Яңы Мөслим (Мәсетле районы)
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл
(Новомуслюмово (Башкортостан) битенән йүнәлтелде)
Яңы Мөслим (рус. Новомуслюмово) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1063 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80242815004.
Яңы Мөслим | |
Нигеҙләү датаһы | 1782 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы һәм Яңы Мөслим ауыл Советы |
Халыҡ һаны |
1463 кеше (1939), 1077 кеше (1959), 1490 кеше (1970), 1277 кеше (1979), 1082 кеше (1989), 1072 кеше (2002)[1], 1085 кеше (2009)[1], 1063 кеше (2010)[2] |
Майҙан | 8,74 км² |
Почта индексы | 452560 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны [4],[3] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 1082 | 1072 | 1063 | -9 | -0.84 | ||
Ир-егеттәр | 491 | 513 | 493 | -20 | -3.9 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 591 | 559 | 570 | +11 | +1.97 |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ункурда): 91 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәИсемлек Мәсетле районы энциклопедияһына нигеҙләнеп төҙөлдө[5].
- Басырова Зөлфирә Хәбиб ҡыҙы (1935) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы. БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1976). Өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән.
- Бәширов Фазылйән Рәүил улы (2.07.1955), табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999).
- Вәзиров Файых Сәғҙәт улы (7.11.1938), педагог. БАССР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1991), Рәсәй Федерцияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (????).
- Вәлиев Камил Ғәбделнур улы (25.04.1965), подполковник. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре (2005).
- Вәлиев Юнир Минзаһир улы (6 март 1941) — спортсмен, көрәшсе. Самбо буйынса СССР спорт мастеры (1967), Милли көрәш буйынса РСФСР спорт мастеры (1972). Башҡортостан Республикаһының (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған физик мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәре.
- Ғибәҙуллин Марат Мулланур улы (21.01.1956), хәрби табип, педагог, ғалим. Медицина фәндәре кандидаты (2006).
- Ғибәҙуллин Мулланур Хәбий улы (20 ноябрь 1923 — 12 май 2005) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Ленин (1971), Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары, Хеҙмәт батырлығы өсөн (1966), «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» (1970) миҙалдары менән бүләкләнгән.
- Зарипов Фәғил Вәкил улы (2 февраль 1936) — хужалыҡ эшмәкәре, хеҙмәт алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995).
- Зиннәтуллин Ҡәниф Ҡашшаф улы (15 май 1920 — 6 февраль 2007) — механизатор, хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1980).
- Иҡсанов Маннаф Хөрмәт улы (12 апрель 1928 — 14 август 2012) — механизатор, хеҙмәт алдынғыһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987). «Почёт Билдәһе» ордены(1966) менән бүләкләнгән.
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941) — актёр, режиссёр, театр педагогы, академик (1995), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982) һәм халыҡ артисы (1989), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты.
- Йосопов Абдрахман Илһам улы (20 март 1904 — март 1976) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1934 йылдан Борай район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1938 йылдан Саҡмағош районы, 1941 йылдан Иглин районы партия комитеты беренсе секретары.
- Йыһаншин Альберт Рәфҡәт улы (5 апрель 1964) — педагог. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996).
- Кәримов Нурғаян Фазылйән улы (30 ғинуар 1958) — механизатор, хеҙмәт алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999).
- Кәримова Сәмәрйә Ҡәнзәфәр ҡыҙы (15 июнь 1935 — 4 сентябрь 2017) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995).
- Ҡаҙыева Розалия Мәүләүи ҡыҙы (15.06.1956), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2012 йылдарҙа Яңы Мөслим урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса үткәрелгән «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы» еңеүсеһе (2008). Сығышы менән Абдулла ауылынан.
- Мөслимов Ғәбделйән Ғабдулхаҡ улы (10.10.1949), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан — механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Мусин Шәрәфетдин Афзал улы (июль 1905 — ????) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1938 йылдан Мәсетле район советы башҡарма комитеты, 1943 йылдан Борай район советы башҡарма комитеты, 1945 йылдан Ҡандры район советы башҡарма комитеты рәйесе.
- Мөхөбуллин Мансур Кәрәмәт улы (29 июль 1934 — 31 июль 2016) — киномеханик, хеҙмәт алдынғыһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), СССР-ҙың кинематография отличнигы (1973).
- Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (16 июнь 1928 — 23 июнь 1998) — философ, ғалим. Философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Садиҡова Лена Бинйәмин ҡыҙы, ижади псевдонимы Иҙелбикә (18 август 1930) — яҙыусы. Татарстан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәбделяппар Ҡандалый, Сәхәб Уральский, Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге әҙәбиәт премиялары лауреаты.
- Сәлимов Тәлғәт Нәҡиб улы (27 август 1953) — хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009).
- Фәтихов Вәрис Йосоп улы (19 май 1957) — дәүләт эшмәкәре. 1991 йылдан Яңы Мөслим ауыл советы хакимиәте башлығы.
- Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1.03.1929—18.10.2018), шахтёр, хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» производство берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы[6].
- Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы (5 декабрь 1935) — үҫемлектәр физиологы, ғалим. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Һаҙыева Тәнзилә Зыялтдин ҡыҙы (24 декабрь 1939) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
- Хәйерзаманов Владик Рәүил улы (9 март 1967) — биолог, ғалим. Биология фәндәре кандидаты (1999).
- Хәйерзаманов Рәйес Рәүил улы (30 ғинуар 1956) — спортсмен. Гер спорты буйынса РСФСР спорт мастеры (1981).
- Хәтмуллин Ғәйнулла Лутфулла улы (28 март 1929 — 25 август 2005) — механизатор. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1969).
- Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы - (1 сентябрь 1923 - 6 апрель 1993 - Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «За оборону Кавказа» миҙалы һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән .
- Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы (3 февраль 1929 — 29 сентябрь 2014) — хужалыҡ хеҙмәткәре, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005). 1980—1987 йылдарҙа Халыҡ депутаттарының Мәсетле район советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1977), Башҡорт АССР-ының Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары менән бүләкләнгән. Милли көрәш буйынса Мәсетле районы Батыры (1954—1958). Халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы депутаты (1965—1987). Мәсетле районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе.
- Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы (27 ноябрь 1920 — 16 март 1993) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1981 йылдарҙа дәүләт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитете рәйесе. Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары менән бүләкләнгән.
- Әсфәғәнов Минислам Ислам улы, Әсфәғән Минислам Шәйехәлислам улы (15.06.1889—1965), биолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1940). Башҡорт дәүләт медицина институты профессоры. Беренсе донъя һуғышы һәм граждандар һуғышы яугиры.
- Әхмәров Биктимер Ғәлиулла улы (6 февраль 1903—1989) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1945—1946 йылдарҙа БАССР-ҙың социаль тәьминәт наркомы. БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
- Әхмәрова Светлана Ғариф ҡыҙы (2 ғинуар 1941) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы. СССР Юғары Советы депутаты (1984—1989). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) менән бүләкләнгән.
- Әхтәриева Люция Ғабдулхай ҡыҙы (7 ноябрь 1948) — педагог, ғалим. Психология фәндәре кандидаты (1979), Иҡтисад фәндәре докторы (2011), профессор ().
Урамдар
үҙгәртергәУрам исеме[7]:
- башҡ. Яр (урамы) — рус. Береговая (улица)
- башҡ. Туғай (урамы) — рус. Луговая (улица)
- башҡ. Октябрь (урамы) — рус. Октябрьская (улица)
- башҡ. Беренсе Май (урамы) — рус. Первомайская (улица)
- башҡ. Баҡса (урамы) — рус. Садовая (улица)
- башҡ. Совет (урамы) — рус. Советская (улица)
- башҡ. Тракт (урамы) — рус. Трактовая (улица)
Рәсми булмаған урам исемдәре[8]
- Октябрь (урамы) — ауылға нигеҙ һалыған урыны Тау урамы, уның дауамы Ждан урамы (Жданов колхозы)
- Беренсе Май (урамы) — бер яғы Әрәмә ос, икенсе башы Йәмшек урам.
- Баҡса (урамы) — Шишмә буйы урамы
- Совет (урамы) — Оло урам, Хатмуллиндар боролошонан артабан Силәсүет урамы (элек сельсовет йорто торған)
- Әрәмә арты — Сәкәләй
- Район үҙәгенән килгән юл менән ауылға ингән саҡта күпергә тиклем һул яғы — Бибек ауыл тип атала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фазылов Ғәҡи Таһир улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2019)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Мөслим ауылы
- ↑ Ауыл ағаһы Валеев Радик Рауфан улынан (1957 йылда тыуған) алған мәғлүмәт
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңы Мөслим (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2019)
- Новомуслюмово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |