Ислам тарихы
Ислам тарихы — Исламдың барлыҡҡа килеүе һәм таралыуы.
Ислам тарихы | |
Ислам тарихы Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Исламға тиклем осор
үҙгәртергәИслам ғөләмәләре аңлатыуынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр яңы дингә нигеҙ һалмаған, ә һуңғы Рәсүл булған. Уға тиклем Ғайса, Яхъя, Муса, Ибраһим һәм башҡа Пәйғәмбәрҙәр булған.
Мөхәммәт рисаләте
үҙгәртергәИмам әл-Бохариҙың хәҙисәтенә ярашлы, в 610 йылдың Рамаҙан айында, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә 40 йәш тулғанда, Һира мәмерйәһендә яңғыҙы ултырғанда уның янына Ябраил фәрештә килә һәм Ҡөрьәндең тәүге биш аятын еткерә[1]. Ошо 610 йылды Ислам диненең барлыҡҡа килгән йылы тип һанарға мөмкин.
Рисәләт иңгәндән һуң 3 йыл буйына Мөхәммәт Пәйғәмбәр дуҫтары һәм яҡындары араһында дәғүәт алып бара. Был осорҙа 40 кеше Ислам ҡабул итә, улар араһында ҡатын Хәҙисә, Али ибн Әбү Талип, Әбү Бәкер һәм башҡалар.
613 йылда Мөхәммәт Мәккәлә халыҡ араһына сығып Рәсүл икәнен әйтә. Мәккәнең башлыҡтары быны дошманлыҡ менән ҡабул итә, уға Мәккәлә йәшәү хәүеф янай башлай, 622 йылда ул Мәҙинәгә һижрәт ҡылырға мәжбүр була.
Мәҙинәләге ауса һәм хәзрәж хазрадж ҡәбиләләре Ислам ҡабул итеп, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең төп көсөнә әүереләләр. Рәсүлдең ғүмере ахырына тотош Ғәрәп ярымутрауы теократик дәүләткә әйләнә, — Ғәрәп хәлифәлеге барлыҡҡа килә.
Хаҡ хәлифәт
үҙгәртергәХаҡ хәлифәт (ғәр. الخلافة الراشدية — әл-хиләфәт әр-Рәшидиә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәр вафатынан һуң 632 йылда барлыҡҡа килгән дәүләт.
Дүрт хаҡ хәлифә : Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман һәм Али ибн Әбү Талип етәкселек иткән осор. Хәлифәлектең биләмәләре Ғәрәп ярымутрауын, Шам, Кавказ, Төньяҡ Африканың бер өлөшөн, Мысырҙан Тунисҡа һәм Иран таулыҡтарына тиклем үҙ эсенә алған. Хаҡ хәлифәт Ғәрәп хәлифәлегенә нигеҙ һалған.
Өмәүиҙәр хәлифәлеге
үҙгәртергәӨмәүиҙәр хәлифәте (ғәр. الأمويون), йәки бәнү Өмәйә (ғәр. بنو أمية) — өмәүиҙәр династияһы хакимлыҡ иткән хәлифәлек. Мүәвиә I 661 йылда башлап ебәргән мосолман династияһы хәлифәләре идара иткән. Дәүләт башлығы — хәлифә, уның ҡуклында дини һәм донъяуи мәсьәләләр булған. Баш ҡалаһы — Дамаск (Дәмәшк). Дәүләт теле — ғәрәп теле. Аҡсаһы — алтын динар һәм көмөш дирһәм[2]..
Суфыян һәм Мәрүәни сығышлы өмәүиҙәр VIII быуат урталарына тиклем дәүләткә идара иткәндәр. Жизйә һәм хараж мәсьәләрендә ризаһыҙлыҡ тыуып, миләди 750 йылда Әбү Мөслим етәкселегендә фетнә сыға. Һөҙөмтәлә династия тәхеттән бәреп төшөрөлә һәм Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге урынлаша. Хәлифә Хишам ибн Ғәбд әл-Мәликтең ейәненән башҡа барлыҡ өмәүиҙәрҙе үлтерәләр. Был тармаҡ Испанияла Кордова хәлифәлеге династияһына башлап ебәрә[2].
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
үҙгәртергәҒәббәсиҙәр хәлифәлеге — ғәрәп хәлифәләренең өмәүиҙәрҙән ҡала икенсе династияһы (750—1258); Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһының туғаны Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлиптан башланып киткән. Ғәббәсиҙәр Әл-Андалустан башҡа Өмәүиҙәр хәлифәлегенең ҡолатылған бөтә биләмәләрҙә 750 йылдан баш булып тора.
