Һижри тәҡүим (ғәр. الـتـقـويم الـهـجـري‎‎әт-тәҡүимүл-һижри) — Ислам динендә ҡулланылган ай тәҡүиме. Йыл иҫәбе Һижрәттән, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүенән (Миләди тәҡүим буйынса 622 йылдың 16 июле), башлана.

Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ҡояш, ай, ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон
Бөгөн

Шәмбе

14 декабрь

2024


12 Джумада ас-сани

1446

[яңыртырға]

Һижри йыл 12 айҙан һәм яҡынса 354 көндән тора. Шул сәбәпле Мосолман байрамдары Миләди тәҡүимгә тап килмәй, күсеп бара.

Ай тәҡүиме буйынса тәүлек ҡояш батҡандан башлана.

Мосолман календары — мосолман илдәрендә дини байрамдарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған ай календары.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мосолмандар көндәлек тормошта ҡояш календарынан (григориан календары, «миләди» йыл иҫәбе" файҙаланһалар ҙа һиҗрә календары ла ғәмәлдә һанала. Ғәрәптәр беҙҙең эраға тиклем үк Ай хәрәкәтенә ҡарап алап барған булған. Ислам дине менән ул башҡа халыҡтарға ла күскән. Һиҗрәт (ғәр. кусеп китеү) йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәнең Мәҙинә ҡалаһына күскән йылы эра башы тип иҫәпләнә. Әммә беренсе йылдың бренсе көнө итеп (662 йылдың 20 сентябре) түгел, ә күскән йылдың беренсе айы мөхәррәмдең беренсе көнө, 662 йылдын 16 июле ҡабул ителгән.

Мосолман календаре буйынса ай башы Ай циклына бәйләнгән, йәғни Айҙың яңы сиреге тыуһа яңы ай тыуа. Ай циклы 29 көн 12 сәғәт 44 минут 3,8 секунд дауам итә, шуға күрә йоп һанлы айҙарҙа 30 көн, таҡ һанлы айҙарҙа 29 көн. Йыл 354 көндән тора һәм 12 айға бүленә. Кәбисә йылында 355-се көн итеп зөлхизә айы аҙағына бер көн өҫтәлә. Айҙың хәрәкәте Ерҙән күҙәткәндә бик ҡатмарлы. Йыл миҙгеленә ҡарап, күҙәтеүсенең географик урынана ҡарап Ай күренергә тейешле көндә «тыумаҫка ла» мөмкин. Шуға ла дини байрамдарҙы төрлө илдә йә бер көн алдан, йә бер көн һуңлап үткәрәләр.

Ай исемдәре

үҙгәртергә
  1. Мөхәррәм — ғәр. محـرّ م‎ 30 көн
  2. Сәфәр — صفـر‎ 29 көн
  3. Рабиғел әүүәл — ربـيع الأول‎ 30 көн
  4. Рабиғел ахыр — ربـيع الآخر‎ 29 көн
  5. Йомадиәл әүүәл — جمادى الأول‎ 30 көн
  6. Йомадиәл ахыр — جمادى الآخر‎ 29 көн
  7. Рәжәб — رجـب‎ 30 көн
  8. Шәғбан — شعـبا ن‎ 29 көн
  9. Рамаҙан — رمضا ن‎ 30 көн
  10. Шәүүәл — شوّ ال‎ 29 көн
  11. Зөлҡәғиҙә — ذو الـقـعـدة‎ 30 көн
  12. Зөлхизә — ذو الحجة‎ 29-30 көн

Айҙарҙың этимологияһы

үҙгәртергә

Сәфәр( صَفَر ) - был айҙың атамаһы "буш булыу" тигән мәғәнәлә. Ошо айҙа ғәрәптәр яулап алыу сәфәренә сыға торған булған һәм өйҙәр буш ҡалған.

Рабиғел әүүәл ( رَبِيعٌ الأول ) - ғәрәпсә «иртибәь» тигән һүҙҙән яһалған. Был яҙғы мәлдә әүәле өйҙә туҡтау тигәнде аңлата.

Рабиғел ахыр ( ربيعُ الآخر ) - айҙың атамаһы ла шул «иртибәь» һүҙенә ҡайтып ҡала, был инде өйҙә туҡтауҙың ахырғы өлөшө.

Йомадиәл әүүәл ( جُمادَى الأولى ) - ҡатыланыу ҡылымынан, был айҙың йомадил айының әүәлгеһе.

Йомадиәл ахыр( جُمادى الآخرة ) - йомадил айының ахырғыһы

Рәжәб ( رجب ) - тыйылған айҙарҙың береһе, был айҙа ғәрәптәр яуға сыҡмаған, алдағы айҙарға әҙерләнгән.

Шәғбан( شعبان ) - "бүлеү" тигән ҡылымдан, ул рәжәб һәм рамаҙан айҙарының араһында тора.

Рамаҙан ( رَمضَان ) - был мосолмандарға ғына түгел, башҡа дин кешеләренә лә иң билдәле ай. Ошо айҙа Ҡөрьән Кәрим ингән, Ураҙа айы.

Шәүүәл  ( شوال ) - был айҙа Исламдың бөйөк ике байрамының береһе - Ураҙа байрамы үткәрелгән ай.

Зөлҡәғиҙә ( ذو القعدة ) - тыйылған айҙарҙың береһе, был айҙа яуға барыу тыйылған.

Зөлхизә ( ذو الحجة ) - хаж ҡылыу айы. Айҙың 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрелә. [1]

Йыл иҫәбен табыу формулаһы

үҙгәртергә
XXI быуатҡа ҡарата Һижри йыл башы
Г = И + 622 — (И/33)

бында Г — григориан календары буйынса йыл, И — ислам календары буйынса йыл. Мәҫәлән, мосолман календары буйынса 1410 йылға Г=1410+622-(1410/33)=1989 йыл тура килә. Был формула 1 йылға яңылышлыҡ биреүе мөмкин. Григориан стиленән мосолман календарына күсеү өсөн ошо формула ҡулланыла:

И = Г — 622 + ((Г — 622)/32)

Һижри тәҡүимдең барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Һижрәт — ғәрәп һүҙе, сит ергә күсеп китеү, тигәнде аңлата. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм башҡа мосолмандарҙың Мәккәнән Йәсрибкә /аҙаҡ Мәҙинә/ күсенеүе һижрәт тип атала. Был хәл 622 йылда була. Ошо йылдан башлап мосолманлыҡ нығына һәм киң тарала башлай. Тимәк, йыл иҫәбе 622 йылдың 16 июленән иҫәпләнә. Тәүге ай Мөхәррәм айы тип атала.

Һижри йыл иҫәбе Миләди йыл иҫәбенә тап килмәй. Миләди — тыуыу тигән һүҙ. Миләди йыл — хәҙерге календарь йылы — Ғайса Пәйғәмбәр тыуған йылдан башлана. Һижри йыл менән Миләди йылдарҙың айырмаһын ябай арифметик юл менән, йәғни 622 һанын алып ташлап ҡына иҫәпләп сығарып булмай, сөнки хәҙерге календарь йылының ай көндәре Мосолман календарының ай көндәренә тап килмәй. Мосолман йылы 354 (кәбисә йылы 355) көндән торһа, миләди йыл 365 (кәбисә йылы 366) көндән тора. Шуның өсөн йылдар иҫәбен иң яҡшыһы дини календарҙан ҡарап белергә кәрәк.

Ай көндәренең һаны тап килмәгәнлектән, мосолман байрамдарының көндәре, ураҙа айҙары ла төрлө ваҡытҡа тура килә. Мөхәррәм айы — 30 көн, Сәфәр айы — 29, Рәбиғел әүүәл айы — 30, Рәбиғел ахыр айы — 29, Йомадиәл әүүәл — 30, Йомадиәл ахыр — 30, Рәжәб — 30, Шәғбан — 29, Рамаҙан — 30, Шәүүәл −29, Зөлҡәғиҙә — 29, Зөлхизә — 30 көн.

  • Башҡортса дини календарь — Өфө, «Китап», 2006—2012 йй.
  • Бураҡаева Мәрйәм. Дин һәм мәҙәниәт. — «Киске Өфө», 2012, 22 октябрь

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. [1] 2018 йыл 2 апрель архивланған.