Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәхәбә, йәки әсхәбә (ғәрәп الصحابة — күплек, صحابي‎ — яңғыҙлыҡ) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) көрәштәштәре, арҡалаштары[1], улар Мөхәммәт Рәсүлде (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) күреп белгән, уның динен ҡабул иткән[2] (ғүмеренең ахырына тиклем уны тотҡан[3]).

Башта Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға‎) менән бергә яуҙарҙа ҡатнашҡан һәм мосолман ғәскәренең иң ышаныслы өлөшөн тәшкил иткән арҡалаштарын ғына әсхәб тип атағандар[1]. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ғаилә ағзалары һәм уның менән аралашҡан балалар ҙа сәхәбә иҫәбенә инә. Уның менән рисаләт иткәнгә тиклем таныш булып, аҙаҡ осрашмаған, аралашмаған кешеләр сәхәбә иҫәбенә инмәй.[3]

Сәхәбәләр ерләнгән Баҡый зыяраты

Сәхәбә төркөмдәре

үҙгәртергә

Ғөләмәләр сәхәбәләрҙе 3 төркөмгә бүлә:

  • Мөһәжирҙәр — Мәккәнән йәки башҡа урындан Мәҙинәгә һижрәт ҡылған (күсенгән) арҡалаштары. Улар Ислам хаҡына мөлкәтен, туғандарын, тыуған ерҙәрен ҡалдырып киткәндәр.
  • Ансарҙар — Мәҙинәлә йәки унан йыраҡ түгел йәшәгән мосолмандар.
  • Башҡа арҡалаштары — улар Мәккәне алғандан һуң ошо ҡалала йәки башҡа урында Ислам ҡабул иткән кешеләр. Уларҙы мөһәжир тип тә, ансар тип тә атамайҙар, бары тик сәхәбә тип исемләйҙәр.

Мосолмандар сәхәбәләрҙе, бер кемен дә айырмай, ихтирам итергә тейеш.[4]

Исламда сәхәбәләрҙең әһәмиәте

үҙгәртергә

Әсхәбтәр Исламдың нығыныуына айырата ҙур өлөш индергән кешеләр, сөнки Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вафатынан уның эштәре, ҡылыҡтары һәм ниәттәре тураһында һөйләп ҡалдыралар (хәдистәр). Улар әле лә Исламдағы төп сығанаҡтар булып ҡала һәм шәриғәтте аңлатыуҙа ҡулланыла.[1]. Сөнниҙәрҙең фекере буйынса, диндә иң лайыҡлы кешеләр — Пәйғәмбәрҙәр, уларҙан ҡала — сәхәбәләр. Һуңғылары араһында иң лайыҡлылары 4 хәлиф — хаҡ имам: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман һәм Али ибн Әбү Талип (Аллаһ улар менән риза булһын); улар артынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ожмахҡа инәсәктәрен әйтеп ҡалдырған 6 сәхәбә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен (Аллаһ улар менән риза булһын)[4]

Ҡатындар араһынан тәүге булып Ислам ҡабул итеүсе - Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) беренсе хәләл ефете Хәҙисә[3] (Аллаһ уның менән риза булһын); ирекле ирҙәр араһынан беренсе булып Әбү Бәкер (Аллаһ уның менән риза булһын) иман килтерә, балалар араһынан — Али ибн Әбү Талиб (Аллаһ уның менән риза булһын), ҡолдарҙан — Зәйд ибн Харис (Аллаһ уның менән риза булһын).[2][5] Рисаләт ингәндең тәүге 3 йылында Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) дәғүәтте йәшерен алып бара, Мәккәлә бары 40 кешене иманға килтерә. Бәдр һуғышында инде 313 сәхәбә ҡатнаша. Мосолман ғалимы әл-Куртуби (вафаты 1071) китабында 2770 сәхәбә телгә алына. Мәккәне алғас,10 000-гә етә .[4]

Сәхәбәләр араһында мөһәжирҙәр (һижрәт яһаусылар) менән ансарҙар айырым урын тота — Ғәрәп хәлифәтендә улар хәлиф һайлауға йоғонто яһай, юғары вазифаларҙы биләй[1].

Хәҙистәр ҡалдырған сәхәбәләр (мүҡсирун)

үҙгәртергә

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вафатынан һуң сәхәбәләр бик күп хәҙистәр ҡалдыра. Уларҙы бик ихтирам итәләр, IX быуатта яҙылған хәҙисселәрҙең биографик һүҙлегендә әсхәбтәр иң абруйлы урында тора. Артабан бары тик сәхәбәләр тураһында биографик һүҙлектәр төҙөлә. Шулар араһынан иң әһәмиәтлеһе Аскалани тарафынан XV быуатта төҙөлгән, унда Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) менән шәхсән таныш булған 12 мең кеше исеме атала[1].

Иң күп хәдистәр ҡалдырған сәхәбәләр:

Шиғыйҙар сәхәбәләрҙе хакимлыҡты үҙ ҡулдарына алған Өммәүиҙәргә булышсылар тип һанай. Шиғыйҙар был хәҙистәрҙе танымай һәм үҙҙәренең имамдары һөйләгәнде генә ысынға ала[1].

Башҡортостанда

үҙгәртергә

VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен тарихи Башҡортостанға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәне атайҙар. Немец ғалимы Михаэль Кемпер был сәхәбәләрҙе асыҡлап маташҡан. Уныңса, Абдрахман бин Зөбәйер – Ибн Сәйеттең (845 йылда үлгән) тәүге мосолмандар биографияһы йыйынтығында телгә алына һәм Абдул-Ашиас ҡушаматлы була (ялбыр сәсле кеше) һәм һижри 46-47 йылда үлә. Һантал бин Рабиғ (Талха ибн Усман) – Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең кәтибе (писары) ҡушаматлы була. Зөбәйер бин Джағд – ул Зөбәйер бин Әүүәм – бәйғәмбәрҙең хәрби көрәштәше[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 сахаба — статья из Исламской энциклопедии Islamist.ru.
  2. 2,0 2,1 2,2 Сахаба — Ислам — я.ру(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 3,2 Сподвижники (Ансары, Сахаба) — исламские сайты. скачать исламские книги, картинки, заставки, аудио, видео 2013 йыл 8 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 Сахабы — сподвижники пророка Мухаммада(c.a.в) — 24 Декабря 2008 — Исламский сайт «TAWHID»
  5. Праведные халифы 2014 йыл 6 апрель архивланған. // Islam.Ru
  6. Кемпер М. Суфии и ученые в Татарстане и Башкортостане [1789-1889]. Исламский дискурс под русским господством. – Казань, 2008. – С. 30–31.