Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәүхид — ул Аллаһы Тәғәлә бер икәнлеген, Уның бер ниндәй ҙә тиңдәше юҡ икәнлеген өйрәтә торған фән. Тәүхид фәне «лә иләһә илләаллаһ» һүҙенең мәғәнәһен, нигеҙҙәрен, шарттарын һәм «лә иләһә илләаллаһ» тигән иман кәлимәһен нимәләр боҙоуын, юҡҡа сығарыуын өйрәтә.

«Лә иләһә илләаллаһ» үҙгәртергә

Кешеләрҙе иң беренсе намаҙға түгел, ә, пәйғәмбәрҙәр кеүек, имандың асылына — «лә иләһә илләаллаһ» (мәғәнәһе: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ) ҡанунына өндәргә кәрәк. Көмөштәй шишмә һыуын бер тамсы ағыу боҙған кеүек, «Лә иләһә илләаллаһ» кәлимәһен боҙоусы нәмәләр бар. Улар иманға зарар итеп, кешене бөтөнләй юлдан яҙҙыра. Ҡайһы бер мосолмандар үҙҙәренең «Лә иләһә илләаллаһ» кәлимәһенә ана шундай төрлө зарар һалыусы сирҙәрҙе эләктереп, ахыр сиктә имандарын юғалтып, аҙаша, тип һанай мосолмандар.

«Лә иләһә илләаллаһ» кәлимәһен юҡҡа сығара торған нәмәләр үҙгәртергә

  • Сихыр ғилеме
  • Күрәҙәселек
  • Йондоҙнамә
  • Оло ширк
  • Харамды хәләл, хәләлде харам тиеү
  • Ҡәберҙәге әүлиәләргә табыныу(был әйбер әлеге ваҡытта күҙәтелмәй тип әйтергә лә була)
  • Боттарға, һындарға табыныу
  • Рыя ғәмәлдәр(маһайыу, маҡтаныу)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Ваҡыт-Урал (гәзит) № 5 14 март 2011 миләди йыл , 9 рәббиғәл -ахыр 1432һижри йыл