Хәҙис

(Хәҙистәр битенән йүнәлтелде)

ХәҙистәрМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ҡөрьәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре, тапҡыр һүҙҙәре.

Хәҙис
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы ħa.diːθ
Әһәмиәтле кеше Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Ҡайҙа өйрәнелә Хәҙис ғилеме
Яуаплы WikiProject Hadith[d]
 Хәҙис Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вафат булғас, Ислам ғалимдары был һүҙҙәрҙе яҙып алғандар, хәҙистәр тип ҡулъяҙма китаптар рәүешендә таратҡандар, уларға аңлатма биргәндәр. Шулай итеп, изге Ҡөрьән китабынан ҡала, Ислам дине тәғлимәтен аңлатҡан Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) төплө, изгелекле һәм хикмәтле һүҙҙәре хәҙистәр исемендә иң әһәмиәтле китапҡа, дин өйрәтмәләренә әйләнгән.

Хәҙистең нигеҙ өлөштәре

үҙгәртергә

Хәҙис ике төп нигеҙ өлөшөнән тора: сәнәд һәм мәтен.

  1. Иснәд (ғәр. اٍسْنادٌ‎) – Мөхәммәт (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) һүҙҙәрен (ғәмәлен, хуплауын) бер-бер артлы тапшырыусылар сылбыры. Иснәд Пәйғәмбәрҙән (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) йәки сәхәбәнән йәки тәбиғиндән һбашланып, хәҙистәр йыйынтығын төҙөүсе ғалимгә тиклем теҙелеп килә. Иснәдтең беҙгә яҡынырак өлөшө – башы, ә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә яҡыныраҡ өлөшө аҙағы тип атала. Иснәдтә телгә алынған кешене равий тип атайҙар. Иснәд – хәҙисте тапшырыусы бөтә равийҙарҙың исемлеге. Бер равийҙың икенсе равийға хәҙис тапшырыуы риүәйәт тип, ә хәҙис үҙе мәрүи тип атала.
  1. Мәтен (ғәр. مَتْنٌ‎) – Мөхәммәт (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) әйткән һүҙ (эшләгән эш). Мәтен хәҙистең төп өлөшө булып тора. Ә иснәд мәтендең Пәйғәмбәргә йәки сәхәбәгә ҡағылғанлығын раҫлай. Мәтен иснәдтән һуң килә.

Йыйынтыҡтар

үҙгәртергә

Хәҙистәрҙең беренсе йыйынтығы – Муватта – Имам Мәлик, һижри буйынса йыл 93-179 йылдарҙа Мәҙинәлә тыуған һәм йәшәгән ҙур ғалим, тарафынан йыйыла. Был китап Мәлик Муваттаһы исемен ала. Ғалим унда теүәл иснәдте бирә һәм хәҙистәрҙе темалар буйынса бүлә. Был китап хәҙистәрҙе генә түгел, ә Ислам хоҡуғы буйынса мәғлүмәтте ла тапшырғанға, унда Имам Мәликтең теге йәки был һорау буйынса фекерҙәрен дә осратырға мөмкин.

Муватта төҙөлгәндән һуң, ваҡыт үтеү менән, хәҙистәр буйынса иң ышаныслы хеҙмәттәр булып һаналыусы тағы алты йыйынтыҡ барлыҡҡа килә: Имам Бохари (һижри 194-256 йылдар) Сәхихе; Имам Мөслим (һ. 202-261 йылдар) Сәхихе; Әбү Дауыт (һ. 202-275 йылдар) Сүнәне; Әт-Тирмизи (һ. 279 йылда үлде) Сүнәне; Ән-Нәсәйи (һ. 215-303) Сүнәне; Ибн Мәжаһ (һ. 209-273) Сүнәне.

Мүтәватир хәҙистәр

үҙгәртергә

Күп кешеләр тарафынан тапшырылған хәҙистәр. Был уларҙың ялған булыу мөмкинлегенә юл ҡуймай.

Мүтәватир хәҙистәрҙең шарттары

үҙгәртергә

1 — тапшырыусылар кәмендә ундан да аҙыраҡ булырға тейеш түгел, ләкин шул уҡ ваҡытта улар төрлө милләттән, мәҙһәбтән һ.б. булырға тейеш.

2 — фальсификация маҡсаты менән үҙ-ара килешкәнлектәренә шик булмаҫҡа тейеш.

Мүтәватир хәҙистәр ҡәнәғәтләндерергә тейеш булған башҡа шарттар ҙа бар.

Иснәде Аллаһы тәғәләгә тиклем еткән, Мөхәммәт (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) тарафынан тапшырылған хәҙис.

Ҡудси Хәҙистең Ҡөрьәндән айырмаһы

үҙгәртергә

1 — Ҡөрьән мәғәнәһе яғынан да, рәүеше яғынан да Аллаһынан, ә ҡудси хәҙис – мәғәнәһе буйынса Аллаһынан, ә рәүеше буйынса Мөхәммәт.

2 — Ҡөрьән уҡыу Аллаһыға ғибәҙәт булып һанала, ә ҡудси хәҙистәрҙе уҡыу – юҡ.

Ҡудси Хәҙистең Ҡөрьән шәрифтән айырмалығының башҡа, – оло һәм бәләкәй билдәләре лә бар.

Хәҙис йыйынтыҡтары

үҙгәртергә

Хәҙистәр классификацияһы

үҙгәртергә
  • Мәрдүд
    • Дәи́ф
    • Мәүдү́
  • Мүғәлләк

Һылтанмалар

үҙгәртергә