ХәҙистәрМөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре, тапҡыр һүҙҙәре.

Хәҙис
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы ħa.diːθ
Әһәмиәтле кешеһе Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Ҡайҙа өйрәнелә Хәҙис ғилеме
Commons-logo.svg Хәҙис Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғас, ислам ғалимдары был һүҙҙәрҙе яҙып алғандар, хәҙистәр тип ҡулъяҙма китаптар рәүешендә таратҡандар, уларға аңлатма биргәндәр. Шулай итеп, изге Ҡөрьән китабынан ҡала, ислам дине тәғлимәтен аңлатҡан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең төплө, изгелекле һәм хикмәтле һүҙҙәре хәҙистәр исемендә иң әһәмиәтле китапҡа, дин өйрәтмәләренә әйләнгән.

Хәҙистең нигеҙ өлөштәреҮҙгәртергә

Хәҙис ике төп нигеҙ өлөшөнән тора:сәнәд һәм мәтен.

  1. Иснәд (ғәр. اٍسْنادٌ‎) – Мөхәммәт һүҙҙәрен (ғәмәлен, хуплауын) бер-бер артлы тапшырыусылар сылбыры. Иснәд Пәйғәмбәрҙән йәки сәхәбәнән йәки тәбиғиндән һбашланып, хәҙистәр йыйынтығын төҙөүсе ғалимгә тиклем теҙелеп килә. Иснәдтең беҙгә яҡынырак өлөшө – башы, ә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә яҡыныраҡ өлөшө аҙағы тип атала. Иснәдтә телгә алынған кешене равий тип атайҙар. Иснәд – хәҙисте тапшырыусы бөтә равийҙарҙың исемлеге. Бер равийҙың икенсе равийға хәҙис тапшырыуы риүәйәт тип, ә хәҙис үҙе мәрүи тип атала.
  1. Мәтен (ғәр. مَتْنٌ‎) – Мөхәммәт әйткән һүҙ (эшләгән эш). Мәтен хәҙистең төп өлөшө булып тора. Ә иснәд мәтендең Пәйғәмбәргә йәки сәхәбәгә ҡағылғанлығын раҫлай. Мәтен иснәдтән һуң килә.

ЙыйынтыҡтарҮҙгәртергә

Хәҙистәрҙең беренсе йыйынтығы – Муватта – Имам Мәлик, һижри буйынса йыл 93-179 йылдарҙа Мәҙинәлә тыуған һәм йәшәгән ҙур ғалим, тарафынан йыйыла. Был китап Мәлик Уваттаһы исемен ала. Ғалим унда теүәл иснәдте бирә һәм хәҙистәрҙе темалар буйынса бүлә. Был китап хәҙистәрҙе генә түгел, ә ислам хоҡуғы буйынса мәғлүмәтте ла тапшырғанға, унда Имам Мәликтең теге йәки был һорау буйынса фекерҙәрен дә осратырға мөмкин.

Муватта төҙөлгәндән һуң, ваҡыт үтеү менән, хәҙистәр буйынса иң ышаныслы хеҙмәттәр булып һаналыусы тағы алты йыйнтыҡ барлыҡҡа килә: Имам Бохари (һижри 194-256 йылдар) Сәхихе; Имам Мөслим (һ. 202-261 йылдар); Әбү Дауыт (һ. 202-275 йылдар) Сүнәне; Әт-Тирмизи (һ. 279 йылда үлә) Сүнәне; Ән-Нәсаи (һ. 215-303) Сүнәне; Ибн Мәжи (һ. 209-273) Сүнәне.

Мүтәватир хәҙистәрҮҙгәртергә

Күп кешеләр тарафынан тапшырылған хәҙистәр. Был уларҙың ялған булыу мөмкинлегенә юл ҡуймай.

Мүтәватир хәҙистәрҙең шарттарыҮҙгәртергә

1 — тапшырыусылар кәмендә ундан да аҙыраҡ булырға тейеш түгел, ләкин шул уҡ ваҡытта улар төрлө милләттән, мәҙһәбтән һ.б. булырға тейеш.

2 — Фальсификация маҡсаты менән үҙ-ара килешкәнлектәренә шик булмаҫҡа тейеш.

Мүтәватир хәҙистәр ҡәнәғәтләндерергә тейеш булған башҡа шарттар ҙа бар.

Ҡудси ХәҙисҮҙгәртергә

Иснәде Аллаһы тәғәләгә тиклем еткән, Мөхәммәт тарафынан тапшырылған хәҙис.

Ҡудси Хәҙистең Ҡөрьәндән айырмаһыҮҙгәртергә

1 — Ҡөрьән мәғәнәһе яғынан да, рәүеше яғынан да Аллаһынан, ә ҡудси хәҙис – мәғәнәһе буйынса Аллаһынан, ә рәүеше буйынса Мөхәммәт.

2 — Ҡөрьән уҡыу Аллаһыға ғибәҙәт булып һанала, ә ҡудси хәҙистәрҙе уҡыу – юҡ.

Ҡудси Хәҙистең Ҡөрьән шәрифтән айырмалығының башҡа, - оло һәм бәләкәй билдәләре лә бар.

Хәҙис йыйынтыҡтарыҮҙгәртергә

Сөнни йыйынтыҡтарҮҙгәртергә

  • Имам Бохари «әл-Йәмиғ әс-Сәхих»е
  • Имам Мөслим «әл-Йәмиғ әс-Сәхих»е
  • Имам Әбү Дауыт «Китаб әс-Сүнән»е
  • Имам Әт-Тирмизи «әл-Йәмиғ әл-Кәбир»е
  • Имам ән - Нәсәғи «Китаб әс-Сүнән әл-Ҡубра»һы
  • Имам Ибн Мәжи «Китаб ас-Сүнән»е
  • Имам әл-Байхаҡи «әс-Сүнән әл-Ҡубра»һы
  • Имам Әхмәт «өл-Мөснәд»е

Шиғый йыйынтыҡтарҮҙгәртергә

  • «әл-Ҡаф», Ҡулани
  • «Әхзәб әл-әхкәм», шәйех Туси
  • «әл-Итибар», шәйех Туси
  • «Имеш-мимеш тә йәр әл-фәҡих», шәйех Садок
  • «әл-Ғәмәли», шәйех Мул
  • «Бихар әл-Әнвәр», Ғәлләм Мәжлисе
  • «Васил аш-Шиғ», Хур Амели
  • «әл-Мудрак», Нури Мухандис

Ғибаҙи йыйынтыҡтарҮҙгәртергә

  • «Муснәд», Раби бин Хәбиб

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә


ҺылтанмаларҮҙгәртергә