Ғәбд әл-Моталлип
Шәйбә ибн Хашим әл-Ҡорайши (ғәр. شيبة ابن هاشم القرشي), ‘Ғәбд әл-Моталлип ҡушматы менән билдәле (ғәр. عبد المطلب; 497, Мәҙинә — 578, Мәккә) — Мөхәммәт Рәсүлулланың олатаһы.
Биографияһы үҙгәртергә
Шәйбә ибн Хашим Мәҙинәлә 497 йылда тыуған. Ул Хашим ибн Ғәбд Манафтың улы була (хашимиҙар нәҫеленең башлаусыһы).
Хашим ибн Ғәбд Манафтың вафатынан һуң хажды ойоштороу бурысы уның бер туғаны Моталлип ибн Ғәбд Манафҡа күсә. Моталлип ибн Ғәбд Манаф Мәҙинәгә килгәс, Шәйбәне лә үҙе менән Мәккәгә ала. Мәккәлә Шәйбәне Моталлиптың ҡоло тип уйлайҙар Ғәбд әл-Моталлип тип йөрөтә башлайҙар (ғәр. عبد المطلب — Моталлип ҡоло). Моталлиптың вафатынан һуң Ғәбд әл-Моталлип хаж ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә ала һәм кешеләрҙең ихтирамын яулай[4].
Мөхәммәттең (с.ғ.с) әсәһе Әминә бинт Ваһаб үлгәс, Ғәбд әл-Моталлип аоты йәшлек ейәнен үҙенә ала. Әммә ул да ике йылдан баҡыйлыҡҡа күсә, һәм баланы ҡарарға уның улы Әбү Талип үҙенә ала[4].
Балалары үҙгәртергә
Ғәбд әл-Моталлиптың 10 улы һәм 6 ҡыҙы була[4]:
- Харис ибн Ғәбд әл-Моталлип (инг.)баш.
- аз-Зубайр ибн Ғәбд әл-Моталлип (инг.)баш.
- Әбү Талип ибн Ғәбд әл-Моталлип — хаҡ хәлифә Али ибн Әбү Талиптың атаһы, Алиҙәр династияһы башлығы
- Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы
- Хамза ибн Ғәбд әл-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ағаһы, Мәккә мөшриктәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан
- Әбү Ләһәб (Ғәбд әл-Ғүззә ибн Ғәбд әл-Моталлип) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яуыз дошманы
- Ғидаҡ ибн Ғәбд әл-Моталлип
- Мәкүәм ибн Ғәбд әл-Моталлип
- Сәфәр ибн Ғәбд әл-Моталлип
- Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип (566—653) — Ғәбд әл-Моталлиптың кесе улы, Ғабдулла ибн Ғәббәстең атаһы (ғәббәсиҙәр династияһы башлаған)
- Сафия бинт Ғәбд әл-Моталлип (инг.)баш. — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең инәһе, Зөбәйер ибн Әүүәмдең әсәһе [4].
Пәйғәмбәрҙең олатаһы үҙгәртергә
Ҡорбан килтереү нәҙере үҙгәртергә
Балалары араһынан Ғабдулла бик яратҡан улы була. Бәйән ителеүенсә, Ғәбд әл-Моталлип ун улы тыуһа, береһен ҡорбанға килтерәм тип нәҙер әйткән булған. Улдары үҫеп еткәс нәҙере иҫенә төшкән. Ҡорбанға йәрәбә һалғас, ул Ғабдуллаға сыҡҡан. Ҡорайыштар кәңәше менән ул нәҙерен үҙгәрткән һәм улы өсөн йөҙ дөйәне ҡорбан итеп салған[5][6]. Буласаҡ Пәйғәмбәрҙең атаһы булған ул йөҙ дөйә хаҡы менән алып ҡалған улы. Тик улы йәшләй — 25 йәшендә вафат булып ҡала.
Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип ҡайһы бер сығанаҡтарҙа улын күреп өлгәрмәгән, ҡайһы берҙәрендә ул үлгәндә буласаҡ Пәйғәмбәр ике айлыҡ булып ҡалған тип әйтелә[5].
Ейәне Мөхәммәтте аҫрауы үҙгәртергә
Ғәбд әл-Моталлип, килене лә үлеп ҡалғас, ейәне Мөхәммәтте үҙенә аҫрарға ала, әммә бынан һуң ике йыл ғына йәшәп ҡала, баҡыйлыҡҡа күсә.
Улы Ғәбд әл-Ғүззә һәм ейәне Мөхәммәт мөнәсәбәте үҙгәртергә
Ғәбд әл-Моталлиптың ысын исеме Ғәбд әл Ғүззә тигән улының ҡушаматы — Әбү Ләһәб. Уның исеме Ислам тарихында ҡара дошманлығы менән яҙылып ҡалған. Ул Пәйғәмбәрҙең рисаләтенә ышанмай, мыҫҡыллай, вәғәздәрен юҡҡа сығарып Ҡәғбәтулла алдында сығыш яһай. Ҡатыны менән икәүләп Рәсүлулланы бик рәнйетәләр. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙҙары Әбү Ләһәб улдарына йәрәшелгән була: Руҡайяны — Ғүтбәгә, Өммөгөлсөмдө Ғүтәйбәгә бирергә тейеш булаллар. Әммә Әбү Ләһәб уларҙы килен итеп алыуҙан баш тарта.
Уның хаҡында исемләп «Ләһәб» («Бау») тигән сүрә иңә. Мосолмандар Ҡөрьәнгә ингән ошо 111-се сүрәгә ярашлы уны «Ут Атаһы», «Тамуҡ Әһеле» тигәнде аңлатҡан ҡушаматы менән генә атап йөрөтә.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 арабская Википедия (ғәр.) — 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Аббас ибн Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ 5,0 5,1 Али-заде, 2007
- ↑ Абдалла и Амина 2014 йыл 29 ноябрь архивланған. — Mukmin.Narod.Ru
Әҙәбиәт үҙгәртергә
- Али-заде, А. А. Ғәбд әл-Моталлип () // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Rubin, Uri. ʿAbd al-Muṭṭalib b. Hāshim // Encyclopaedia of Islam, THREE.
- Pakatchi, Ahmad; Khodaverdian, Shahram. ʿAbd al-Muṭṭalib b. Hāshim // Encyclopaedia Islamica.