Шәһәҙәт

Исламдың биш шартының беренсеһе

Шәһәҙәт (ғәр. شهادة, төр. Şehadet — таныҡлыҡ, шаһитлыҡ) — Исламдың биш шартының беренсеһе.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәғәнәһе

үҙгәртергә
 
Шәһәҙәт шамаилы

Шәһәҙәт һүҙенең тамырында ғәрәп теленән башҡорт теленә лә килеп ингән "шаһит" һүҙе ята. Башҡорт телендә шаһит һүҙенең бер мәғәнәһе - нимәнелер рәсми рәүештә дөрөҫләү өсөн эш-ваҡиғала ҡатнашҡан кеше. Ошо һүҙҙән "Шаһитлыҡ" тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килгән [1]

Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ икәненә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр уның илсеһе икәнлеген таныуҙы, шаһитлыҡ итеүҙе итеүҙе белдерә. Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер илаһ юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәт Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“.

Әйтелеше

үҙгәртергә
Ғәрәп телендә шәһәҙәт

Әйтелеше: „Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүлүүлүһ“. Ғәрәпсә: أشهد أن لا إله إلاَّ الله و أشهد أن محمد رسول الله

Мосолманлыҡ билдәһе

үҙгәртергә

Шәһәҙәт - Ислам динендә булыуҙың беренсе һәм иң мөһим баҫҡысы (ҡара - Исламдың биш нигеҙе). Ул Исламдың ике тәүге инанысын эсенә ала : Аллаһы тәғәләнең берҙән-бер булыуы (тәүхид) һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Уның Рәсүле, йәғни Илсеһе булыуын раҫлай.

Шәһәҙәт мәжүсиҙәрҙән һәм башҡа диндәрҙән айырылып тороу өсөн доға һәм оран булараҡ барлыҡҡа килгән. Яу барғанда шәһәҙәт оран булараҡ ҡулланылған, шул арҡала "шәһит" төшөнсәһе барлыҡҡа килгән дә инде (изге эш өсөн үҙен ҡорбан ҡылған кеше). Башта шәһәҙәт әйтеп һәләк булғандарҙы ғына шәһит тип атай торған булғандар[2]. Шәһәҙәтте мосолмандар бик күп осраҡтарҙа әйтә. Ул намаҙ доғаларына мотлаҡ инә[3].

Йәғни, башҡорт телендә килеп сығышы бер булһа ла шәһит һәм шаһит һүҙҙәре мәғәнәүи яҡтан айырыла

Хәҙис шәриф

үҙгәртергә

"Уттан (тамуҡтан) йөрәгендә арпа орлоғо хәтлем генә булһа ла иманын һаҡлап, Лә иләһә илләллаһ тип әйткән кеше сығыр; һәм уттан сығыр шундай кеше, йөрәгендә бойҙай бөртөгө хәтлем иманын һаҡлап, Лә иләһә иллаллаһ тип әйткән; һәм уттан сығыр шундай кеше, кем йөрәгендә саң бөртөгөндәй генә булһа ла иманын һаҡлап, Лә иләһә иллалаһ, тип әйткән". ([4]

Шәһәҙәт - дәүләт символдарында

үҙгәртергә

Шәһәҙәтте ҡайһы бер илдәрҙең һәм территорияларҙың байраҡтарында күрергә мөмкин [5]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993.
  • Ситдиҡова Г. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө, 2014. - 232 бит

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 654-се бит
  2. Ислам: ЭС, 1991, с. 296
  3. Гогиберидзе, 2009, с. 128
  4. Бохари, 1-се том, 38(44)-се хәҙис, 43-сө бит.
  5. Firefly Books. Firefly Guide to Flags of the World. — Firefly Books, 2003. — ISBN 978-1-55297-813-9.

Аудио-видео

үҙгәртергә