Сыбарҡая
Сыбарҡая (рус. Большие Притёсы) — Рәсәй, Урал тауҙарының Силәбе өлкәһе өлөшөндә Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы Әй йылғаһының һул яры буйындағы ҡая. Һатҡы районы Межевой ҡасабаһынан 5.5 км көнбайыштараҡ [1].
Сыбарҡая | |
Тау һырты | Урал тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәСыбарҡая Көньяҡ Уралдың күренеше менән айырылып торған таш диуар рәүешендәге бейек һәм оҙон (километрҙан ашыу) ҙур таш ҡая. Диуар бейеклеге 100 метрға тиклем етә, ул Әй йылғаһы бөгөлдәрен ҡабатлап, ураҡ рәүешле бөгөлөп-бөгөлөп һуҙылып киткән. Күренеше менән ул Норвегия фьордтарын хәтерләтә.
Сыбарҡая «диуары» тик текә, бер урында ғына бик ҙур ауырлыҡ менән өҫкә күтәрелергә мөмкин. Ҡаяла бер нисә мәмерйә (Юношеский грот, Беренсе һәм Икенсе Кулуар һәм башҡалар) бар. Юношеский грот тип аталған тау ҡыуышына альпинистар ғына инә ала, сөнки ҡая туп-тура вертикаль рәүешле. Тау ҡыуышының ҡая аҫтынан бейеклеге — 56 метр, ә өҫтән төшкәндә ҡыуышлыҡ ауыҙына тиклем — 26 метр.
Элгәре яҡындағы Ҡолмәт ауылы кешеләре был тау ҡыуышлығын Ҡараташ йәки Ҡараҡыуыш тип атаған. Юношеский грот тигән яңы атамаһы 1969 йылда бирелгән, тап шул йылда Коркино ҡалаһының йәш геологтары мәмерйәне өйрәнгән, ә киләһе йылында топографикаһын эшләгәндәр[2]
Сыбарҡая климаты башлыса ҡар һыуы менән туйынған Әй йылғаһы климатына бәйле. Октябрь аҙағы — декабрь башында йылғала боҙ туңа, апрель — май башында боҙ китә.
Этимологияһы
үҙгәртергәУрыҫ телендәге атамаһы — Большие Притёсы — тау тоҡомдарының дәүмәленә бәйле, улар ысынлап та мөһабәт. «Притёсы» тигән термин иһә «тесать», «утёс» тигәндән сығып ҡулланышҡа ингән.
Был урында борондан йәшәгән башҡорттар, артабан күсеп килгән төркиҙәр, ҡаяны «Сыбарҡая» тип атаған, сөнки уның таштарын төрлө төҫтәге мүк, лишай ҡаплап алып, ҡаяға төрлө биҙәктәр, сыбарлыҡ бирә[3][4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ГДЕ НАХОДЯТСЯ АЙСКИЕ ПРИТЕСЫ
- ↑ Павел Распопов: Большие и Малые Притесы на реке Ай, Сухие водопады
- ↑ Рундквист Н.А. 33 маршрута выходного дня. Урал Южный и Средний. Курганская область, Челябинская область, Свердловская область, Башкортостан. + карты-схемы и GPS-координаты. [путеводитель. авт.-сост. Николай Рундквист, Леонид Волков, Светлана Кулешова]. — Екатеринбург: Азимут: Уралаэрогеодезия, 2010. — 95 с.
- ↑ Река Ай // Земля русская. Святыни и уникальные места России. — 2014. — № 5. — С. 33—34.