Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы
Рамазанов Ғилемдар Йыһандар улы (16 июнь 1923 йыл — 25 август 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1982). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.
Ғилемдар Йыһандар улы Рамаҙанов | ||||||||
Тыуған көнө | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||||
Вафат көнө | ||||||||
Вафат урыны |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы | |||||||
Ил | ||||||||
Ғилми даирәһе | ||||||||
Альма-матер |
Башҡорт педагогия институты (1949) | |||||||
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы | |||||||
Ниндәй өлкәлә танылған |
шағир һәм әҙәбиәт белгесе | |||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||
Биографияһы
үҙгәртергәҒилемдар Йыһандар улы Рамазанов (Рамаҙанов) 1923 йылдың 16 июнендә Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Иҫке Балаҡ ауылында тыуған. Бында башланғыс мәктәпте, күрше Тайнаш ауылында ете класс тамамлай һәм Дәүләкәндәге педагогия училищеһенә уҡырға инә. 1942 йылда училищеның өсөнсө курсынан фронтҡа китә.
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре
үҙгәртергә- Молоды мы были. «Литературная Россия», 1981, 20 ноябрь. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.04.1944[3]; 30.09.1944[4])
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал (25.08.1943)[5]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
- Почёт Билдәһе ордены (1957)
- Салауат Юлаев исемендәге премия (1982)
- Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983)
Фекерҙәр
үҙгәртергә•• Ғилемдар бер ҙә үҙен аяманы. Ҡайһы саҡтарҙа күтәрә алмаҫлыҡ йөктәрҙе лә өҫтөнә алды. Һуғыш ҡырында ике тапҡыр контузия алған, ғәрипләнеп ҡайтҡан инвалид булыуына ҡарамаҫтан, эш менән йәшәне. Артыҡ оҙон булмаған ғүмерен янып-ярһып үткәрҙе. Уның артығы менән активлығы, эшсәнлеге мине һәр саҡ борсоуға һала торғайны. Үҙенә йыш ҡына был хаҡта иҫкәртә инем, ләкин … һәр кем донъяла үҙе булып ҡалалыр … •• Фәниә Чанышева
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
үҙгәртергәРамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.