Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)

(Мөхәммәт Пәйғәмбәр битенән йүнәлтелде)

Мөхәммәт, бине Ғәбдуллаһ бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. محمد[mʊħɑmmæd], әйтелешен тыңларға , (ғәр. محمد‎‎‎), (570 йылдар тирәһендә[10], Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — Пәйғәмбәр, мәшһүр дин эшмәкәре, бер Аллаһҡа табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөгән шәхес.

Мөхәммәт
ғәр. مُحَمَّدُ بْنُ عَبْدِ اللهِ بْنِ عَبْدِ الْمُطَّلِبِ
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Ҡыҫҡаса атамаһы محمد, Muḥammad, Mohammadu һәм Mahoma[3]
Тыуған көнө 20 апрель 571[4][5][6]
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 8 июнь 632 (61 йәш)
Вафат булған урыны Мәҙинә
Ерләнгән урыны аль-Худжрату ан-Набавийя[d]
Атаһы Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Әсәһе Әминә бинт Үәһәб
Хәләл ефете Хәҙисә бинт Хүвәйлид, Сәүҙә бинт Зәмғә, Хафса бинт Ғүмәр, Йүвәйриә бинт әл-Харис, Ғәйшә бинт Әбү Бәкр, Зәйнәб бинт Йәһеш, Сафия бинт Һүәй, Зәйнәб бинт Һүзәймә, Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә, Рәмлә бинт Әбү Суфьян, Рәйхана бинт Зәйед, Мәрйәм (әл-Кибтия) һәм Мәймүнә бинт Харис
Балалары Ғабдулла ибн Мөхәммәт[d], Ҡасим ибн Мөхәммәт[d], Ибраһим ибн Мөхәммәт[d], Зәйнәб бинт Мөхәммәт[d], Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы, Өммөгөлсөм бинт Мөхәммәт һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
Нәҫеле Бану Хашим[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө көтөүсе, экспедитор, сауҙагәр, пәйғәмбәр, дин өндәүсе, сәйәсмән, полководец
Уҡыусылар Әнәс ибн Мәлик, Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс, Уҡба ибн Әмир[d] һәм Зәйет ибн Сабит
Хөрмәтләү суффиксы Салауат[7]
Монограмма
Һуғыш/алыш Мөхәммәттең ғазауаттары
Хәрби подразделение Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәскәре[d]
Милке Мөхәммәт мөһөрө
Ҡайҙа өйрәнелә Хәҙис ғилеме
Тасуирлау биттәре tekstowo.pl/wykonawca,ah…[8]
Менге хайуан Ҡасуа[d] һәм Йәғфур
Хеҙмәттәре тупланмаһы диоцез Таррагон музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Йөҙ ҡылдары Һаҡал[9]
Ҡәбилә ҡорайыштар
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Muhammad
 Мөхәммәт Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт ﷺ мөһөрө
Мәккә. Әл-Хәрәм мәсете

Мөхәммәт Пәйғәмбәр — Рәсүл

үҙгәртергә

Бер мәл Мөхәммәт ﷺ Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә — Джибриль) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡыҫып: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт ﷺ: «Мин бит уҡый белмәйем» — тип яуап ҡайтара. Ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән була. Ябраил фәрештә тағы ла берҙе: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт ﷺ иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә уны йәнә ныҡ итеп ҡыҫа һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың — Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» (Ҡөрьән, әл-Ғәләҡ («Уҡмашҡан ҡан») сүрәһе, 96:1-5). Бөйөк Ҡөрьән Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары ошо.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә үҙенең яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙергә ебәрелеүен әйтә[11]

  Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Тәүрат менән Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүди ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

 
 
Каллиграфик һәм ябай яҙыуҙа Мөхәммәт исеме

Мөхәммәт ﷺ исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөрьәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә[12], шулай уҡ уны Нәби, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм» (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎, ﷺ) тип) әйтәләр[13].

Биографияһы

үҙгәртергә

Тыуған йылы һәм урыны — 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы.

Үлгән йылы һәм урыны — 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһы мәсетендә ерләнгән.

