Исламдың биш нигеҙе
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Исламдың биш нигеҙе (Пять столпо́в исла́ма) (ғәр. أركان الإسلام خمسة) — шәриғәттең барса мосолмандар өсөн фарыз (мотлаҡ) булған, Исламдың нигеҙҙәрен тәшкил иткән ҡиммәттәре. Биш нигеҙгә ошолар инә: шәһәҙәт, намаҙ, ураҙа, зәкәт һәм хаж.
Нигеҙҙәр
үҙгәртергәИслам нигеҙҙәре Ҡөрьәндә һанап сығылмай, мәгәр Пәйғәмбәр хәҙистәренән билдәле. Күпселек мосолмандар бының менән килешә. Һәр биш ғәмәл күңел менән инаныуҙы һәм ниәт итеүҙе, баштан аҙағынаса дөрөҫ башҡарыуҙы талап итә [1].
Исламдың биш нигеҙе хаҡ мосолман өсөн фарыз булған биш ғәмәлде үҙ эсенә ала. Улар:
- Аллаһы тәғәләнең берлеген, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең рисаләтен таныуҙы белдереү (шәһәҙәт);
- көнгә биш тапҡыр намаҙ уҡыу (намаҙ);
- Рамаҙан айында ураҙа тотоу;
- мохтаждарға ярҙам итеү өсөн һалым түләү (зәкәт);
- Мәккәгә хаж ҡылыу[1].
Ваҡыт уҙа бара ҡайһы бер дини йүнәлештәр ошо биш нигеҙгә алтынсыһын да ҡуша, үҙгәрештәр индерә башлаған. Йышыраҡ алтынсы итеп йыһат ҡылыуҙы әйтәләр. Теологик ҡараштан, ул үҙ эсенә тәү сиратта үҙ нәфсеңде тыйыу, уға ҡаршы көрәш тип һанала [1].
Шәһәҙәт
үҙгәртергәАлланың берлеген, Мөхәммәт Пәйғәмбәр рисаләтен иғлан иткән шәһәҙәт: «Әшһәдү әл ләә иләәһә иллә-лааһ. Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүл-лааһ». Мосолмандар үҙ инанысын шулай белдерә, ә Ислам ҡабул итеүселәр уны әйтеп дингә инеүен иҫбатлай. Ислам тотҡан илдәрҙә һәр сара, дини булһынмы ул, донъяуимы, шәһәҙәнән башлана. [1]. Ул исламдың ике төп тәғлимәтен эсенә ала:
- Алланың берлеген таныу, монотеизм;
- Мөхәммәттең с.ғ.с. рисаләтен таныу[2].
Шәһәҙәт тәүге мосолмандарҙың мөшриктәрҙән һәм башҡа диндекеләрҙән айырымлыҡтарын күрһәткән доға һәм оран булараҡ килеп сыҡҡан. Алыштар ваҡытында шәһәҙәт оран булараҡ ҡулланылған, шунан килеп сыҡҡан да инде шәһит атамаһы. Башта йыһат ваҡытында шәһәҙәт әйтеп һәләк булғандарҙы шәһит тип атағандар.[3].
Шиғыйҙарҙың шәһәҙәте сөнниҙәрҙекенән Али ибн Әбү Талиб исемен ҡушыу менән айырыла: «үә `Алийүн Үәлиу-л-лаһ»(«һәм Али — Аллаһының дуҫы»). Дөйөм алғанда шиғыйҙар шәһәҙәтте ошолай әйтә: «Алланан башҡа илаһ юҡлығына шәһәҙәт итәм, йәнә Мөхәммәт Рәсүллегенә шәһәҙәт итәм, йәнә Али — Аллаһының дуҫы икәнлегенә шәһәҙәт итәм».
