Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Ғабдуллаһ ибн Ғәбд әл- Моталлип әл-Ҡорайши (ғәр. عبد الله بن عبد المطلب; 545, Мәккә — 570, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы, Ғәбд әл-Моталлиптың улы.
Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Исем | Abdullah ibn Abd al-Muttalib |
Тыуған көнө | 545 |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз[1] |
Вафат булған көнө | 570 |
Вафат булған урыны | Мәҙинә |
Ерләнгән урыны | Мәҙинә (административ округ) |
Атаһы | Ғәбд әл-Моталлип[2] |
Әсәһе | Фатима бинт Амр[d] |
Бер туғандары | Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб, Әбү Ләһәб, Атика бинт Абд аль-Мутталиб[d], Барра бинт Абд аль-Мутталиб[d], Умама бинт Абд аль-Мутталиб[d], Умм Хаким бинт Абд аль-Мутталиб[d], Арва бинт Абдул Мутталиб[d], аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d], аль-Гайдак ибн Абд аль-Мутталиб[d] һәм Касум ибн Абд аль-Мутталиб[d] |
Хәләл ефете | Әминә бинт Үәһәб[2][3] |
Балалары | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[2][4] |
Һөнәр төрө | сауҙагәр |
Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЗат-ырыуы
үҙгәртергәҠәғбәтулланың асҡысы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ата-бабаларында һаҡлана, тап ошо тоҡом ғибәҙәтхананы тәртиптә тота, хаж ғәмәлен ойоштора. Был уларҙың Хашим ҡушаматлы олаталарынан быуындан-быуынға тапшырылып килә. Риүәйәттәрҙән аңлашылыуынса, ҡушамат йот йылында изге был заттың үҙ иҫәбенә Фәләстиндән (Палестина) ризыҡ алып ҡайтып, кешеләрҙе ас үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы айҡанлы бирелгән (хәшәмә - бүлеү, турау, йәғни, икмәкте ашҡа турау мәғәнәһендә).
Хашим баҡый донъяға күскәндән һуң вазифа ҡустыһы Мотталипҡа күсә, әммә ул бер нисә йылдан мәрхүм ағаһының Мәҙинәлә йәшәгән берҙән-бер улы Шәйбәне Мәккәгә алып ҡайта ла бурыстарын уның елкәһенә һала. Тап шуның өсөн дә Шәйбәне Ғәбд әл-Моталлип, йәғни, Мотталиптың ҡоло тип атап йөрөтә башлайҙар.
Мосолмандар бөгөнгәсә зәм-зәм һыуынан [5] ауыҙ итә алыуы өсөн Ғәбд әл-Мотталипҡа рәхмәтле булырға тейеш, сөнки сығанаҡ туфан ҡалҡҡан осорҙа ләм аҫтында күмелеп ҡала. Изге шишмәнең урыны Аллаһ тарафынан Рәсүлебеҙҙең олатаһына әшкәртелә, һәм балбалдарына ҡорбан салып, мәжүсиҙәр сүпкә, тиҙәккә батырған урынды тап ул таҙартып, ҡоҙоҡ ҡаҙый. Рәсүлебеҙҙең олатаһына шулай уҡ шишмәнең Исмәғил ғәләйһиссәләм шәхесе менән бәйле икәнлеге лә хәбәр ителә.
Ҡорбан килтереү анты
үҙгәртергәҒабдулла Ғәбд әл-Моталлиптың яратҡан улы була. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, Ғәбд әл-Моталлип ул тыуһа, береһен ҡорбанға килтерәм тип әйткән булған. Күп йылдар үткәс, улдары үҫеп еткәс, ул үҙенең антын иҫенә төшөргән. Кемде ҡорбанға килтерергә тип йәрәбә һалғас, ул Ғабдуллаға сыҡҡан. Ырыу башлыҡтары кәңәше менән ул антынан кире ҡайтҡан һәм улы өсөн йөҙ дөйә салған[6][7].
Өйләнеүе
үҙгәртергәҒабдулла сибәр, саф күңелле кеше булған, уға күп ҡатын-ҡыҙҙың күҙе төшкән[8]. В 569 году Ғабдулла абруйлы зат ҡыҙы Әминә бинт Ваһабҡа өйләнгән. Ошо никахтан Рәсүлуллаһ донъяға килгән. Әммә Ғабдуллаға улын күрергә насип булмай, ул тыуғансы гүр эйәһе була[6].
Вафаты
үҙгәртергәВафат булғанда Ғабдулла Ғәбд әл-Моталлипҡа бары 25 йәш тулған була. Тарихсылар, Ғабдулланың Сүриәгә сауҙа эштәре менән юлға сыҡҡанын хәбәр итә. Мәгәр барып етә алмай, юлда ауырып китә лә Мәҙинәлә үлеп ҡала.
Шулай уҡ ул үлгәндә Мөхәммәткә (с.ғ.с) 2 ай булған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Islamic Ethics and Counselor Decision-Making — SAGE Publications.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Абдуллах ибн Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Амина бинт Вахб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Мухаммад (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Ислам / Зам-зам — удивительная и необыкновенная вода
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Али-заде, 2007
- ↑ Абдалла и Амина 2014 йыл 29 ноябрь архивланған. — Mukmin.Narod.Ru
- ↑ Рождение и детство Пророка Мухаммада 2011 йыл 12 август архивланған. — Muhammad-SAS.Ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Абдулла ибн Абд аль-Муталлиб (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Rubin, Uri. ʿAbdallāh b. ʿAbd al-Muṭṭalib // Encyclopaedia of Islam, THREE. Brill Online
- Farzaneh, Babak; Lahouti, Hassan. ʿAbd Allāh b. ʿAbd al-Muṭṭalib // Encyclopaedia Islamica.