Ҡыҫҡаса хронология

үҙгәртергә
  • 571 йылдың апреле — Мөхәммәт ﷺ Мәккә ҡалаһында донъяға килә.
  • 595 йыл — Хәҙисәгә өйләнә.
  • 613 йыл — Мөхәммәт ﷺ халыҡ араһында дәғүәт башлай.
  • 615 йыл — Мөхәммәт ﷺ тарафдарҙарының мәжүсиҙәрҙең эҙәрлекләүҙәренән Эфиопия (Хәбәшстан) ға ҡасыуы (үҙе Әбү Талип ҡурсыуында ҡала).
  • 619 йыл — Хәҙисә һәм Әбү Талип вафат була.
  • 622 йыл — Һижрәт, Мәҙинәгә күсенеү.
  • 623 йыл — Мосолмандар Мәккә каруандарына һөжүм итә башлайҙар.
  • 624 йыл — Мосолмандар Бәҙр янындағы мәккәлеләр ғәскәрен ҡыйрата.
  • 625 йыл — Үхүд һуғышы. Мосолмандар еңелеүгә осрай.
  • 626 йыл — Мәккәлеләрҙең һөжүме уңышһыҙ тамамлана.
  • 628 йыл — Тыныслыҡ килешеүе төҙөлә.
  • 629 йыл — Мөхәммәт ﷺ менән мосолмандар тыныс хаж ҡылалар.
  • 630 йыл — Мәҙинә Мөхәммәт ﷺ яғына күсә, Ҡәғбәлә булған һындар (поттар) емерелә.
  • 632 йыл — Мәккәгә Мөхәммәттең ﷺ һуңғы хаж ҡылыуы, 8 июнь — Мөхәммәт ҙең вафат булыуы.

Исламда Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ тотҡан урын

үҙгәртергә

Ислам дине Мөхәммәт ﷺ башҡа 124 (йәки 224) Пәйғәмбәр булыуын таный[14], мәгәр Мөхәммәт барса пәйғәмбәрҙәрҙең тажы — нәби һәм рәсүл тип таныла.

Ул башҡаларҙан айырмалы рауешта (шул иҫәптән Ғайса Пәйғәмбәрҙән дә), айырым ҡалаға, ауылға йәки халыҡҡа тип түгел, ә ер йөҙөндәге һәммә халыҡтар өсөн һәм заман ахырынаса ебәрелгән. Уның шәриғәте Ҡиәмәт көнөнәсә көсөндә ҡаласаҡ. Бүтән рәсүлдәрҙең шәриғәттәре ваҡытлыса бирелгән һәм Мөхәммәт ﷺ килеү менән көсөнән сығарылған. Шулай итеп, мосолмандар Изге Китаптарҙы — (Тәурат), Зәбур (Псалтырь), Инжил (Евангелие) — таныһа ла, уларҙы ғәмәлдә тип һанамай, бынан тыш, улар кешеләр тарафынан боҙолған тип белдерә (тәхриф).

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙәр ﷺ араһында иң юғары урында тора. Ислам буйынса иманлы булыу, йәғни Мөхәммәт ﷺ вәкәләтен таныу һәммә кешелеккә, шул иҫәптән нәсраниҙарға, йәһүдиҙәргә мотлаҡ тип белдерелә, һуңғылары уның шәриғәтен ҡабул итергә тейеш тип һанала.

Рамаҙан әл-Буты Мөхәммәт ﷺ Исламда тотҡан урыны һәм уның шәриғәте тураһында ошолай яҙа: «Монотеистик (бер Илаһлы) диндәрҙә, боҙолмаған килеш булһа, бер айырма ла юҡ, сөнки улар барыһы ла бер Аллаһ сылбыры өлөштәре, Мөхәммәт рисаләте кешелектең барса дини үҫешенең иң юғары бейеклеге булып тора. Әммә пәйғәмбәрҙәрҙең шәриғәттәрендә генә айырма бар»[15].

Мөхәммәт ﷺ ҡорайыш ҡәбиләһенән булған.

Пәйғәмбәрлек вазифаһы уға һәм ғаиләһенә бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлде ﷺ кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтуллаһ алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүгәләр, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлайҙар, таш бәрәләр. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Уның туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар.

Мәккә мөшриктәре һыйҙырмауы арҡаһында 622 йылда ул Мәккәнән Мәҙинәгә (элек Йәсриб) Һижрәт ҡыла (күсенә). Мосолман календары ошо йылдан иҫәп башлай. Үҙенең арҡалаштары менән ул Мәккәне яулап ала. Мөхәммәт вафат булған мәлгә тотош Ғәрәп ярымутрауы Ислам ҡабул иткән була. Уның вариҫтары — хәлифәләр Азия һәм Африкала, өлөшләтә Европала Ислам динен тарата. Улар ғәрәп теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә.

