Әл-Харам мәсете

(Әл-Хәрәм мәсете битенән йүнәлтелде)

Әл-Харам мәсете (ғәр. المسجد الحرام‎ — әл-мәсжид әл-хара́м) — донъялағы төп һәм иң ҙур мәсет, эске ихатаһында Исламдың иң изге Ҡәғбәһе урынлашҡан. Сәғүд Ғәрәбстанының [[Мәккә]] ҡалаһында урынлашҡан.

Мәсет
әл-Харам мәсете
ғәр. المسجد الحرام

Әл-Харам мәсете һәм Ҡәғбә
Ил Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
Провинция [[Мәккә (провинция)|Мәккә]]
Ҡала Мәккә
Мәсет төрө Йома мәсете
Архитектура стиле Ислам архитектураһы
Төҙөүсе Ибраһим пәйғәмбәр һәм уның улы Исмәғил
Төп даталары:
20 ноябрь 1979 — террор акты
Реликвия һәм йәдкәр Кәғбә
Статус исламдың иң изге урыны
Вместимость 900 000 кеше. хаж вкытында 4 млн)
Манаралар һаны 9
Манара бейеклеге 89 м
Торошо ғәмәлдә
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY
Сайт gph.gov.sa

Төҙөлөүе

үҙгәртергә
 
Әл-Харам мәсете Мәккә күренешендә (XVIII быуат)
 
Әл-Харам мәсете Мәккә күренешендә (XIX быуат)

Ҡәғбә янында беренсе мәсет 638 йыл төҙөлгән була. Мәсеттең әлегеһе 1570 йылдан билдәле. Үҙ тарихында мәсет бер нисә тапҡыр яңыртып ҡоролған, тәүгеһенән бик аҙ ғына нимәлер һаҡланған. Риүәйәт итеүҙәренсә, тәүҙә Әл-харам мәсете бары алты манаралы булған, тик Истанбулда ла Зәңгәр мәсет алты манаралы итеп төҙөлгәс, Мәккә имамы тип харам тип атаған: Ҡәғбә мәсете донъялағы башҡа бер мәсет менән дә бер тигеҙ булырға тейеш түгел. Шунан һуң солтан Әхмәт Ҡәғбә мәсетендә етенсе манара төҙөргә бойорған [1]

XXI быуат башында реконструкция

үҙгәртергә
 
Әл-Харам мәсете һәм хажиҙар төндә

2007 йылдан 2012 йылға тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдалла ибн Әбдел Әзиз Әл Сәғүд ҡарары буйынса Әл-Хәрәм мәсетенә яңы реконструкция үткәрелә. Төньяҡ йүнәлештә киңәйтеү һөҙөмтәһендә майҙаны 400 мең м²-ға етә, унда бер юлы 1,12 млн кеше һыя. Өҫтәп йәнә ике манара төҙөлә, Король Абдалла исемендәге яңы ҡапҡа яһала, шулай уҡ иҫке һәм яңы бинағлар тулыһынса кондиционер менән тәьмин ителә. Бер үк ваҡытта территорияһындағы ла кешеләрҙе ҡушып барлығы 2,5 миллион кеше ҡатнашҡан саралар һәм тантаналарҙа ҡатнаша ала. Реконструкциялау хаҡы 10,6 миллиард доллар тәшкил итә. Бер үк ваҡытта комплекс мөйөшө эргәһендә 2011 йылда донъяла иң эре небоскребтар комплексы төҙөлә.

Әл-Харамда тауаф

үҙгәртергә

Баш осонда — йәш ай, һилал. Беҙҙә уны, урыҫҡа эйәреп, «ярым ай» тип исемләгән булалар. Ана ниндәй матур атамаһы бар уның — һилал. Был һүҙ хәҙер фамилияларҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ҡара бәрхәт күк йөҙөндәге сихриәткә арбалып берауыҡҡа онотолам — әйтерһең, Ҡәғбәтулланың тап уртаһына күҙгә күренмәҫ манара күтәрелгән дә, осона ысын ай үҙе беркетелгән. Ул беҙҙәге кеүек ҡырын ятмай, ә ултыртып ҡуйылған кәсә рәүешле. Шуға ла Ғәрәбстандағы мәсет манараларындағы һилалдың тарбаҡтары ике яҡҡа ла тигеҙ итеп ҡуйылғандыр әле.

