Әминә бинт Үәһәб (ғәр. آمنة بنت وهب‎) (?, Мәккә — 577, әл-Әбүә) — Әминә бинт Үәһәб ибн Әбү Мәнәф , Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең әсәһе. Ҡорайыш ырыуының Бәни-Зөһрә тоҡомонан. Атаһы үҙ ырыуының башлығы булған[6]..

Әминә бинт Үәһәб
ғәр. آمنة بنت وهب
ғәр. آمنة بنت وهب بن عبد مناف[1]
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[2]
Исем Amina Bint Wahab
Тыуған көнө 549
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз[1]
Вафат булған көнө 575[1]
Вафат булған урыны Аль-Абва[d], Мәккә[d], Сәғүд Ғәрәбстаны[3][1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Вахб ибн Абд Манаф[d]
Әсәһе Барра бинт Абд аль-Узза[d]
Хәләл ефете Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип[4][5]
Балалары Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Һөнәр төрө шағир
 Әминә бинт Үәһәб Викимилектә

Әминәнең сабыйын ҡулына алыуы

үҙгәртергә

Әминәгә 14 йәш тулғас, уны ҡорайыш ырыуының иң аҫылдарының береһе Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлипҡа кейәүгә бирәләр. Ҡушылған кисен, йәғни, зөфаф кисәһен мосолмандар рәжәп айының тәүге йомаһында күренекле байрам итеп билдәләй һәм «рәғәйеб» тип аталған был кистә бик күп доғалар уҡып, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауҙы үтенә, тәүбә итә.

Пәйғәмбәрҙең биографияһын теркәүселәрҙең хәҡиҡәткә иң яҡыны тип һаналған авторҙарҙан Ибн Хишамдың яҙмаларында билдәләнеүенсә, буйында булғанын белгәс, Әминә Инәбеҙ хикмәтле төш күргән. Имеш, ниндәйҙер рух тыуасаҡ баланың үҙ милләтенә баш буласағын әйткән һәм уны көнсөлдәрҙән, яман әҙәмдәрҙән һаҡларға ҡушҡан. Исеме Мөхәммәт булырға тейешлеген белдергән.

Тиҙҙән Пәйғәмбәрҙең атаһы сауҙа эштәре менән Сүриәгә йүнәлгән, әммә Мәҙинәгә еткәс, ҡаты ауырып китеп, 25 кенә йәшендә шунда гүр эйәһе булған [7]

Әйтеүҙәренсә, Мөхәммәтте с.ғ.с әсәһе фил йылында рәбиғәл әүүәл айының ун икеһендә, шишәмбе көнөндә ҡулына ала. Улын биләп һалғас, әсәһе уның Ғәбд әл-Мотталип олатаһына хәбәр иттерә, хикмәтле төшөн һөйләп бирә. Олатаһы малайҙы алып, Ҡәғбәтуллаға йүнәлә һәм Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен әйтеп, бәпесте төштә әйтелгән исем менән нарыҡлай.

Һөйөклө ирен юғалтыу ҡайғыһы, донъяға сабый бүләк итеү көсөргәнеше, етмәһә, йылдың ифрат ҡоро килеүе арҡаһындағы яфалар йәш ҡатынды өҙлөктөрә. Олатаһы ейәненә һөт инәһе эҙләй башлай[8]..

Пәйғәмбәрҙең һөт инәһе Хәлимә

үҙгәртергә

Сабыйҙы Сәғәдиә ибне Бәкер ырыуынан Хәлимә исемле ҡатынға тапшыралар, уның балалары Пәйғәмбәргә һөттәш туған булып сыға. Бына улар: Абулла ибн әл-Харис (йәғни, Харис улы), Үнәйсә бинт әл-Харис (Харис ҡыҙы) һәм әш-Шәймә ҡушаматлы Һизәмә бинт әл-Харис. Ҡушамат «аҡ йөҙлө» тигәнде аңлата. Белеүебеҙсә, исламда һөттәш балалар яҡын туған тип иҫәпләнә һәм үҙ-ара өйләнешә лә алмай.

Ибн Хишамдың яҙмаларынан күренеүенсә, бала ҡулына нисек килеп юлыҡҡанын ул ошолай һөйләп ҡалдырған:

Ул йылы илгә йот килде һәм беҙ бер нәмәһеҙ ҡалдыҡ. Һөтөм ҡороно, төндәр буйы ас сабыйыбыҙҙың илауынан йоҡлай алмай сыға инек. Ҡарт дөйәбеҙ ҙә һыуалды, етмәһә. Аслыҡтан ҡотолор өсөн сараһын эҙләп, Мәккәгә сығып киттек. Имеҙергә бала алып, хаҡына йән аҫрарға ҡарар иткәйнек. Мөхәммәттән юлдаштарым менән тотош баш тартып бөттөк, атайһыҙ икәнен белгәс, олатаһы менән әсәһе нимә генә бирә ала инде, тип уйланыҡ. Мин уны-быны уйлағансы, әхирәттәрем Мәккә сабыйҙарын таратып алып та бөткән. Бер үҙем балаһыҙ ҡалдым, Мөхәммәтте лә бер кем дә алманы. Кешеләр ҡайтырға йыйынды, буш ҡул менән ҡайтмаҫ өсөн алдым инде теге сабыйҙы. Аллаһ бер ярҙамын бирер әле, тип уйланым. Ирем дә хупланы

[9].

