Зиннуров Гранит Нурулла улы
Зиннуров Гранит Нурулла улы (2 август 1934 йыл) — инженер-электрик, крайҙы өйрәнеүсе, публицист. Силәбе политехник институтын тамамлаған[1].
Зиннуров Гранит Нурулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1934 |
Тыуған урыны | Малаяҙ, Салауат районы |
Һөнәр төрө | инженер-электрик |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәГранит Нурулла улы Зиннуров 1934 йылдың 2 авгусында БАССР-ҙың Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Иҫке Ҡаратаулы ауылында партия һәм совет хеҙмәткәре Нурулла Зиннуров һәм уның ҡатыны Фәхитә Әхмәтсафа ҡыҙы ғаиләһендә тыуған.
Атаһы Нурулла Зиннур улы Зиннуров (1901—1943) заманына ҡарта алдынғы ҡарашлы, белемгә ынтылған кеше була. 1925 йылда Лаҡлылағы Әхмәҙиә мәҙрәсәһе уҡытыусыһы, ахун Әхмәтсафа Баһауетдинов хәҙрәттең ҡыҙы Фәхитәгә өйләнә. 1925 йылда Нурулла Зиннуров, ауылдашы Хәйруллин Әхмәтнур менән, Мәскәүгә, ВЦИК преседателе М. И. Калининға, ауыл халҡы исеменән Лаҡлыны Автономиялы Башҡорт ССР-ы составына индереүҙе юллап бара. Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетын (КУТВ), 1932 йылда Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессураның Аграр институтын тамамлай. Нурулла Зиннуров 1933—1935 йылдарҙа Аҡһары МТС-ының политбүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Үҙенең инициативаһы менән Күмертау районы Яңы Мораптал ауылында Чапай МТС-ын ойоштора. 1935—1936 Асҡын МТС-ы директоры, шунан 1937 йылдың 4 ноябренә саҡлы Урмияҙ МТС-ы директоры булып эшләй. 1937 йылдың ноябрендә ҡулға алына[2].
Тормоштоң күп һынауҙарын үтә сәйәси золом ҡорбаны улы Гранит. Башланғыс белемде ата-әсәһенең тыуған ауылы Лаҡлы мәктәбендә ала, Лаҡлы балалар йортонда ла йәшәргә тура килә уға. Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбен тамамлай.
Силәбе политехник институтында белем ала, инжененр-электрик һөнәренә эйә була[3].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1952 йылда Гранит Нурулла улы хеҙмәт юлын башлай.
1954-1956 йылдарҙа Совет Армияһында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Венгриялағы мадьяр ихтилалы осоронда хәрби хәрәкәттәрҙә ғәскәри разведка командиры сифатында ҡатнаша.
1965 йылда Силәбе политехник институтын инженер-электрик һөнәре (411И) буйынса тамамлай.
Силәбе трактор заводында инженер-көйләүсе, цех энергетигы, сәнәғәт тракторҙарын эшләп сығарыусы 9 цехты берләштергән производство (етештереү) энергетигы булып эшләй. Заводта нәшер ителгән күп тиражлы гәзиттә мәҡәләләре донъя күрә. Шул уҡ ваҡытта 7 йыл дауамында техникумда уҡыта һәм Силәбе политехник институтында «Промышленая электроника» курсы буйынса лекциялар уҡый.
1973 йылда СССР Трактор һәм ауыл хужалығы машиналары төҙөлөшө министрының[4] бойороғо буйынса Чебоксар ҡалаһына Сәнәғәт тракторҙары заводы (ЧЗПТ) ойоштороу эшенә ебәрелә. Бында ул сәнәғәт электроникаһы бүлеге начальнигы булып эшләй. Вазифаһы буйынса АҠШ, Япония, Италия, Германия, Франция фирмалары менән килешеү эштәре башҡара.
1980 йылда саҡырыу уйынса Башҡортостанға ҡайта. Өфө Коммутацион аппараттар заводын (УЗКА) ойоштороу эштәренең башында торҙо. Коммутацион аппараттар заводының импорт ҡорамалдарҙы монтажлау һәм көйләү буйынса баш механик урынбаҫары булып хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә.
Зиннуров Гранит Нурулла улы — крайҙы өйрәнеүсе, публицист, «История села Лаклы», «Тропой судьбы» китаптары авторы. Салауат районы гәзиттәрендә Лаҡлы ауылы тарихыыына арналған «След на земле» һәм «На своей земле» очерктары донъя күрҙе. «Революцией призванные», «Возвращённые имена» йыйынтыҡтарында комиссар Шәрифулла Хамматов һәм Нурулла Зиннуров тураһында очерктары баҫылып сыҡты[5].
Ғаиләһе
үҙгәртергәГранит Нурулла улы Зиннуров ҡатыны Лилиә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәКитаптары
үҙгәртергә- Г. Н. Зинуров История села Лаклы, Уфа, 2004
- Г. Зинуров. Тропой судьбы: Документальная повесть, — Уфа: «АльфаРеклама», 2015. — 334 с. ISBN 978-5-906165-55-8
- Зинуров Г. Н. Имамы села Лаклы
- Зинуров Г. Н. Нурулла Зиннуров (очерк о Нурулле Зиннурове) — Возвращённые имена
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәВаҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- Зинуров Г. Н. След на земле. — Ленинское знамя, 1980, 30 август
- Абдуллина М. Ф. «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» (Н. З. Зинуров тураһында) — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Лаклинская Модельная-Библиотека. Знаменитые люди села: Гранит Нуруллович Зинуров
- ↑ Абдуллина М. Ф. «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» (Н. З. Зинуров тураһында) — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август
- ↑ Г. Зинуров. Тропой судьбы: Документальная повесть, — Уфа: «АльфаРеклама», 2015. — 334 с. ISBN 978-5-906165-55-8
- ↑ СОВЕТ МИНИСТРОВ СССР ПОСТАНОВЛЕНИЕ от 11 апреля 1968 года N 232 Об утверждении Положения о Министерстве тракторного и сельскохозяйственного машиностроения
- ↑ Зинуров Гранит Нуруллович. История села Лаклы
- ↑ Г. Зинуров. Тропой судьбы: Документальная повесть, — Уфа: «АльфаРеклама», 2015. — 334 с. ISBN 978-5-906165-55-8