Пәйғәмбәрҙәрҙең күҙ нурҙарын, ҡул йылыһын һаҡлаған ҡара таш ҡуйыулы мәсет иҙәненә баҫҡандағы кисерештәремде аңлатырлыҡ түгел — баҙау, һөйөнөс, йән талпыныуы…

Ҡапҡанан ингәс, аяҡ кейемдәрен сисеп, намаҙ уҡыныҡ та Ҡара таш янына үтер ишеккә йүнәлдек. Пәрәнжәле ҡатын сумканы ла, кейемде лә тентегәс, ниңәлер: «Турисмы?» — тип һорап ҡуйҙы. Хажға килгәнемде аңлатҡас, дуҫтарса арҡамдан ҡағып, барыр яҡты күрһәтеп ебәрҙе. Бында фото-кино аппараттарын индерергә рөхсәт юҡ, ә барыбер бәғзеләр ҡәҙерле күренештәрҙе төшөрөп алып ҡайтыр юлын таба. Кеҫә телефондарын файҙаланаларҙыр, бәлки. Әйткәндәй, туристар өсөн махсус инер урындар ҡаралған, улар дөйөм ағымға ҡамасауламай ғына тамаша ҡылыу мөмкинлегенә эйә.

Ҡара таш… Бына ниндәй икәнһең һин! Мәрмәр колонналар артынан алтын ишекле, ҡара япмалы, куб рәүешле изге бина күҙгә салыныу менән бөтә диҡҡәтемде арбап алды. «Куб» кәлимәһе лә тап ғәрәпсә «ҡәғбә» тигәндән килеп сыҡҡан. Асыҡ көмбәҙҙән диуарҙар аша Мәккәне уратып алған тауҙар, йорттар, төҙөлөш крандары күренә. Мин иһә, киреһенсә, Ҡәғбәтулла тау башында, һәр тарафтан күренеп торған урындалыр тип уйлай торғайным.

Риүәйәт ителеүенсә, ғибәҙәтхананы Ибраһим пәйғәмбәр менән уның улы, нәҫеленән данлы мосолман милләте барлыҡҡа килгән Исмәғил ғәләйһиссәләм һалған. Ҡәғбәтулла тап ошо урында Атабыҙ Әҙәм һәм Инәбеҙ Һауа тарафынан уҡ төҙөлөп, туфан ваҡытында батҡаҡҡа күмелеп ҡалғас, Аллаһы Тәғәлә яңы быуын Пәйғәмбәрҙәргә тәү мәсет мәҡамын яңынан күрһәткән, тиелә риүәйәттәрҙә. Уларға туфан ваҡытынан ҡалған ожмах ташын — Ҡара ташты — Жәбраил фәрештә табышып биргән. Хажиҙар тап бына шул ташҡа ҡағылып, теләк әйтергә тырыша ла инде. Был, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, ташҡа табыныу, унан хикмәт көтөү түгел, ә ихластан Аллаға, унан ингән дингә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм инаныуҙы белдереү ғәмәле.

Әйткәндәй, хәҙер Ҡара ташты көпләп, тапҡырына ҡара бау тағып ҡуйғандар. Мосафирҙар шуға ҡағылыу менән генә мөрхәтһенә. Унда яҡын да барырлыҡ түгел, ә маҡсатына ирешкәндәр ҡыуанысын тыя алмай илай, көлә, доғалар уҡый…

Ғибәҙәтхана тирәләй ап-аҡ тулҡын өйөрмәһе — хажиҙар ағымы бер генә минутҡа ла өҙөлмәй, һулдан уңға ҡарай уралып, тәлбиә, доғалар әйтә-әйтә өлкән майҙанда ҡайнап тора. Беҙ ҙә, өйрәтелгәнсә, йәшел табло ҡаршыһынан тауаф башлайбыҙ. Бының үҙ нескәлеге бар — иҙәндә илаһи Ҡара таш тапҡырынан майҙан ситендәге тупһаларға еткәнсе аяҡ табаны һыйырлыҡ көрән һыҙат һалынған. Тап шуға баҫып, «Бисмиллаһи, Аллаһу әкбәр» тип, уң ҡулыңды һуҙып Ҡәғбәтулланы сәләмләйһең. Һыҙатта теләнгән теләк мотлаҡ ҡабул була, ти.