Әминәнең вафаты

үҙгәртергә

Улына алты йәш тулғанда Әминәр.ғ. уны туғандарына күрһәтер өсөн Мәккә менән Мәҙинә араһындағы әл-Әбүә тигән ергә ҡунаҡҡа барған. Шул сәфәренән Мәккәгә ҡайтҡанда ҡаты ауырып китеп, вафат булған[10].

Үкһеҙ етем ҡалған Мөхәммәтте бер нисә йыл олатаһы, ул вафат булғандан һуң олатаһының улы ҡараған.

1998 йылда сәғүд властары Өминә бинт Үәһәбтең ҡәберен ер менән тигеҙләйҙәр һәм һөлдәһен икенсе ергә күмәләр[11].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр әсәләр тураһында

үҙгәртергә

Атаһын бөтөнләй күрмәгән, әсә наҙынан кескәйҙән мәхрүм ҡалған Мөхәммәт, әлбиттә, ғүмере буйы уларҙы юҡһына. Хәҙистәрҙән уның мосолмандарҙан ата-әсәгә хөрмәтле булыуҙы талап итеүе асыҡ күренә.

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: «Әй Рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?» — тип һораған. «Әсәйең», — тигән Рәсүлебеҙ. «Унан ҡала кем?» «Әсәйең.» «Унан ҡала кем?» «Әсәйең.» «Унан ҡала кем?» «Атайың».

Был хәҙистән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр әсәйҙәрҙе атайҙарға ҡарағанда өсләтә нығыраҡ ҡәҙерләргә ҡушҡан[12]

Ҡөрьән Кәримдә шулай уҡ әсәләргә төшкән ауыр вазифалар тураһында йомшаҡ һәм наҙлы һүҙҙәр менән телгә алына:

  «Беҙ кешегә: ата-әсәңә изгелекле бул, тип васыят ит​тек. Әсәһе уны ниндәй ҡыйынлыҡтар менән ҡарынында йөрөтә. Ике йыл буйы һөтөнән айырмайынса имеҙеп үҫтерә. Тик, иң башта Миңә, унан һуң ата-әсәгә шөкөр ит, тип васыят иттек. Ҡайтарылыш бары тик Миңә генә булыр.» - «Лоҡман» сүрәһе, аят 14
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 الزركلي خ. ا. الأعلام (ғәр.): قاموس تراجم لأشهر الرجال والنساء من العرب والمستعربين والمستشرقين — 15 — بيروت: دار العلم للملايين, 2002. — Т. 1. — Б. 26.
  2. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  3. https://islamansiklopedisi.org.tr/ebva
  4. Али-заде А. Абдуллах ибн Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  5. Али-заде А. Амина бинт Вахб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  6. Cook, Michael. Muhammad. — New York: Oxford University Press, 1983. — ISBN 0-19-287605-8.
  7. Armstrong, Karen. Muhammad: A Biography of the Prophet. — San Francisco: HarperSanFrancisco, 1993. — ISBN 0-06-250886-5.
  8. Muhammad (prophet of Islam). Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 8 ноябрь 2014.(недоступная ссылка)
  9. Halimah bint Abi Dhuayb. The Oxford Dictionary of Islam. Дата обращения: 8 ноябрь 2014.
  10. Али-заде, 2007
  11. Гашков И. Мавзолей Мухаммеда обещают не сносить. Независимая газета (17 сентябрь 2014). Дата обращения: 11 декабрь 2016. Архивировано 14 декабрь 2021 года.
  12. 13 хадисов о самом важном человеке вашей жизни

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Исламский энциклопедический словарь. А. Али-заде, Ансар, 2007 г.
  • Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан:2004 йыл
  • Ситдиҡова Гүзәл. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
  • Ситдиҡова Гүзәл. Күсле ил — көслө ил. — Өфө:Китап, 2007.- 448 бит
  • Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ.// Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 10
  • Али-заде А. А. Амина бинт Вахб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
  • Āmina / Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2nd ed : [англ.] : in 12 vol. / edited by H. A. R. Gibb; J. H. Kramers; E. Lévi-Provençal; J. Schacht[en]; B. Lewis & Ch. Pellat. Assisted by S. M. Stern (pp. 1—330), C. Dumont and R. M. Savory (pp. 321—1359). — Leiden : E.J. Brill, 1986. — Vol. 1. — P. 438. (платн.)