Шәриғәт
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Шәриғәт (ғәрәпсә бойроҡ.күрһәтмә, закондар) — дәүләт дине булып Ислам һаналған илдәрҙә мосолмандарҙың мәжбүри булған дини ҡанундар йыйылмаһы [1]
Ҡөрьәнде өйрәнеү-тәфсир фәнен, ә хәҙистәрҙе өйрәнеү Сөнәтте тыуҙырған кеүек, дини әҙәбиәттең ошо ике тармағы нигеҙендә дин белеме теология (Ҡәләм) һәм хоҡуҡ белеме- фикһ барлыҡҡа килә.
Фикһ — дөйөм белеү тигәнде аңлатһа ла, һуңғы осорҙа «дини закондарҙы белеү» мәғәнәһенә тап килә. Хәйер, шәриғәткә дин белеме лә, хоҡуҡ белеме лә туплана, уның өлөштәрен тәшкил итә.
Хәнәфи мосолмандарҙа шәриғәт төп дүрт сығанаҡҡа — Ҡөрьәнгә,Сөннәткә, Ижмаға һәм Ҡыясҡа нигеҙләнеп ҡарайҙар. Бына ошо сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм файҙаланыуҙа уларҙың ҡайһыһына күберәк өҫтөнлөк бирергә тигән һорау тыуа. Аллаһ исеме менән эшләнгән шәриғәт ҡанундары һәм шул осорҙағы тәҡдимдәр ошоғаса үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә суд-хөкөм эштәрендә уларҙы әле лә иҫәпкә алалар. Шәриғәт әлегәсә йәнле һәм йәнһеҙ мөлкәткә хосуси милекселекте Аллаһ исеме менән законлаштыра. Шәриғәттә шулай уҡ намаҙ, тәһәрәт, ураҙа, зәкәт, хаж һәм йыһат (жихад) турында тулы күрһәтмәләр бар.
Шәриғәт хөкөмдәре
үҙгәртергәФикһ китаптарында түбәндәге хөкөмдәрҙе осратырға мөмкин:
- Фарыз (ғәрәпсә бурыс, мәжбүриәт) эш. Фарыз эште үтәү мәжбүри.
- Важиб (ғәрәпсә кәрәкле, зарури) эш шулай уҡ мәжбүри
- Сөннәт (ғәрәпсә ғәҙәт, йола) хуплана торған эш.
- Мөбах (ғәрәпсә рөхсәт ителгән)
- Харам (ғәрәпсә тыйылған)
- Мәкруһ (ғәрәпсә шелтәләнә) торған тыйылған эш.
Шәриғәт бөгөн
үҙгәртергәХәҙерге факиһтар ҡайһы бер мосолман илдәренең шәриғәткә нигеҙләнгән Конституцияларына таяна. Улар шәриғәт төшөнсәһенә фикһ сығанаҡтарын өйрәнгән мөжтәһидтәрҙең һығымталарын да индерә. 1869—1877 йылдарҙа Осман империяһында 99 шундай норма-принцип (тәнзимәт) ҡабул ителгән булған, улар граждандар һәм процессуаль кодекстарҙа мөһим роль уйнаған [2].
Бөгөнгө Ислам идеологияһында фикһ хоҡуҡиәте шәриғәткә инмәй һәм уның менән тап килмәй тип һанала. Уларҙың мөнәсәбәте шәриғәт фикһ сығанағы булараҡ һәм шәриғәттең хоҡуҡиәт менән бәйләнеше рәүешендә бара [3].
Мосолмандың тәртибе шәриғәт тарафынан билдәләнгән, ә инде билдәле номативтарға индереп ҡарау фикһ-юриспруденция бурысына инә. Фикһ шәриғәткә нигеҙләнеп тәғәйен нормалар индерә[3].
Яза биреү
үҙгәртергәЕнәйәтсегә яза биреү өммәткә яҡшылыҡ килтереү ниәтенән эшләнергә тейеш. Ул ғүкүбә тип атала (ғәр. عقوبة). Язаны шәриғәт хөкөмдары - ҡаҙый билдәләй, ул һәр енәйәткә шәриғәттәге талаптарҙы яҡшылап өйрәнеп ҡарар сығара. Ғүкүбә Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә таянып ҡына башҡарыла. Енәйәт өсөн яза кешенең кем икәнлегенә ҡарамай бер үк рәүештә бирелә [4].
Язалар өс төргә бүленә: иҫкәртеү язаһы (хәдд), үс алыу язаһы (ҡисас, диййә, кәффәрәт, мираҫтан мәхрүм итеү) һәм өгөт-нәсихәт, еңелерәк яза (тәзир)[4].
- Хәдд — өммәттең әхлаҡи хәленә хәүеф тыуҙыра торған енәйәттәргә ҡаралған яза. Бындайҙарға, мәҫәлән, зина ҡылыу, зина ҡылды тип ғәйбәт таратыу, иҫерткес эсеү, кеше мөлкәтен ҡанунһыҙ үҙләштереү инә. Бындай енәйәттәр өсөн штраф, ҡамсылау, зинданға ябыу, үлем язаһы (рәжм) биреү ҡаралған [4].
- Үс алыу язалары: ҡисас (үс), диййә (компенсация), кәффәрәт (ғәфү ителеүгә өлгәштереү) һәм мираҫтан мәхрүм итеү. Алдан уйлап кеше үлтергән өсөн кешегә үлем язаһы бирелә. Мәгәр айырым осраҡтарҙа үлтерелгән кеше өсөн түләү (кәффәрәт) йәки килтерелгән зыянды ҡаплатыу (диййә) юлы менән хәл ителереүе ихтимал. Осраҡлы үлтереш булғанда йәки яралағанда диййә түләнә [4].
- Тәзир — төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар айҡанлы ҡулланыла. Бындайҙарға ошолар инә: йәмәғәт тәртибен боҙоу, мутлыҡ, ҡараҡлыҡ һәм башҡалар. Бындай енәйәттәр өсөн штраф, төрмә, йәшәгән ерҙән ҡыуыу, ҡамсылау ҡаралған. Ҡайһы ваҡытта йәмғиәт өгөт-нәсихәте ҡулланыла[4].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 688-се бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 688-се бит
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 293
- ↑ 3,0 3,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 294
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Али-заде, А. А., 2007, Укуба