Бағдад хәлифәләре Ғәрәп хәлифәлегендә дауамында биш быуаттан ашыу идара итә. Ғәббәсиҙәр башта өмәүиҙәргә кире ҡарашта булмай. Әммә һуңыраҡ өмәүиҙәрҙең идара итеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә башлайҙар һәм хәлифәлекте яулап алалар. Ғәббәсирәрҙән беренсе хәлифә Абдулла ибн мөхәммәт әс-Сафф була[3].
IX быуат уртаһынан Х быуат уртаһына тиклем бағдад хәлифәләре шиғыйҙар йүнәлешендәге ислам динен тота. Хәлифә түбән эш хаҡы алып эшләй, ул бөтә сығымдарҙы ҡаплай алмай. 974 йылда хәлиф әл-Мути улы әт-Тай файҙаһына тәхеттән баш тарта. 991 йылдан уның эше менән ҡәнәғәт булмағандар һарайҙы баҫып ала һәм талай. Әт-Тайҙы Әхмәт әл-Ҡадир файҙаһына тәхеттән баш тартырға мәжбүр итәләр. Әхмәт әл-Ҡадир солтан ҡыҙына өйләнә һәм бер ауыҡҡа хәлифәттең данын ҡайтарыуға өлгәшә. Әл-Ҡәим идара иткән осорҙа Ираҡты сәлжүк төрөктәр яулап ала. Улар ғәббәсиҙәргә ихтирамлыраҡ ҡарашта була[4].
XI быуаттың уртаһына тиклем ғәббәсиҙәр сәлжүктәр империяһы йоғонтоһонда була. Һуңғы ғәббәси Әл-Мүстәсимде 1258 йылда монголдар үлтерә. Монгол баҫҡынсыһы Хулагу хан Хәлифәтте тар-мар иткәс, Сүриәнең һәм Мысырҙың мәмлүк солтандары ғәббәсиҙәрҙең тере ҡалған вәкилдәрен үҙҙәренә саҡырып ала[3].
Әл-Әндәлүс
үҙгәртергәӘл-Әндәлүс — Мосолман Испанияһы ошо исем менән билдәле булған, ул — мосолман хакимлығы ваҡытында урта быуаттарҙа (711—1492) Пиреней ярымутрауы биләмәләре. Бөтә төбәктәрҙең дини-сәйәси сығышына ҡарамай дөйөм дәүләт атамаһы булараҡ та ҡулланылған. Һуңғы мосолман дәүләте булып Испания биләмәһендә Гранада әмирлеге тора, уны христиандар 1492 йылда буйһондора. Мосолмандарҙың күпселеге көсләп суҡындырыла (мориски). XV быуатта Реконкиста тамамлана һәм христиандар Төньяҡ Африкаға баҫып инә , шулай уҡ океан аръяғынан яулау өсөн өсөн яңы ерҙәр эҙләй башлайҙар.
XVII быуатта суҡындырылған ғәрәптәрҙең һәм маврҙарҙың тоҡомдары суҡындырылмай ҡалғандар менән бергә илдән ҡыуып сығарыла.
Мәмлүк солтанлығы
үҙгәртергәСолтанат — урта быуаттарҙа Яҡын Көнсығыштағы феодаль дәүләттәр, 1250—1517 йылдар арауығында йәшәп алған [5]. Солтанат Ҡаһирәлә әйүбиҙәрҙе тәхеттән бәреп төшөрөп, мәмлүктәрҙең хакимлыҡты тартып алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
1261 йылда солтанат ҡулы аҫтына Ғәрәбстандың изге ислам төйәктәре — Мәккә һәм Мәҙинә күскән. 1382 йыл түңкәрелеш ойоштороп, мәмлүк каста солтан итеп Черкесия кешеһе Бәркүкте иғлан итә. Бәркүк нигеҙ һалған черкес династияһы — бүржиттәр — мәмлүк солтанатының ахырғы йылдарына тиклем идара итә. 1517 йылда солтанатты Ғосман империяһы буйһондора. Мысыр Ғосман империяһы провинцияһы тип таныла һәм автоном статусын ҡа эйә була, уға төрөк вәкилдәре — пашалары идара итә.
Ғосман империяһы
үҙгәртергәҒосман империяһы — 1299 йылда Ғосман I етәкселегендәге төрөк ҡәбиләләре тарафынан төньяҡ-көнбайыш Анатолияла булдырылған дәүләт [6]. После 1453 йылда Константинополь яулап алынғандан һуң ОҒосман дәүләте империя тип атала башлай.
1517 йылда Сәлим I Мысырҙа мәмлүктәр дәүләтен тар-мар итә һәм уны үҙенең биләмәләренә ҡуша. Шулай уҡ ул үҙенә хаҡ мосолмандар хәлифәһе дәрәжәһе ала. Ғосман солтандары хәлифә титулын 1924 йылға тиклем йөрөтә.