Ҡара таш ишеге яғындағы мөйөштә Ибраһим пәйғәмбәрҙең ташта уйылып ҡалған эҙҙәре быяла ҡалпаҡ эсенә ҡуйылған — тауаф ҡылыусылар уға яҡын уҙырға тырыша.

Ташҡын булып килгән халыҡтың аяҡ аҫтында ултырып намаҙ уҡыусылар ҙа бар. Тапап китерҙәр тип тә ҡурҡмайҙар. Ә беҙҙе, аяҡ кейемегеҙ йә башҡа бер нәмәгеҙ төшһә, алырға маташмағыҙ, аяҡ аҫтында ҡалып һәләк булыуығыҙ бар, тип иҫкәрткәйнеләр. Тауаф ҡылғанда беҙҙең алдан да бер нисә табут алып сыҡҡайнылар… Аҡ мәрмәрҙә тулып ятҡан һыңар аяҡ кейемен дә, китаптарҙы ла, башҡа ваҡ-төйәкте лә аша атлап үтәһең. Анауындай мәхшәрҙә йыйыштырыусылар юлды ҡамай һалып, хуш еҫле шыйыҡса менән ялт иттереп йыуып алырға ла өлгөрәләр бит әле. Йөк машиналары менән кузов-кузов «сәпелдәк» түгәләр, ти.

Әйткәндәй, ғәрәптәр ислам ҡабул иткәнгә тиклем дә Ҡәғбәтулланы һәм Сафа-Мәрүә араһын урап уҙа торған булған. Быға аптырайһы түгел, сөнки Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм ниндәйҙер яңы дин уйлап сығармауын, ә бары тик Ибраһим пәйғәмбәр динен — Исламды тергеҙеүен Ҡөрьән Кәримдә ҡат-ҡат телгә ала. Тәү атабыҙ — Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә иңдерелгән изге китап бәндәлек сифаттары арҡаһында боҙолған һайын, төп нөсхәне тергеҙеү йәки заманаға ярашлы телгә күсереү өсөн, Аллаһ ерҙә үҙ илселәрен тәғәйенләгән.

Ғибәҙәтте тамамлау менән алтын ишек тапҡырында ике рәҡәғәт тауаф намаҙы уҡып, мөғжизәле зәмзәм шишмәһе сығанағына ыңғайланыҡ. Ул көпләнгән, һәм һыу крандарҙан бирелә. Һәр һемәк эргәһендә бушлай таратылған бер ҡулланыр стакандар өйөмө кәмемәй, өҫтәлеп кенә тора — тейешле доғаһын уҡып, тылсымлы тамсыларҙы баштарына, кейемдәренә, тәндәренә ҡоялар. Һыу ныҡ һалҡын булһа ла тамаҡҡа «йәбешмәй», сирләтмәй. Ғәжәп, мәсет тышында — өйгә алып ҡайтыр өсөн ҙур-ҙур һауыттарға тултырған ерҙә — йылы. Әйтеүҙәренсә, эсәр зәмзәмгә боҙ һалып һыуытып торалар.

