Үмм Күлсүм - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Үмм Күлсүм (Өммөгөлсөм) бинт Мөхәммәт — Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән Хәҙисә р.ғ. ҡыҙы; Мәккәлә донъяға килгән, Мәҙинәлә 9/630 йылда вафат булған. Үмм Күлсүм — әсәһенең иң матур, һөйкөмлө балаһы тигәнде аңлата. Башҡорт телендә Пәйғәмбәребеҙҙең һөйөклө ҡыҙын Өммөгөлсөм тип атайҙар.

Үмм Күлсүмдең (Өммөгөлсөм) тормош юлы

үҙгәртергә

Зат-ырыуы

үҙгәртергә

Ҡәғбәтулланың дини үҙәк булараҡ ҡеүәтләнә барыуы — тәү сиратта Рәсүлебеҙҙең атаһы яғынан олатаһы Ғәбд әл-Моталлиптың хеҙмәте. Тап уға Аллаһы Тәғәлә Зәмзәм сығанағы булған ерҙе әшкәртә. Быуаттар буйы ҡаралмай, сүп-сар баҫып бөткән изге шишмәне ошо олуғ шәхес табып, таҙартып ала. Ҡөҙрәтле, шифалы һыуҙың даны йыраҡтарға тарала, уны ожмахтағы Кәүҫәр шишмәһенең бер сатҡыһы тип һанайҙар, бер тамсыһы диңгеҙ һыуын зәхмәттән таҙартырға етә тигән инаныс бөгөнгәсә һаҡлана.

Ғәбд әл-Моталлип — Мәккәнең иң абруйлы, ишле, йоғонтоло, һөнәрле һәм уңған ҡөрәйеш ырыуынан. Ҡөрәйештәр үҙ затына ситтәрҙе бик индереп бармаған, шуға ла ике быуын айырылыу менән балаларын үҙ-ара никахлаштырыу киң таралған. Туған туғанды арҡалаған, ара башлыҡтары улар өсөн яуап биргән, хөкөм иткән, ҡарар сығарған, ҡурсыған. Үкһеҙ етем ҡалған ейәне Мөхәммәтте баҡҡан күркәм был зат гүр эйәһе булғас, уның дәрәжәһе оло улы Әбү-Талипҡа күсә. Бындай йола – мал-дәрәжә оло улға ҡалыу – майорат тип атала һәм борон беҙҙең халыҡта ла киң таралған. Мөхәммәтте ошо ағаһы тәрбиәгә алып, егет ҡорона ингәнсе үҙендә йәшәтә.

Өммөгөлсөмдө Ғүтәйбәгә йәрәшеү

үҙгәртергә

Әбү Талиптың Әбү Ләһәб исемле бер туған ҡустыһы ла була, йәғни ул Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы менән дә бер туған.

Буласаҡ Рәсүл өйләнеп, ишле ғаилә башлығы булып китә. Уландары ғына ғүмерһеҙ булып сыға. Әммә береһенән-береһе аҡыллы, һөйкөмлө, тәрбиәле ҡыҙҙары буй еткерә, уларҙы һората ла башлайҙар. Әбү Ләһәбтең дә ике улы — Ғүтбә менән Ғүтәйбә егет ҡорона инә. Руҡая менән Өммөгөлсөмдө уларға йәрәшәләр.

Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙҙарын халҡыбыҙҙың яҡшы белгәнлеге, уларҙы яратҡанлығы балаларға исемдәре йыш ҡушылыуынан, ә Фатиманың исеме хатта ауыҙ-тел ижадына, им-томға ингәнлегенән күренеп тора. Руҡая исеме ике төрлө вариантта ҡулланыла – Раҡия һәм Орҡоя. Исем “ылыҡтырғыс”, “үҙенә йәлеп итеүсе”, “алдан барыусы”, “тылсымлы” тигән матур мәғәнәләр бирә. Исемдәрҙең һуңғыһы халыҡ йырына ла ингән: “Баҫ әле, Өммөгөлсөм, иҙәндәре бөгөлһөн”… Гөлсөм тип кенә ҡыҫҡартылып, был исем совет заманында ла йыш ҡушылды, юғалғаны булманы, әле лә исемлектең иң юғары баҫҡыстарында тора. Үмм – “инә”,“әсә” тип тәржемә ителә һәм ғәрәптәрҙә ҡатын кешенең балаһыныҡына ҡушылып ҡушамат булараҡ ысын исемен дә алмаштырыуы мөмкин. Мәҫәлән, Рәсүлебеҙҙең бер хәләленең исеме Өммө Сәләмә улыныҡына бәйле тарихҡа инеп ҡалған. Әбү тигәне инде “атай” һүҙе булыр.

