Викидатала элемент юҡ

Рамаҙан — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Рамаҙан исеме киң таралған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Рамаҙан исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Һижрә — Ай календарындағы 9-сы айҙың исеменән алынған. Шул айҙа тыуған балаға ҡушылған исем[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (7 апрель 1924 йыл — 24 август 1997 йыл) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы. 19671975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 4—9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Ленин (1957), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1993). Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.

Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы (1 февраль 1935 йыл — 20 февраль 2010 йыл) — башҡорт шағиры, музыкант. 19591995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 19622007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы.

Билалов Рамаҙан Шаһивәли улы (рус. Билалов Рамазан Шагивалеевич) (1909 йыл — 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы (22 апрель 1924 йыл — 9 ғинуар 2020 йыл) — партия һәм совет органдары ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан отставкалағы полковник. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.

Сәлимов Рамаҙан Әғзәм улы (1917 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1942).

Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (15 ноябрь 1930 йыл — 6 март 2017 йыл) — педагог, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы (2010).

Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы (15 март 1928 йыл — 14 октябрь 2000 йыл) — педагог. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971), БАССР-ҙың Белорет районы Уҫманғәле ауылында тыуған.

Рамаҙан Ҡаҙыбәков (1776 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813 — 1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы (16 июль 1924 йыл — 19 февраль 2002 йыл) — совет мәғдән табыу сәнәғәте алдынғыһы. 1951 — 1979 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР-ҙың Почётлы таусыһы (1979).

Байтимеров Рамаҙан Муллағәли улы (5 апрель 1923 йыл — 1989 йыл) — татар шағиры. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Халыҡ араһында киң танылыу алған, Татарстан Республикаһының әлеге мәлдәге Дәүләт гимнының нигеҙен тәшкил иткән «Тыуған ягым» шиғыры һәм йыры тексының авторы (Рөстәм Яхин музыкаһы).

Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (1892 йыл — 27 ноябрь 1937 йыл) — хәрби эшмәкәр. Майор (28 ғинуар 1936).

Байсубин Рамаҙан Юламан улы (Рамаҙан Юламанов; 1789 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы

Фамилияла үҙгәртергә

Рамазанов Ғилемдар Йыһандар улы (16 июнь 1923 йыл — 25 август 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1982 йыл). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ 1973 йыл, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944 йыл, 1945 йыл) һәм «Почёт Билдәһе» (1957 йыл) ордендары кавалеры.

Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы (1953 йыл) — техник фәндәр докторы (2005 йыл).

Рамаҙанов Марат Давид улы (1939 йыл) — физика-математика фәндәре докторы 1977 йыл, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980 йыл).

Ауылдар үҙгәртергә

Рамаҙан (рус. Рамазаново) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Рамаҙан (төр. ғәр. رمضان‎) йәки рамаза́н (төр. Ramazan) — һижри тәҡүим буйынса йылдың 9-сы айы. Шулай уҡ Рамаҙан — ураҙа айы. Рамаҙан айында ураҙа тотоу һижри йыл хисабы башланғандан һуң 17—18 ай үткәс, йәғни миләди 624 йылда индерелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