Байсубин Рамаҙан Юламан улы
Байсубин Рамаҙан Юламан улы (Рамаҙан Юламанов; 1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Рамаҙан Юламан улы Байсубин | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Ғәле ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1807—? |
Хәрби звание |
хорунжий |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәБайсубин Рамаҙан Юламан улы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Ғәле ауылында йәшәгән[1].
1807 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә. 1810 йылдың 18 ғинуарында зауряд-сотник званиеһын ала.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
1810 һәм 1830 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Сәғиҙә; улдары — Фәйрүш һәм Әхмәтйәр[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 110. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 79
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 82
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.