Мөхәммәт ﷺ — Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө, Пәйғәмбәрҙәр хужаһы һәм Ахырызаман Пәйғәмбәре тип тә атайҙар. Мосолмандар иман килтергәндә Шәһәҙәт әйтә, уны Аллаһ Рәсүле тип таный.

Мөхәммәттең шәжәрәһе егерме беренсе быуында Ғәднәнгә - Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғилдең улына барып тоташа.Шуға күрә төньяҡ ғәрәптәрҙе исмәғилиҙәр йәки ғәднәниҙәр тип атап йөрөтәләр. Көньяҡ ғәрәптәр — ҡәхтәниҙәр. Мөхәммәттең ﷺ шәжәрәһе бик аныҡ билдәләнгән: Мөхәммәт — ҒабдуллаһҒәбдүл-Моталлиб (Шәйбә) — Хашим — Ғабдулманнаф — Күсәй — Киләб — Мурра — Ҡәғәб — Лүәй — Ғәлиб — Фихр — Мәлик — Нәдер — Кинәнә — Хүзәймә — Мудрикә — Илйас — Мүдар — Низар — Мәғәд — Ғәднән.

Шәжәрәнән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡорайыштарҙың Бәнү Хашим ырыуынан, был ырыу әднәниҙәргә, Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғил пәйғәмбәргә туранан-тура барып тоташа.[16]

Ата-әсәһе

үҙгәртергә

Мөхәммәттең атаһы Ғабдуллаһ Ғәбд-әл-Моталлиб улы, йәштән уҡ ҡалала абруй ҡаҙанған шәхес булған. Уны ун һигеҙ йәшендә Мөхәммәттең буласаҡ әсәһе. Үәһәб ҡыҙы Әминәгә өйләндергәндәр. Ул Мәҙинәнән булған.

Ҡатындары

үҙгәртергә

Мөхәммәттең хәләл ефеттәре йәки өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) (ғәр. أمهات المؤمنين‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ﷺ хәләл ефет булған ҡатындар. Тарихсы Әл-Мәсуди «Муружуҙ-ҙәһәб»[17] тигән китабында Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ 15 ҡатыны булған, тип яҙа. «Сирейи-Ибн Һишам» китабында 11 ҡатын телгә алына[18], шулай уҡ копт Мәрйәм һәм Өммө-Шәрик Ғазийә исемдәре бар[19]. Йософ Кардауи туғыҙ ҡатын тип яҙған, әгәр Хәдиджә әйтелмәгән; Ибн Һишам әйтеүенсә, былар Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ һуң вафат булған. Уотт Монтгомери, күп ҡәбиләләр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туған булып күренергә тырышып, Уның ҡатындары һанын бик арттырып әйтелгән булыуы ла мөмкин, ти. Ул Хәҙисәне (р. ғ.) лә телгә алып, ике кәнизәкте лә әйтеп, 11 ҡатын һанай[20].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ ҡатындарына Аллаһы Тәғәләнән дүрттән артыҡ ҡатынға өйләнеүҙе тыйыу килгәнгә тиклем өйләнгән булған.[21]. Ғиффәтле Ғәйшәнән (р. ғ) башҡа ҡатындары уға сыҡҡансы ирҙә булған. Һәммә ҡатындары ла өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) дәрәжәһенә эйә булған".

Балалары

үҙгәртергә

Улдары:

Ҡасим — Мәккәлә тыуған, 17 айлыҡ сабый ғына сағында вафат булған.

Ғәбдуллаһ — атаһына рисаләт инә башлағас тыуған, сабый сағында үлеп ҡалған.

Ибраһим — һижрәнең 9-сы йылында тыуған.

Ҡыҙҙары:

Үмм Күлсүм (Өммөгөлсөм) — Ислам иңгәс донъяға килгән.

Зәйнәб Мәккәлә тыуған.

Руҡайә — Мәккәлә тыуған.[22]

Фатима — Мәккәлә тыуған.

Мөхәммәттең ҡыҙы Фатима р.ғ. генә атаһынан ҡалып баҡыйлыҡҡа күскән[23].

