Исламда фәрештә
(Фәрештәләр битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Фәрештәләр — Аллаһтың вәкилдәре, күҙгә күренмәй торған зат. Уларҙың вазифаһы — Аллаһҡа ғибәҙәт итеү.
Аллаһы тәғәләнең бик күп фәрештәләре бар, уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Улар Аллаһтың итәғәтле ҡолдары. Уның ҡушҡандарын һүҙһеҙ башҡарыусылар. Улар кешеләр кеүек түгел. Кәүҙә төҙөлөштәре юҡ. Нурҙан яратылғандар. Ғәҙәттә кеше күҙенә күренмәйҙәр.
Иң мәшһүр фәрештәләр
үҙгәртергә- Ябраил — Аллаһтың әмерҙәрен Пәйғәмбәрҙәргә еткереп тороусы фәрештә.Аллаһ менән Пәйғәмбәр араһындағы илсе
- Микаил — тәбиғәт эштәрен яйға һалыусы фәрештә.
- Ғазраил— йән алыусы фәрештә
- Исрафил — Ҡиәмәт көнөн кешеләргә еткереүсе фәрештә.
Бөйөк фәрештәләрҙән тыш тағы ла төрлө вазифалар үтәүсе фәрештәләр бар:
- Кирамән һәм Катибин — улар кешеләрҙең ғәмәлдәрен яҙа. Уң яуырындағыһы — сауаптарҙы, һул яуырындағыһы — гонаһтарҙы теркәп бара.
- Мөнҡәр менән Нәнҡир — вафат булып, ҡәбергә күмелгәс һорау алырға килеүсе фәрештәләр.
- Хәфаза фәрештәләре кешеләрҙе төрлө бәләләрҙән һәм ҡазаларҙан һаҡлай.