Әйткәндәй,Әбү Ләһәб– ҡөрәйештәр араһында иң бай һәм һүҙе үткән кешеләрҙән була. Ысын исеме Ғәбд әл Ғүззә булһа ла мосолмандар Ҡөрьәнгә ингән 111-се сүрәгә ярашлы уны “Ут Атаһы”, “Тамуҡ Әһеле” тигәнде аңлатҡан ҡушаматы менән генә атап йөрөтә.

Пәйғәмбәребеҙгә рисәләт иңә башлағас, ағаһы менән аралары боҙола. Мәккәнең һәммә дәрәжәле мөшриктәре кеүек үк, Әбү Ләһәб тә ҡустыһына ышанмай ҡарай, ҡатыны ла ҡала буйлап юҡ-бар хәбәр йыйып ҡайтып, утҡа май өҫтәп кенә тора: нисек инде күҙ алдыңда үҫкән, һәммә әҙәми зат кеүек үк ике ҡуллы, ике аяҡлы, улар ейгән ризыҡты ейеүсе ябай бер Мөхәммәт Пәйғәмбәр булһын да китһен, ти. Йәне көйгән Әбү Ләһәб Ул һөйләгән вәғәздәрҙе юҡҡа сығарып, имештер, сәйер ҡылыҡтары менән зат-ырыуҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергән ҡустыһын ғәм алдында мәсхәрәләп сығыш яһай.

Әбү Ләһәб ҡатыны менән бергәләп Пәйғәмбәребеҙҙе талауҙан туҡтамай. Алланан ҡурҡмай, “әгәр ҡусымдың улының әйткән һүҙе дөрөҫ булһа, иман килтермәгән өсөн ғазап булһа, мин малымды һәм балаларымды фиҙа ҡылып ҡотолормон” тигән көфөр һүҙҙәр ҙә һөйләп йөрөй, һәм ошо ҡылыҡтары өсөн ҡөрәйештәрҙән бер үҙенең исеме тамуҡ әһеле булараҡ Ҡөрьәнгә инеп ҡала. “Әл-Мәсәд” (“Бау”) тип аталған ҡыҫҡа ғына сүрә Әбү Ләһәб йөҙөндә мосолмандарға ҡарата яуызлыҡ, вәхшилек ҡылған һәммә дошмандарға ҡарғыш булып яңғырай, уларҙы ҡурҡыныс яза – тамуҡ уты көтөүе тураһында иҫкәртә.

Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙҙары һәм үҙенең улдары араһындағы никах килешеүе Әбү Ләһәбтең талабы буйынса юҡҡа сығарыла. Тик, “балаларымды фиҙа ҡылып ҡотолормон” тигән көфөр һүҙе шауҡымымылыр – улы Ғүтбәне Шам (Дамаск) юлында арыҫлан күтәреп алып китә. Пәйғәмбәребеҙгә иңгән “Әл-Мәсәд” сүрәһенең 2-се аятында “Әбү Ләһәбтең һәләк булыуынан (йәғни тамуҡҡа инеүенән) малы ла, балалары ла ҡотҡара алманы” тип әйтелгән була инде.

Әбү Ләһәб һуңғы һулышына тиклем Исламдың иң ҡарышҡаҡ дошманы булып ҡала. Дөрөҫ, Бәҙер янындағы һуғышҡа бармай, сөнки Әтиҡә исемле һеңлеһе яман төш күрә һәм быны насарға юрай. Әммә ҡөрәйештәрҙе ҡоралландырыуға малын һис йәлләмәй тотона. Тегеләр еңелеп ҡайтҡас, ҡайғыға һабыша, тәненә бик яман еҫле ҡурҡыныс сиҡан сыға һәм тиҙ үк үлә. Еҫенә сыҙай алмай, уның янына хатта улдары ла яҡынлашмай, мәйет бер нисә көн ята. Ахырҙа ҡара ҡолдарҙы килтереп, күмдерәләр.

