Хәҙис ғилеме
Хәҙис ғилеме (ғәр. علم الحديث — ғилм әл-хәди́с) — мосолман ғалимдары тарафынан ҡулланылған бер нисә дини дисциплина, уларҙың маҡсаты — хәҙистәрҙең һәм уларҙың тапшырыусыларҙың (руват) ышаныслылыҡ дәрәжәһен асыҡлау[1].
Хәҙис ғилеме | |
Өйрәнеү объекты | Хәҙистәр |
---|---|
Яуаплы | WikiProject Hadith[d] |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Билдәләмәһе
үҙгәртергә- Беренсе йүнәлеш (ғилм әл-хәдис әл-хәсс би-р-риүәйә) теге йәки был хәҙистең тапшырыусылар сылбыры - иснәд аша нисек килеп етеүен өйрәнә.
- Икенсе йүнәлеш (ғилм әл-хәдис әл-хәсс би-д-дирайә) хәҙистең ысынлығын, уның шарттарын, төрҙәрен, унан алынған хәлдәрҙе, уның тапшырыусыларын һәм уларҙың ҡулланылыу шарттарын билдәләү менән шөғөлләнә.
Хәҙистәр тураһындағы фәндең мөһим өлөшө булып хәҙис терминологияһы (мөстәләх әл-хәдис) тора, ул хәҙистәрҙең дөрөҫлөгөн билдәләү (сәхих, хәсән, ҙәғиф (зәғиф)һәм улар тураһында фекер йөрөтөү шарттары менән шөғөлләнә. Хәҙистәрҙе тапшырыусыларҙың ышаныслылығын асыҡлау менән шөғөлләнгән дисциплина — ғилм әр-рижәл — Рижәл ғилеме («уҡымышлы ирҙәр тураһындағы фән») тип атала.
Хәҙистәрҙе классификациялау
үҙгәртергә- Сәхих — шулай тип мөхәддистәр сылбыры өҙөлмәгән хәҙисте атайҙар, тапшырыусылар беренсеһенән һуңғыһына тиклем ғәҙеллек һәм теүәллеге менән айырылып тора, шул арҡала уның сығанағында тайпылыштар һәм етешһеҙлектәр (ғиллә) юҡ.
- Хәсән — уның дәрәжәһе сәхих хәҙистәре кимәленән бер аҙ түбәнерәк, әммә уның бөтә тапшырыусылары ла ышанысҡа лайыҡ һәм иснәдендә тайпылыштар һәм етешһеҙлектәр юҡ[2].
- Ҙәғиф (зәғиф)) — ышанысылылыҡ шарттарын ҡәнәғәтләндермәгән һәм хәсән йәки сәхих категорияһына индерелергә тейеш булмаған хәҙис[2].
- Мәғүдү — ялған хәҙис, ул уйлап сығарылған, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡарата ялғаны бар. Бындай хәҙисте мосолман ғалимдарының ижмәһе буйынса, әгәр уның ялғанлығын аңлатыу маҡсаты ғына булмаһа, башҡаларға тапшырыу тыйыла[2].
Мөхәддистәр
үҙгәртергәМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙистәрен йыйған, уларҙы тапшырыусылар сылбырының дөрөҫлөгөн тикшергән һәм теге йәки был хәбәрҙең уларға нисек килеп етеүен асыҡлаған ғалимдар мөхәддис тип атала.
Мөхәддистәр хәҙистәр текстарын йыйыу һәм тапшырыусылар сылбырын тикшереү менән шөғөлләнә — ялғансылар, бидғәт, дөрөҫлөккә тап килмәү һ. б. булыу/булмауына ҡарап, риүәйәттәрҙең дөрөҫлөгө тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлеген билдәләй[3].
Хәҙис йыйынтыҡтары
үҙгәртергә- Йәмиғ — мәҫәлән, Мөхәммәт әл-Бохариҙың «Йәмиғ әс-Сәхих», шәриғәт белеменең төрлө тармаҡтары, шул иҫәптән ғаҡидә, шәриғәт ҡанундары, этика һәм тәфсир буйынса хәҙистәр йыйынтығы (Сәхих әл-Бохари).
- Муснад — мәҫәлән, Әхмәт ибн Хәнбәл "Муснад"ы, унда хәҙистәр тапшырыусыларының исемдәре буйынса классификациялана.
- Мөғжәм — хәҙистәр шәйехтәрҙең үҙ исемдәре буйынса, йышыраҡ алфавит тәртибендә тупланған. Мәҫәлән, «Мөғжәм әл-Кәбир» һ. б.
- Ғиләл - төрлө етешһеҙлектәре булған хәҙистәрҙе йыйған йыйынтыҡтар. Мәҫәлән, әд-Дәракутни һәм Әбү Хәтимдең "Китаб әл-Ғиләл"е.
- Әтрәф - башта айырым хәҙистәрҙең өлөштәре килтерелгән йыйынтыҡтар шулай тип атала, улар башҡаларға күрһәтмә булып хеҙмәт итә, һәм уларҙың тапшырыусылары сылбыры килтерелә.
- Мөстәдрәҡ — башҡа йыйынтыҡтарға өҫтәмә булып хеҙмәт иткән һәм уларҙы төҙөүселәрҙең талаптарына яуап биргән хәҙистәр йыйынтыҡтары шулай атала. Мәҫәлән, әл-Хәким ән-Нәйсәбуриҙың "әл-Мөстәдрәҡ әлә әс-Сәхихәйн"е.
Шиғыйлыҡта хәҙистәрҙе өйрәнеү
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Translated by Eerik Dickinson. An Introduction to the Science of Hadith. — UK: Garnet publishing, 2006.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Владимир Абдулла Нирша. Программа по изучению хадисов. Архивная копия от 11 сентябрь 2012 на Wayback Machine
- ↑ Али-заде, А. А. Мухаддис // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абдул-Хакк Дехлеви. Биография автора // Мукаддима фи усуль аль-хадис = مقدمة في أصول الحديث / Салман аль-Хусейни ан-Надви. — 2. — Лакнау, Индия: Дар аль-Башаир аль-Исламия, 1986. — 115 с.
- Абу Абдуррахман ад-Дагестани. Наука хадиса (.doc).(недоступная ссылка) Проверено Февраль 2020.
- Мустафа Авлийаи. И. К. А. Ховард. Хадисоведение. М.: «Исток», 2010.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мухаммад Таххан (перевод на рус.: Владимир Абдулла Нирша). Пособие по терминологии хадисов.
- Владимир Абдулла Нирша. Программа по изучению хадисов.
- Абу Абдуррахман ад-Дагестани. Наука хадиса (.doc).(недоступная ссылка) Проверено Февраль 2020.
- Книги в категории «Науки хадиса» в электронной библиотеке [[Shamela.ws]] (араб.). Дата обращения: 2 октября 2014.
- Абдуллах Сираджуддин ОСНОВНЫЕ КНИГИ ПО ТЕРМИНОЛОГИИ ХАДИСОВ