 Был фотола Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет ихатаһы эсендә Мөхәммәттең һәм яҡындарының ҡәберҙәре

Мөхәммәт Пәйғәмбәр башҡорттарҙың рухи донъяһында

үҙгәртергә

Ислам дине тарихи Башҡортостанға VIII—IX быуаттарҙа уҡ үтеп инә башлай, быға башҡорттар һәм мосолман илдәре араһында урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә.[24]

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) исеменән айырылғыһыҙ һәм әлбиттә шул ваҡыттан уҡ уның тормош юлын, уның аша кешелеккә иңдерелгән Ҡөрьән Кәримде, сөннәте (хәҙистәрҙе) өйрәнәләр. Хәҙистәр буйынса йәшәү иһә - ул Мөхәммәттең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) тормош өлгөһө буйынса йәшәү.[25]

Ҡөрьән Кәримде башҡорттар иң Изге Китап һанап, ятҡа бикләгәндәр, бик ҙур аҡсалар түгеп, һатып алғандар. Ҡөрьән Кәрим мотивтары эпостарға ла инеп киткән.[26]

Ислам ҡабул иткән башҡорттар был изге исемде балаларына ла ҡуша башлайҙар. Үҙенең исемен генә түгел, Мөхәммәттең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ҡөрьәнде, мосолман йәшәү рәүешен, ҡануниәтен аңлатып биргән һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре тупланмаһын аңлатҡан хәҙис һүҙен дә, Пәйғәмбәрҙе (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ололап атаған ҡушаматтарҙы ла, уның ғаилә ағзаларының исемдәрен дә балаларына ҡушалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #97245226 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118583158 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Real Academia Española, Asociación de Academias de la Lengua Española Diccionario de la lengua española (исп.)Real Academia Española, 2014.
  4. الذهبي ش. ا. سير أعلام النبلاء (ғәр.) — 1 — بيروت: مؤسسة الرسالة, 1985. — Т. سيرة 1. — Б. 36.
  5. المباركفوري ص. ا. الرحيق المختوم (ғәр.) — 1976. — Б. 588. — ISBN 978-1-59144-070-3
  6. الدمشقي ا. ك. البداية والنهاية, Al-Bidāyah wa-al-nihāyah (ғәр.)القاهرة: هجر للطباعة والنشر والتوزيع والإعلان, 1997. — Т. 3. — Б. 377.
  7. القرآن‎ — 0631. — ISBN 9-682-92846-X
  8. https://www.tekstowo.pl/wykonawca,ahmad.html
  9. Mohammad M. N. Did Prophet Muhammad SAW Have Red Hair (ингл.) // Darul Ifta Birmingham
  10. Точная дата рождения достоверно неизвестна, преимущественно указывают 570 и 571 гг. См. Ризванов М. Р. Мухаммад — основатель новой конфессиональной общности арабов : Дис. … канд. филос. наук : Махачкала, 2005 (афтореферат).
  11. Кем ул Мөхәммәт?[1] 2018 йыл 11 ғинуар архивланған..
  12. Jean-Louis Déclais, Names of the Prophet, Энциклопедия Корана
  13. Сафи ар-Рахман аль-Мубарак Фури. Жизнь пророка Мухаммеда. — С. 236.
  14. Ахмад ибн Ханбал, Муснад, 5, 266
  15. Аль-Буты Р. Фикх ас-сира ан-набавия [Понимание жизнеописания Пророка]. Каир: ас-Салям, 1999, с. 34.
  16. Родословная Пророка [2] 2018 йыл 18 май архивланған.
  17. «Муруджуз-захаб» т.2, стр. 282—283
  18. Жёны Пророка — Жизнь пророка Мухаммада
  19. «Тарихи-Йакуби», в переводе на перс. яз., т. 1, стр. 452—455
  20. М. Уотт. Мухаммад в Медине
  21. Юсуф аль-Карадави, глава Международной ассоциации улемов. Из книги «Современные фетвы» 2010 йыл 17 октябрь архивланған.
  22. Руҡайя -Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
  23. http://islamdag.ru/book/30138
  24. Ахмад Макаров.
  25. Мустафа Авлийаи. И. К. А. Ховард. Хадисоведение. Москва: «Исток», 2010
  26. Башҡорт эпостарында Инжил һәм Ҡөрьән-Кәрим мотивтары 2019 йыл 2 июнь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.