Артабан — Сафа һәм Мәрүә ҡалҡыулыҡтары араһында сәғи ҡылыу. Унда барып сығыу менән, риүәйәте иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәш эркелде. Әйткәндәй, риүәйәт йәһүд һәм ғәрәп халыҡтарының бер атанан — Ибраһим пәйғәмбәрҙән таралыуын һүрәтләй. Тәүгеһе — ҡатыны Саранан, икенсеһе — Мысырҙа әсиргә эләккән Һәжәрҙән донъяға килгән улдары Исхаҡ һәм Исмәғил нәҫелдәре. Көндәш балалары, йәғни… Исмәғил затының тәү инәһе Һәжәр сабыйы менән ҡыяҡ та үҫмәгән яланғас, шөҡәтһеҙ тауҙар араһында япа-яңғыҙ ҡалып, һыу эҙләп йүгереп йөрөгән аралыҡ был. Етенсе тапҡырына йүгереп төшкәнендә Исмәғиле эргәһендә Жәбраил фәрештәне һәм уның уң аяғы аҫтынан шишмә урғылып сығыуын күрә. Һыу тиҙ генә эргә-тирәне баҫа башлағас, Һәжәр: «Зәм-зәм, зәм-зәм (беҙҙеңсә „сеү-сеү“ һымағыраҡ)», — тип тыя-тыя, балсыҡ менән ҡоймалап ала. Изге ҡатын ағымды шулай туҡтатмаһа, һыу бар донъяны баҫыр ине, тиелә риүәйәттә.

Әсә сабырлығы, мөхәббәте, Аллаға инанғанлығына хөрмәт белдереү булараҡ ҡабул иттем мин был ғибәҙәтте. Ә ғәрәптәрҙең тәү бабалары Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр төҙөгән Ҡәғбәтуллаға тауаф — ата рухын да ололауҙыр. Ғәжәйеп сифаттарға эйә ул зәмзәм! Йылдар буйы торһа ла боҙолмаҫ, ауырыуҙарҙы сихәтләндерер шифаһы менән дан тота. «Зәмзәмде ни маҡсат менән эсһәң, шул булыр», — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм. «Сарсауҙан эсһәң — һыуһының ҡандырыр, зиһен һораһаң — зиһен, йән һәм тән сәләмәтлеге һораһаң — сәләмәтлек бирер, яҡлау һораһаң — яҡлаулы булырһың. Быларҙың барыһы ла — Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте», — тигән хәҙис тә бар. Көмөш кеүек ялтырап торған һыуҙың әҙ генәһе лә бер сәйнүк ҡаты һыуҙы йомшарта, сәйҙе сығышлы һәм тәмле итә. Ҡайтҡас, үҙем һынаным. Элек, ата-баба шул һынлым ергә йәйәү тиерлек йөрөгән саҡта, хаждан ҡайтыусылар зәмзәмде тамсылап ҡына тәмләткән, тиҙәр. Дарыуға шул да етеп ҡуйған.

Ҡайһы берәүҙәрҙең хәмер-шарапты «зәмзәм һыуы» тип «шаяртыуы» ни тиклем оло гонаһ, Иблискә хеҙмәт икәнен сығанаҡ янында торғанда ҡапыл бөтә тәрәнлегендә аңлап, йәнем әрнене.

Сафа менән Мәрүә араһын тигеҙләп мәрмәр иҙән һалынған. Тәүгеһе бейегерәк булған, шуға ла түбәһендәге таштар байтаҡҡа күтәрелеп тора. Эре-эре һарыҡташтарға үрмәләп менеүселәр, шунда оҙаҡ ҡына ултырыусылар бар. Беҙ иһә йышыраҡ аҫҡы өлөшөндәге ҡарайып күренеп ятҡан таштарына баҫып уҙыу менән генә мөрхәтһендек, сөнки берҙән, менеүе яйһыҙ, хәүефле, икенсенән, халыҡ ағымы ла быға бик мөмкинлек бирмәй. Ике тауҙың да таштарына баҫып үтеү — сөннәт ғәмәл! Сәғи ҡылғанда һәр ике тау итәгенән Ҡәғбәтуллаға ҡарап сәләм биреү фарыз.

…Таңға, сабах намаҙы етәрәк, үмрә (кесе) хажыбыҙҙы тамамлап та ҡуйҙыҡ [2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. мечеть Султанахмет(недоступная ссылка)
  2. Гүзәл Ситдиҡова. «Йәннәт баҡсаһы».- Өфө, 2005 -102 бит
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.