Рәсүл
Рәсүл (рус. Расулево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 292 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830004.
Ауыл | |
Рәсүл Рәсүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәҠандыболаҡ йылғаһы (Урал йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәРәсүл ауылына Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, XVIII быуаттан, 1776 йылдан, билдәле. Ауылға Пугачёв ихтилалында ҡатнашыусы Ҡаратабын улусы старшинаһы тархан Итжыймасов Рәсүл нигеҙ һала. Ауылдың икенсе исеме Тайсын. Риүәйәт буйынса Тайсын — Рәсүлдең уллыҡҡа алған ҡалмыҡ малайы. XIX быуатта Рәсүл ауылында 14 йорт-хужалыҡ була, унда бөтәһе 64 кеше: 32 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
Йәйләүгә 250 кешенән торған 34 йорт-хужалыҡ сыҡҡан. Уларҙың 80 аты, 47 һыйыры, 87 һарығы һәм 9 баш кәзәһе булған. Был ауыл халҡы ла яйлап игенселеккә күскән. 1859 йылда ауылдағы 36 хужалыҡта — 148 кеше, 1866 йылда 36 хужалыҡта 167 кеше йәшәгән.
Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 52 йортта 275 кеше йәшәгән[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәРәсүл ауылы Иманғол ауыл Советына ҡарай. Ауылда Иманғол урта мәктәбе филиалы Рәсүл төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 275 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 304 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 318 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 292 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 294 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 292 | 147 | 145 | 50,3 | 49,7 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[5].
1900 йылда 219 кеше йәшәгән.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (24.02.1940—5.01.2023), элемтәсе, йәмәғәтсе. 1992—2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» ойошмаһының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты.
- Итжыймасов Рәсүл, башҡорт тарханы, Иҫәт провинцияһы Ҡара Табын улусы старшинаһы.
- Сура Рәсүлев (1739—17.02.1774) — 1771—1773 йылдарҙағы Польша походы старшинаһы,Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаевтың көрәштәше.
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Рәсул ауылы. 1962 йылда Учалы районының Рәсүл ауылында С. Мәүлетҡолов яҙып алған. — БЛ, № 91.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Рәсүл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсүл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.