Әл-Хижәз (ғәр. الحجاز‎) — Ғәрәп ярымутрауының көнбайышындағы ерҙәр, Сәғүд Ғәрәбстанының бер өлөшө. Ислам барлыҡҡа килгән тарихи урын — мосолмандарҙың изге ҡалалары Мәккә һәм Мәҙинә бында урынлашҡан . Административ үҙәге — Жиддә.

Хижәз
Рәсем
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Административ-территориаль берәмек Мәккә[d]
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q122763501?
Карта
 Хижәз Викимилектә

Хижәз Сәғүд Ғәрәбстаны картаһында
Хижәз
Рәсем
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Административ-территориаль берәмек Мәккә[d]
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q122763501?
Карта
 Хижәз Викимилектә

1916-1925 йылдарҙа — Хижәз бойондороҡһоҙ дәүләте, ғәрәп ҡәбиләләренең Ғосман империяһына ҡаршы ихтилал һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Хижәздең беренсе короле Хөсәйен бин Али (1916-1924), икенсеһе — уның улы Али ибн Хөсәйен (1924-1925).

  • миләди 106 йылға тиклем — Набатей батшалығы өлөшө. Мәдәин-Сәлих ҡалаһы һаҡланған,ул батшалыҡтың көньяғында уның баш ҡалаһы Петранан һуң икенсе урында торған ҡала булған.
  • миләди 106 йыл — Хижәз Рим империяһының Ташлы Ғәрәбстан провинцияһы составына инә.
  • 1519 йыл — Мәмлүк солтанатын ғосман төрөктәре баҫып ала. Хижәз, солтанат составына инеп, төрөктәрҙекенә әйләнә.
  • 1519 йылдан 1916 йылға тиклем — Ғосман империяһы составына инә.
  • 1916 йылдың 30 майында — бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителә. Хижәз короллеге барлыҡҡа килә.
  • 1925 йыл — Нәжд солтанлығы яулап ала, Хижәз һәм Нәжд тип аталған короллек барлыҡҡа килә.
  • 1932 — берләшкән дәүләтСәғүд Ғәрәбстаны тип үҙгәртелә[1]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Васильев А. М. История Саудовской Аравии (1745 г. - конец 20 в.) — М.: Классика плюс; Книжный дом газеты «Труд», 1994. — ISBN 5-89073-022-3

Һылтанмалар

үҙгәртергә