Яуап көнө
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Яуап көнө, Ҡиәмәт көнө — эсхатологик диндәрҙә һәм ышаныуҙарҙа һуңғы көн. Был көндө дөрөҫ юл менән йәшәгән һәм гонаһлылар үҙҙәренең эшләгән ҡылыҡтары өсөр яуап бирәсәк. Хөкөм Аллаһы тәғәлә тарафынан үткәрелә. Күсмә мәғәнәлә -донъяның бөтөүе. Яуап көнө, ҡиәмат көнө, мәхшәр көнө - Аллаһы тәғәләнең кешеләр өсөн иң һуңғы хөкөмө.
Ҡиәмәт булыуы - Аллаһ Тәғәләнең ғәҙеллегенең күренешелер. Был көндө һәр гонаһ өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Донъяла кешеләрҙе битәрләп, ҡыйырһытып йөрөгәндәр бер нисек тә ҡотола алмаясаҡтар. Ул ваҡытта аҡсала, мөлкәттә, дәрәжәлә таныш-белештәрҙә, көстә – береһе лә ярҙам итмәйәсәк. Һәр кеше үҙенең ғәмәлдәре өсөн үҙе яуапҡа тарттырыласаҡ. Ҡотолоу мөмкин түгел, иллә мәгәр Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән генә. Иманлыларға үә изгелектә булғандарға Раббыбыҙ рәхмәтен яуҙырыр, ә йүнһеҙҙәргә әйләнеп тә ҡарамаҫ. Был көн ғәҙеллек көнө. Ҡөрьән Кәримдең күп кенә сүрәләрендә һәм аяттарында Раббыбыҙ ҡиәмәт тураһында гел зикер итеп тора, уның күп кенә билгеләрен белдереп, һанап күрһәтә. Хатта сүрәләр ҙә ҡиәмәт исеме менән аталған. Мәҫәлән: “Үәҡиғәһ” (Ҡолаусы), “Тәғәбүн”, (Үҙ-ара яла яғыу) “Ҡийәмәһ” (Ҡиәмәт), “Ғәшийә”- (Ҡаплаусы).
Ҡөрьән, әл Бәҡара сүрәһе 109-114-се аяттар
үҙгәртергә109. Үҙ-үҙҙәрендәге хөсөтлөк арҡыры Әһле-л-китаптан күптәр һеҙҙе, иман килтергәнегеҙҙән һуң, үҙҙәренә хәҡиҡәт асыҡланғас, кафырға әйләндерергә теләр ине. Ғәфү итегеҙ һәм Аллаһ үҙ әмере менән килгәнгә ҡәҙәр уларҙан йөҙ дүндерегеҙ. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә лә ҡөҙрәтле!
110. Намаҙға тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ. Яҡшылыҡ менән үҙегеҙ өсөн нимә әҙерләһәгеҙ, Аллаһ ҡаршыһында шуны табырһығыҙ: Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә бит!
111. Улар: «Йәһүҙиҙәрҙән һәм насраниҙарҙан башҡа һис кем ожмахҡа инмәйәсәк»,— тине. Был — уларҙың хыялдары. «Әгәр һеҙ хаҡ һөйләүсе булһағыҙ, дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ!» — тип әйт.
112. Эйе! Кем үҙ йөҙөн Аллаһҡа йүнәлткән һәм изгелек ҡыла икән, әжере — үҙ Раббыһы ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, көйөнмәйәсәктәр ҙә.
113. Һәм йәһүҙиҙәр: «Насраниҙар бер нәмәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти, насраниҙар ҙа: «Йәһүҙиҙәр бер нимәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти. Ә улар китапты уҡый. Белмәгән кешеләр ҙә былар кеүек һөйләнә. Улар бәхәсләшкән нәмә тураһында Аллаһ ҡиәмәт көнөндә хөкөм итер.
114. Аллаһ мәсеттәрендә Уның исемен иҫкә алыуҙан тыйыусынан һәм мәсеттәрҙе емерергә йөрөүсенән кем залимыраҡ? Улар унда ҡурҡып ҡына инергә тейеш. Уларға был донъяла — хурлыҡ, ә ахирәт көнөндә оло яза булыр.
Башҡа диндәрҙә
үҙгәртергәЯуап көнө- сәнғәт әҫәрҙәрендә
үҙгәртергәХалыҡ ижадында
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Кыяма // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Камаль Эль Зант. Малые признаки Судного Дня // Расскажи мне о вере. — Идел-Пресс, 2007. — 528 с. — ISBN 978-5-85247-193-2. (рус.)
- Малов Е. А. Ахыр заман китаби: Мухаммеданское учение о кончине мира. — Казань: Типо-Лит. Имп. Ун-та, 1897. — 96, IV с. (рус.)