Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы

Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (189227 ноябрь 1937) — хәрби эшмәкәр. Майор (28.01.1936).

Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы
Тыуған ваҡыты

1892({{padleft:1892|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Күбәкәй ауылы

Үлгән ваҡыты

27 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Вафат урыны

РСФСР, Башҡортостан АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы ? — 1918
Башҡортостан автономияһы Башҡортостан автономияһы 19181919
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 19191937

Хәрби звание
Майор
Майор
Командалыҡ итеү

1-се Башҡорт кавалерия полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы,
Совет-поляк һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1921

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы 1892 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы) Күбәкәй (Бахарево) ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].

Батша армияһы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

1918 йылдың октябренән 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр Башҡорт армияһы составында, артабан Ҡыҙыл Армияның башҡорт частары составында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[2].

1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы 1-се Башҡорт кавалерия полкының командиры булып хеҙмәт итә, Совет-поляк һуғышында ҡатнаша. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1930-сы йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары вазифаһын башҡара[2].

1937 йылдың 7 сентябрендә ҡулға алына, 15 ноябрҙә милли-буржуаз ойошмала ҡатнашып ихтилал күтәреүгә йыйыныуҙа ғәйепләнә. 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. 1956 йылдың 21 майында аҡлана[1].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1921)[3]

Публикациялары

үҙгәртергә
  • 1-й Башкирский кавалерийский полк на Польском фронте // Гражданская война в Башкирии : воспоминания участников / под ред. П. А. Кузнецова ; Испарт Башобкрма ВКП(б). Комис. по изуч. истории гражданской войны в Башкирии. — Уфа : Башкир. гос. изд-во, 1932. — 198 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Шарипов Рамазан Шарипович // Книга памяти Республики Башкортостан
  2. 2,0 2,1 Күскилдин Д. Ғ.  // Ватандаш : журнал. — 1997. — № 5. — С. 124. — ISSN 1683-3554.
  3. Ярмуллин А. Ш. Комбриг М. Л. Муртазин и боевой путь Отдельной Башкирской кавалерийской бригады (к 120-летию со дня рождения) // Проблемы востоковедения : журнал. — 2011.