XVI—XVII быуаттарҙа Күркәм Сөләймән дәүерендә Ғосман империяһының иң сәскә атҡан осоро була. Был осорҙа Ғосман империяһы донъяла иң ҡеүәтле илдәрҙең береһенә әйләнә — күп милләтле, күп телле дәүләттәр, көньяҡ Изге Рим империяһының көньяҡ сиктәренән алып Венаға, Венгрия короллегенә һәм төньяҡтан Речь Посполитаяға тиклем, көньяҡтан Йеменға, Эритреяға, көнбайыштан Алжирға, көнсығыштан Әзербайжанға тиклем сиктәр йәйрәп ятҡан[7]. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның күп өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығында була[8]. XVII быуат башында империя 32 провинциянан һәм күп һанлы вассал дәүләттәрҙән тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡыт үтеү менән йә яулап алынған йә автономия бирелгән булған.
Империяның баш ҡалаһы Константинополь (Истанбул) булған. Ул Урта диңгеҙ (төрөксә- Аҡ диңгеҙ) бассейнын үҙ ҡарамағында тота. Ғосман империяһы 6 быуат буйы Европа менән Шәреҡ илдәрен бәйләүсе булып тора.
Төркиәнең бөйөк милли мәжлесе халыҡ-ара танылыу алғандан һуң, 1923 йылдың 29 октябрендә Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылғас, Ғосман империяһының вариҫы булараҡТөркиә Республикаһы иғлан ителә. 1924 йылдың 3 мартында Ғосман хәлифәте тулыһынса ғәмәлдән сығарыла. Уның вәкәләттәре һәм бурыстары Төркиәнең Бөйөк милли мәжлесенә тапшырыла [9].
Яңы тарих
үҙгәртергәXIX быуат ахырына ике тенденция һыҙатлана — консерватив һәм модернистик Ислам . Консерваторҙар (фундаменталистар) ислам диненең башланғыс нигеҙенә кире ҡайтырға саҡыра, һәм изге яҙмаларҙы туранан-тура мәғәнәлә аңлауға , Пәйғәмбәр васыят иткәнсә теократик хакимиәткә кире ҡайтырға өндәй. Модернистар Исламдың айырым өлөштәрен хәҙерге заман ысынбарлығы менән яраштырырға саҡыра[10]
XIX быуат аҙағына бөтә илдән тиерлек мосолман дәүләттәре булып әйләнеп европа колонияларына йә ниндәйҙер иленә буйһондоролған булып сыға. Колониализмға ҡаршы көрәш Исламд ныҡ сәйәсиләшеүенә килтерә, был процестар тотош ХХ быуат тиерлек бара. Сәйәси ислам (исламизм) барлыҡҡа килә. Ул үҙенең позицияһын Иран ислам революцияһынан һуң (1978—1979) нығыта.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Сахих» аль-Бухари, Книга 1. «Начало откровений», № 3
- ↑ 2,0 2,1 Омейядов халифат // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
- ↑ 3,0 3,1 Али-заде, А. А. Аббасиды // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Рыжов К. В. Аббасиды // Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.
- ↑ Mamluk (Islamic dynasty) in the Encyclopædia Britannica Online (ингл.). britannica.com. Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано 12 февраль 2013 года.
- ↑ Encyclopedia Britannica — Ottoman Empire, empire created by Turkish tribes in Anatolia
- ↑ Stephen Turnbull, The Ottoman Empire 1326—1699, Essential histories, vol. 62, Essential histories, 2003. [from article of the back cover]
- ↑ From the article on the Ottoman Empire in Oxford Islamic Studies Online . Oxfordislamicstudies.com (6 май 2008). Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
- ↑ Full text of the Treaty of Lausanne (1923) . Wwi.lib.byu.edu. Дата обращения: 19 октябрь 2013. Архивировано 23 декабрь 2012 года.
- ↑ ислам тарихы ix—XIX вв 2012 йыл 26 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большаков О. Г. История Халифата. — 2-е изд. — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2000. — Т. I. Ислам в Аравии. 570—633. — 312 с. — ISBN 5-02-016552-2.
- Браницкий А. Г., Корнилов А. А. Религии региона. — Н. Новгород: ННГУ имени Н. И. Лобачевского, 2013. — 305 с. Архивировано 28 июль 2014 года.
- Дзуцев X. В., Першиц А. И. Ваххабиты на Северном Кавказе — религия, политика, социальная практика // Вестник Российской академии наук. — 1998. — Т. 68, №12. — С. 1113—1116.
- Коротаев А. В., Клименко В. В., Прусаков Д. Б. Возникновение ислама: Социально-экологический и политико-антропологический контекст. — М.: ОГИ, 2007. — 109 с. — (Цивилизационное измерение). — ISBN 5-94282-104-6.
- Мюллер А. История ислама. От доисламской истории арабов до падения династии Аббасидов. — 2004. — 170 с. — ISBN 5-17-022274-2.