Шәһәҙтте рәсми рухани алдында әйтеү урта быуаттарҙа ислам ҡабул итеү йолаһы булған [4]. Ислам буйынса, Аллаһ алдында ихласлыҡ менән шәһәҙәт әйткән кеше мосолман тип һанала һәм шәриғәттең башҡа нигеҙҙәрен һәм сөннәт ғәмәлдәрҙе үтәргә тейеш була.
Намаҙ
үҙгәртергәБалиғ булған һәр мосолман көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш. Уларҙың ваҡыттары билдәләнгән һәм һәр береһенең атамаһы бар [1]. Ҡөрьәндә намаҙҙы нисек уҡырға аныҡ күрһәтмәләр юҡ, мәгәр айырым хәрәкәттәр, доғалар, ваҡыт телгә алына. Намаҙҙың барлыҡ хәрәкәттәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр уҡығанын сәхәбәләр хәтерләп ҡалғанынса үтәлә. Намаҙҙың бер төрлө уҡылышын быуаттан ашыу нығыта барғандар һәм ул хәнәфи ғөләмә Мөхәммәт әш-Шайбани (805 й. вафат) тарафынан яҙма рәүештә теркәлеп ҡалған.[5].
Намаҙҙың барлыҡ доғалары, тейешле һүҙҙәре ғәрәп телендә әйтелергә тейеш. Ниндәй мәҙһәб булыуына ҡарап, улар бер аҙ башҡараҡ булыуы ихтимал. [5].
Көн һайын биш тапҡыр фарыз намаҙ уҡылырға тейеш:
намаҙ атамаһы |
рәҡәғәт һаны |
уҡыу ваҡыты |
---|---|---|
иртәнге (фаджр)- (башҡ. сабах) | 2 | таң ата башлағандан ҡояш сыҡҡансы |
төшкө (зухр) — (башҡ. өйлә) | 4 | төшлөктән ҡояш көнбайышҡа ауыша башлағанға тиклем |
төштән һуңғы (аср) -(башҡ. икенде) | 4 | ҡояш байый башлағандан байығанға тиклем |
вкиске (мәғриб) — (башҡ. ахшам) | 3 | ҡояш байып тулыһынса ҡараңғы төшкәнгә тиклем |
төнгө (иша)-(башҡ. йәстеү) | 4 | ҡараңғы төшкәндән алып төн уртаһына тиклем |
Ҡайһы бер осраҡтарҙа өйлә менән икендене, ахшам менән йәстеүҙе ҡушып уҡыйҙар. Ҡояш тап төшлөктә торғанда, ҡояш сыҡҡан һәм байыған мәлдә намаҙ уҡыу тыйыла. Намаҙҙан тыш та теләгән ваҡытында, теләгән телдә Аллаһы тәғәләнән ярҙам һорай, доға уҡып, туранан-тура мәрәжәғәт итә ала. [5].
Намаҙҙы яңғыҙ ҙа, йәмәғәт менән дә теләгән бер урында уҡырға була. Йома намаҙы бик ҙур әһәмиәткә эйө, ул мәсеттә уҡыла. Мосолман был көндә имамдың вәғәзен (хөтбә) тыңлай һәм йәмәғәт менән бер бөтөн итеп тоя ала. [1].
Намаҙҙы таҙа ерҙә, намаҙлыҡ түшәп, тәһәрәт алып уҡыйҙар. Мосолман эске хәләтен дә, тәнен дә тәһәрәтләп, өйөн, кейемен паклап, насар уйҙарға бирелмәй ғибәҙәт ҡылырға тейеш. [2].
Намаҙҙы имам артына рәткә теҙелеп баҫып уҡыйҙар. Ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙән айырым, йә уларҙың артына баҫып ғибәҙәт ҡылалар. Намаҙға ойоғанда һөйләшергә, ашарға, көлөргә, артыҡ хәрәкәттәр эшләргә ярамай. Эскән, һаташҡан хәлдә уҡыу тыйыла. Ауырыуҙар һәм ғәриптәр ултырып та, ятып та уҡый ала. [5].
Фарыз намаҙҙарҙан тыш мосолмандар сөннәт намаҙҙар ҙа уҡый ала, был сауаплы эш һанала[2].
Зәкәт
үҙгәртергәЗәкәт — мохтаж мосолмандар файҙаһына йыйылған һалым. Факиһтар был төшөнсәне" [гонаһтан] таҙараныу" тип аңлата. Европа тикшеренеүселәре иһә боронғо йәһүд телендәге закут («изгелек») тигәндән йә нәсрани ғәрәптәр аша сүриә теленән ингән тигән фараз әйтә. Тамырҙары менән Исламға тиклем үк йәшәп килгән үҙ-ара ярҙам «вакуфы (фонды)» һәм һуғыш мәлендә ҡулға төшкән ғәнимәт мал бүлешеүгә барып тоташа [6].
Мәккәлә иңгән сүрәләрҙән күренеүенсә, зәкәт хәйер-саҙаҡа, матди ярҙам, игелек ҡылыу мәғәнәһендә ҡулланыла. Зәкәт түләү тәүге мосолмандарҙың Мәҙинәгә һижрә ҡылыуынан башланғандыр. Мәхәммәд Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң зәкәт түләүҙән баш тартыу иртидад — диндән сығыуҙың бер сәбәбе тип һанала.[7].
إِنَّمَا الصَّدَقَاتُ لِلْفُقَرَاءِ وَالْمَسَاكِينِ وَالْعَامِلِينَ عَلَيْهَا وَالْمُؤَلَّفَةِ قُلُوبُهُمْ وَفِي الرِّقَابِ وَالْغَارِمِينَ وَفِي سَبِيلِ اللَّهِ وَابْنِ السَّبِيلِ ۖ فَرِيضَةً مِنَ اللَّهِ ۗ وَاللَّهُ عَلِيمٌ حَكِيمٌ
Зәкәт хәленән килгән мосолман ирҙәр тарафынан түләнә. Ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүестәре, ҡоралды биҙәүгә тотонолған алтын һәм көмөш өсөн һалым түләнмәй. Йыйылған иғәнә йыл дауамында тик шул төбәктә генә тотонола. [7].
№ | исемлек | Нисаб |
---|---|---|
1 | сәсеүлектәр | 5 васҡ (975 кг) |
2 | йөҙөм һәм хөрмә баҡсалары | 5 васҡ (975 кг) |
3 | мал-тыуар | 5 дөйә, 20 һыйыр йәки 40 һарыҡ |
4 | алтын һәм көмөш | 20 динар йәки 200 дирһам |
5 | тауарҙар | ярашлы хаҡы буйынса |
Зәкәт вакуфынан ярҙам алырға хоҡуҡлы кешеләр: хәйерселәр; ярлылар; зәкәт йыйыусылар; «рәхмәткә лайыҡ кешеләр»; мукатабтар; бурысын ҡайтара алмаусылар; өйөнә ҡайтырлыҡ аҡсаһы булмаған мосафирҙар[6].
Ураҙа
үҙгәртергәУраҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан 624 йылда индерелгән һәм Исламға тиклемге тәҡүә яңғыҙлыҡ йолаһына барып тоташа (итикаф). Ураҙа тотоу кәрәклеге Ҡөрьәндә һәм Пәйғәмбәр сөннәтендә әйтелгән. Ураҙа 29 йә 30 көн бара. Тотоу ваҡыты — таң ата башлағандан (сәхәр) ҡояш байығанға тиклем(ифтар — башҡ. ауыҙ асыу)[1].
Ураҙа тотоусылар көндөң яҡты ваҡытында ашамай, эсмәй, хәләл ефете менән яҡынлыҡ ҡылмай һ.б., йәғни тәҡүәлектән айырған бар нәмәнән баш тарта. Ҡояш байыу менән ашау-эсеүгә, енси яҡынлыҡҡа рөхсәт бирелә. Төндәрҙе Ҡөрьән уҡып, доғалар ҡылып үткәрергә кәңәш ителә. Рамаҙан айында күберәк сауаплы эштәр ҡылып ҡалырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, асыуланышҡан кешеләр менән ярашырға һ.б. игелекле ғәмәлдәр эшләргә ҡушыла. [8].