Хәҙрәти Ғосман менән никахы

үҙгәртергә

Ислам тарихында өсөнсө хәлифә булараҡ билдәле хәҙрәте Усман үҙен дәүләт кимәлендә фекерләй белгән, ялҡынлы һүҙле, ҡыйыу һуғышсы итеп таныта. Бәҙер һуғышынан башҡа һәр яуҙа ҡатнаша, алғы сафта була. Бәҙер һуғышында ҡатнашмауының сәбәбе – хәләле Руҡая ҡаты ауырып китә. Шул сәбәпле Пәйғәмбәребеҙ уға өйҙә ҡалырға ҡуша. Өс йөҙләп кенә яугире менән меңгә яҡын дошманды еңеп ҡайтыу һөйөнөсөнә ауыр ҡайғы хисе ҡушыла — уларҙы Мәҙинәлә Руҡаяның вафат булыуы тураһындағы хәбәр менән ҡаршы алалар.

Яратҡан кейәүенә Рәсүлулла икенсе ҡыҙын - Өммөгөлсөмдө бирә. Шунан һуң хәҙрәте Ғосманды Зүғн-Нурайн, йәғни “Ике нур эйәһе” тип атай башлайҙар (халҡыбыҙҙа Зиннур исеме ошонан килеп сыҡҡан да инде). Нур тип атарлыҡ та шул — Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙҙары ата-әсәһенә оҡшап бик һөйкөмлө, сибәр, аҡыллы һәм ифрат ғилемле һәм тәрбиәле лә була. Мөслимәләрҙән динебеҙ ниндәй сифаттар талап итһә, шулар барыһы ла Рәсүлебеҙҙең ҡыҙҙарынан күсерелгән тиерһең! Кешелекле, кеселекле, эшлекле, саф күңелле, барына ҡәнәғәт ҡылып, юғына түҙгән, сабыр, тәҡүә… Һанап та бөтөрөрлөк түгел. Улар мосолман әхлағы һынланышы булған.

Өммөгөлсөмдөң вафаты

үҙгәртергә

…Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙрәте Усман менән Өммөгөлсөм бинт Мөхәммәттең дә никахы бары алты йылдан саҡ уҙып ҡала. Уларҙың балалары булмай. Йортона үҙенең аҫыл булмышы менән йәннәт күркәмлеге, йәннәт ләззәте биреп йәшәгән был хәләлен дә Һижрәнең 9-сы йылында ерләй буласаҡ бөйөк хәлиф. Пәйғәмбәребеҙгә йәнә ҡайғы килә. Шунан бер йыл алда ғына вафат булған ҡыҙы Зәйнәб ҡайғыһы ла уңалып өлгөрмәгән була бит әле. Йәнә бер йылдан тоҡомон дауам итеүсе булып ҡалыр тип өмөтләнгән улы Ибраһим да гүр эйәһе булып ҡуя. Үҙ ҡулында йән биргән сабыйына Пәйғәмбәребеҙҙең: - Балаҡайым! Беҙ Алланың ҡушҡанына ҡаршы тора алмайбыҙ. Ибраһимым! Әгәр мин үҙебеҙҙән алда киткәндәр менән йәнә күрешәсәгебеҙҙе белмәһәм, ҡайғымдан ни эшләргә белмәҫ инем. Беҙҙе ҡалдырып китеүеңә бик тә ҡайғырабыҙ. Күҙебеҙ тулы йәш, йөрәгебеҙ тулы һағыш. Тәҡдиребеҙ шул булғас, бер хәл дә итеп булмай, - тигәне тарихта теркәлеп ҡалған.

Өммөгөлсөм, шулай итеп, атаһынан саҡ ҡына алда донъянан китә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Исламский энциклопедический словарь// сост. А. Али-заде - М.: Ансар, 2007 г. -400 с.
  • Ситдиҡова Гүзәл. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө: Полиграфдизайн, 2005. - 102 б.
  • Ситдиҡова Гүзәл. Күсле ил - көслө ил. - Өфө:Китап, 2007.- 448 бит
  • Ситдиҡова Гүзәл.Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ.// Башҡортостан ҡыҙы. - 2008,№№ 7-12
  • Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. - Ҡазан:2004 йыл