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 UNEP World Conservation Monitoring Centre. Protected Areas and World Heritage – Great Barrier Reef World Heritage Area. Department of the Environment and Heritage (1980). Дата обращения: 14 март 2009. Архивировано 11 май 2008 года.
  2. 2,0 2,1 The Great Barrier Reef World Heritage Values. Дата обращения: 3 сентябрь 2008. Архивировано 14 апрель 2013 года.
  3. The Great Barrier Reef World Heritage Area, which is 348,000 km squared, has 2900 reefs. However, this does not include the reefs found in the Torres Strait, which has an estimated area of 37,000 km squared and with a possible 750 reefs and shoals. (Hopley, p. 1)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Океаны. Энциклопедический путеводитель. — М.: Махаон, 2007. ISBN 5-18-001089-6
  5. Fodor's. Great Barrier Reef Travel Guide. Дата обращения: 8 август 2006. Архивировано 22 ғинуар 2015 года.
  6. Department of the Environment and Heritage. Review of the Great Barrier Reef Marine Park Act 1975. Дата обращения: 2 ноябрь 2006. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2015 года. 2006 йыл 18 октябрь архивланған.
  7. Sarah Belfield. Great Barrier Reef: no buried treasure. Geoscience Australia (Australian Government) (8 февраль 2002). Дата обращения: 22 ғинуар 2015. Архивировано 1 октябрь 2007 года. 2007 йыл 1 октябрь архивланған.
  8. Sharon Guynup. Australia's Great Barrier Reef. Science World (4 сентябрь 2000). Дата обращения: 11 июнь 2007. Архивировано 8 июль 2012 года.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 9,8 Планета Земля. Большой барьерный риф // Древо познания: коллекционный журнал. — Marshall Cavendish, 2002. — С. 689—694.
  10. CNN. The Seven Natural Wonders of the World. 6 август 2006 тикшерелгән.
  11. Access Economics Pty Ltd. Measuring the economic and financial value of the Great Barrier Reef Marine Park (2005). Дата обращения: 2 март 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года. (PDF)
  12. Eilperin, Juliet Great Barrier Reef has lost half its corals since 1985, new study says. The Washington Post. Дата обращения: 1 октябрь 2012. Архивировано 14 апрель 2013 года.
  13. Great Barrier Reef Marine Park Authority. Fact Sheet No. 4 – Aboriginal and Torres Strait Islander People and the Great Barrier Reef. Region (2006 date). Дата обращения: 22 ғинуар 2015. Архивировано 15 март 2010 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  14. Great Barrier Reef Marine Park Authority. reefED – GBR Traditional Owners. Дата обращения: 22 ғинуар 2015. Архивировано 22 ғинуар 2015 года. 2013 йыл 10 апрель архивланған.
  15. Bell, Peter A history of exploration and research on the Great Barrier Reef. Australian Institute of Marine Science. Дата обращения: 11 ғинуар 2010. Архивировано 19 июль 2005 года. 2009 йыл 16 октябрь архивланған.
  16. Queensland Museum. HMS Pandora. Дата обращения: 12 октябрь 2006. Архивировано 29 август 2006 года. 2006 йыл 29 август архивланған.
  17. Истребители США по ошибке разбомбили Большой Барьерный риф
  18. Штурмовики ВМС США сбросили бомбы на Большой барьерный риф 2013 йыл 23 июль архивланған.
  • Барьерный риф // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Bell P. AIMS: The First Twenty-five Years. Townsville: Australian Institute of Marine Science. 1998. ISBN 978-0-642-32212-8(инг.)
  • Bowen J, Bowen M. The Great Barrier Reef : history, science, heritage. Cambridge : Cambridge University Press. 2002. ISBN 0-521-82430-3(инг.)
  • Coleman N. Tauchen und Reisen: Great Barrier Reef, Australien. Delius Klasing, Bielefeld 1997, ISBN 3-7688-1062-3 (нем.)