Ураҙа балиғ булған һәр мосолманға фарыз. Берәй сәбәп арҡаһында ураҙа тота алмаусыларға (алыҫ сәфәр, һуғыш, әсиргә төшөү һ.б.), шулай уҡ сәләмәтлегенә зыян килеү ихтималы булғанда (ауырыу, ҡартлыҡ, ғоманлы булыу һәм бала имеҙеү), аҡылы камил булмағандарға ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. . Шулай уҡ күреме килгән ҡатындар һәм енәйәте өсөн язаһын алмаған енәйәтселәр ураҙа тотмай. [8].
Ваҡытлы сәбәптәр арҡаһында ураҙаһын тота алмаусылар йыл дауамында үҙҙәренә уңайлы мәлдә ҡаза ҡылып ҡуйырға тейештәр. Яңылыштан ураҙаһын боҙғандар ай бөткәс шул көндәрҙе ҡаза ҡылып ҡуя. Белә тороп ураҙаһын боҙоусылар ҡаза ҡылыуҙан тыш тәүбә итергә һәм гонаһын йолорлоҡ ғәмәлдәр ҡылырға тейеш (кәффәрәт). Ислам илдәрендә асыҡтан-асыҡ ураҙаны һанламаған һәм күрһәтеп уны боҙған өсөн шул илдең ҡануниәтенә ярашлы яза бирелә. [8].
Хаж
үҙгәртергәМәккәгә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылыу һәр мосолмандың хыялы. Мәҙинәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡәбере, ә Мәккәлә - Исламдың иң изге урыны Ҡәғбә. Ислам сығанаҡтарында иҫбатланыуынса, Ҡәғбә иң тәүҙә Әҙәм ғәләйһиссәләм тарафынан төҙөлгән, шунан тууны туфан һыуы баҫып киткән. Уны Ибраһим Пәйғәмбәр улы Исмәғил менән тергеҙгән. Ислам риүәйәттәрендә бәйән ителеүенсә, Ибраһим Пәйғәмбәр заманында хаж ҡылыу башланған. Боронғо ғәрәптәр мосолмандар Мәккәне яулап алғаннға тиклем үҙҙәренең балбалдары торған Ҡәғбәтуллаға хаж ҡылып йөрөгәндәр. Хәҙергесә хаж ҡылыу Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманынан башланған. Рәсүл үҙе үҙенең берҙән-бер бәхилләшеү хажын 632 йылда ҡылған. («Бәхилләшеү хажы») [2].
Хаж һәр мосолман өсөн фарыз ғибәҙәт; кемдер үҙе бара алмаһа, үҙе өсөн вәкил ебәрә ала. Ҡатын-ҡыҙ хажға тик мәхрәме менән генә бара ала . Хаж йыл һайын зөлхизә айында ҡылына һәм уның бер нисә ғибәҙәте бар[9]. Мәккәгә хаж Рамаҙан айы тамамланғандан һуң ике ай ҙа ун көн үткәс башлана һәм мосолмандарҙың ике бөйөк байрамының береһе - Ҡорбан байрамына (Ид әл-әдхә)тап килтерелә. Хаж Ибраһим Пәйғәмбәрҙең улы Исмәғилде Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбанға килтерергә әҙер тороуын мәңгеләштереү маҡсатында ҡылына. Йыл һайын ун миллиондан ашыу хажи мосолмандарҙың берҙәмлеген һәм бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн бар донъянан Мәккәгә йыйыла Матди хәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан һәммә хажиҙар бер иш ихрам кейә. Исламда әйтелгәнсә, хаж кешенең бар гонаһтарын юйҙырта. [1].
