Иман
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Иман, Иман-Иғтиҡад. Ислам динендәге хәҡиҡәттәргә тел менән әйтеп, күңел менән ышаныу.
Ислам динендә кешене ЫШАНЫУ тигән бөйөк көс йәшәтә, шул уға егәрлек бирә. Мосолмандарҙҙың ундай көсө, ышанысы — Иман.
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ барлығына, Уның фәрештәләренә, изге китаптарына, Пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, изгелек һәм яуызлыҡтың АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ тәҡдире менән булыуына ышаныуҙы «Ләә иләәһә илләл-лааһү Мүхәммәдүр-расүүлүллааһ» тип тел менән әйтеү — Иғтиҡад, йәки Иман килтереү була.
Иман килтереү — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдәң тәүгеһе.