  • Done T. J. Patterns in the distribution of coral communities across the central Great Barrier Reef. 1982. Coral Reefs 1 (2): 95-107. (инг.)doi:10.1007/BF00301691. (инг.)
  • Doubilet D. Great Barrier Reef. National Geographic, Hamburg 2002, 207 S., ISBN 3-934385-83-4(нем.)
  • Hutchings P. The Great Barrier Reef: Biology, Environment and Management. Kingsford, Mike; Hoegh-Guldberg, Ove, 2008. CSIRO Publishing. ISBN 978-0-643-09557-1(инг.)
  • Hopley David. The geomorphology of the Great Barrier Reef: development, diversity, and change. — Cambridge University Press, 2007. — ISBN 0-521-85302-8. (инг.)
  • Lucas P. H. C. et al. The outstanding universal value of the Great Barrier Reef World Heritage Area. Great Barrier Reef Marine Park Authority. 1997 ISBN 0-642-23028-5(инг.)
  • Mather P., Bennett, I. A Coral Reef Handbook: A Guide to the Geology, Flora and Fauna of the Great Barrier Reef (3rd ed.). Chipping North: Surrey Beatty & Sons Pty Ltd. 1993. ISBN 0-949324-47-7(инг.)
  • McCook L. J., Ayling T., Cappo M., Choat J. H., Evans R. D., De Freitas D. M., Heupel M., Hughes T. P., Jones G. P., Mapstone B., et al. Marine Reserves Special Feature: From the Cover: Adaptive management of the Great Barrier Reef: A globally significant demonstration of the benefits of networks of marine reserves.; 2010. PNAS 107, 18278-18285 (инг.)
  • Rinaldi R. Australien. Enzyklopädie der Unterwasserwelt. Jahr Verlag, Hamburg 1997, ISBN 978-3861322221(нем.)
  • Zell L. Diving & Snorkeling. Australia’s Great Barrier Reef. Lonely Planet Publications, ISBN 978-1740591232(нем.)

Документаль фильмдар

үҙгәртергә
  • Australiens Great Barrier Reef. Dokumentarfilm, Deutschland, 2003, 43 Min., Buch und Regie: Dirk Steffens, Produktion: ds.tv, ZDF, Film-Informationen(недоступная ссылка) von Phoenix. (нем.)
  • Australien: Great Barrier Reef in Gefahr. Dokumentation (Weltspiegel-Beitrag), Deutschland, 2014, 11:17 Min., Autor: Norbert Lübbers, Produktion: Bayerisches Fernsehen, Film-Informationen von ARD. (нем.)
  • Great Barrier Reef. (OT: Great Barrier Reef.) Folge 1: Naturwunder der Superlative. Dokumentarfilm, Großbritannien, Australien, 2011, 43 Min., Buch: James Brickell, Richard Fitzpatrick, Regie: James Brickell, Produktion: BBC Earth, Digital Dimensions, Discovery Channel, Nine Network Australia, Polyband, deutsche Erstsendung: 4. Juni 2012 bei ARD, Film-Informationen von ARD, Vorschau 2014 йыл 13 апрель архивланған.(нем.)
  • Great Barrier Reef. Folge 2: Vom Riff zum Regenwald. Dokumentarfilm, Großbritannien, Australien, 2011, 43 Min., Buch: James Brickell, Richard Fitzpatrick, Regie: James Brickell, Produktion: BBC Earth, Digital Dimensions, Discovery Channel, Nine Network Australia, deutsche Erstsendung: 11. Juni 2012 bei ARD, Film-Informationen 2013 йыл 10 февраль архивланған. von АRD. (нем.)
  • Great Barrier Reef. Folge 3: Tierische Besucher aus aller Welt. Dokumentarfilm, Großbritannien, Australien, 2011, 43 Min., Buch: James Brickell, Richard Fitzpatrick, Regie: James Brickell, Produktion: BBC Earth, Digital Dimensions, Discovery Channel, Nine Network Australia, Film-Informationen von BBC Germany. (нем.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә