Билалов Рамаҙан Шаһивәли улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Билалов Рамаҙан Шаһивәли улы (рус. Билалов Рамазан Шагивалеевич) (1909 йыл — 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[2].

Билалов Рамаҙан Шаһивәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Муллаҡай, Ҡолсора ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1987
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рамаҙан Шаһивәли улы Билалов 1909 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Муллаҡай ауылында[1] тыуған. Һуғышҡа БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссаритаты тарафынан 1942 йылда алына. Был хаҡта улы, БР ветеринария хеҙмәтенең почетлы ветераны Марат Билалов былай тип хәтерләй:

  Беҙҙең атайыбыҙ Рамаҙан Шәһивәле улы Билалов 1939 йылдан 1942 йылдың 16 июненә тиклем «Октябрь» колхозының рәйесе булып эшләп, 2 атын алып һуғышҡа китте[3].  

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабы һаҡсыһы була. 1942 йылда әсирлеккә эләгә, күп михнәттәр аша үтә һәм 1945 йылда плендан ҡасыуға өлгәшә[1]. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Баймаҡ районындағы Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге колхозда бригадир булып эшләй[1]. 1987 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Юбилей миҙалдары

Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 БИЛАЛОВ Рамазан Шагивалеевич. Шаймуратовцы
  2. Документы о награждении
  3. Гүзәл Сәлихова. ТОРМОШ СӘХИФӘЛӘРЕ.
  4. Они вернулись с победой: списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941-1945 гг. / редкол.: Х. Х. Ишмуратов и др.. — Уфа: Китап, 2001, 2002. — Т. Т. 2: Российская Федерация. Республика Башкортостан. Баймакский, Бакалинский, Балтачевский, Белебеевский районы. — 622 с. — ISBN 5-295-03092-Х.

Һылтанмалар

үҙгәртергә