Зөлхизә айының 7-һенә хаж ҡылыусылар Мәккәгә йыйыла. Ихрам хәленә ингәс, үмрә ҡылалар. Кемдер оло хаж үтергә теләһә, үмрәнән һуң ихрамдан сыға һәм сәсен ҡырҡа. Ғәрәфәгә барыр алдынан улар яңынан ихрам хәленә инә. Кемдер үмрә менән ҡыран хажды бергә үтергә теләһә, аҙаҡҡаса ихрам хәлендә ҡала. [9].
Зөлхизәнең 8-ендә (йәүм әт-тәрвиә) хаж ҡылыусылар һыу алып Мина һәм Мөздәлифә үҙәндәре аша Ғәрәфә тауына йүнәлә. Хаж ҡылыусыларҙың бер өлөшө Ғәрәфә үҙәнендә ҡала, бер өлөшө 8-енән на 9-ына ҡарай Мина үҙәненә китә. [10].
Зөлхизәнең 9 -ында Ғәрәфә тауы итәгендә ҡояш байығансы торалар. Динлеләр был көндө намаҙҙар, доғалар менән үткәрә. Шунан инде хаж ҡылыусылар Мөздәлифәгә йүнәлә (ифада)[9].
Зөлхизәнең 10- да (йәүм ән-нәһер) сабах намаҙынан һуң хаж ҡылыусылар Мина үҙәненә йүнәлә һәм унда Иблисте һынландырған джәмрә әл-Акабаға ете таш ташларға бара. Бынан һуң ҡорбан салына. Был көндә мосолман донъяһы Ҡорбан байрамын байрам итә. Джәмрәләргә тейешенсә таш ташлап бөткәс, сәсте алдырып йә осон ҡырҡып, хаж ҡылыусылар Мәккәгә хушлашыу тауафына бара. [9]. Зәлхизәнең 11 - 13 көндәрендә (әййәм әт-тәшриҡ) хаж ҡылыусылар ҡорбан салыуҙы дауам итәләр, Мина үҙәнендә джәмрәләргә таш ташлайҙар. [9].
Хаждың төп өлөштәре Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең үҙе тарафынан билдәләнгән. Хаж ҡылыу тәртибе төп мәҙһәбтәрҙең вәкилдәре тарафынан урын-еренә еткереп эшкәртелгән. Хаж урта быуаттарҙа мосолман донъяһында мөһим тарихи-мәҙәни һәм социаль-сәйәси роль уйнаһа, хәҙерге заманда ла ул үҙенең идеологик һәм сәйәси әһәмиәтен һаҡлап килә[9].
Хаж менән бер рәттән кесе хаж - үмрә лә бар. Уны йылдың башҡа ваҡытында ла ҡылып була. Ул да сауаплы ғәмәл һанала, әммә хаж менән тиңләшә алмай. Хаж ҡылыусылар йәмғиәттә, ҡағиҙә булараҡ, абруй ҡаҙана һәм хажи тигән исем ала. Хаж ҡылған ҡатын-ҡыҙ хажиә тип атала. [2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Исламист
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Кругосвет
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, Шахада, с. 296
- ↑ Ислам: Словарь атеиста, 1988, с. 247
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Ислам: ЭС, 1991, ас-Салат, с. 204
- ↑ 6,0 6,1 Ислам: ЭС, 1991, Закат, с. 74
- ↑ 7,0 7,1 Ислам: ЭС, 1991, Зәкәт, с. 74
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Ислам: ЭС, 1991, ас-Саум, с. 208
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Ислам: ЭС, 1991, аль-Хаджж, с. 261
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, әл-Хаж, с. 261
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- [[]]. Исламдың биш нигеҙе // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991.
- Ҡалып:ИСА-1988
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исламдың биш нигеҙе — статья из Исламской энциклопедии Islamist.ru.
- Исламдың биш нигеҙе // Энциклопедия «Кругосвет».