Байтуллин Раил Ғәлимулла улы
Байтуллин Раил Ғәлимулла улы (22.10.1941) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры [1]
Байтуллин Раил Ғәлимулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 октябрь 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Лаҡлы ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | агроном |
Биләгән вазифаһы | председатель колхоза[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРаил Ғәлимулла улы Байтуллин 1941 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лаҡлы ауылында тыуған.
Күрше Йыланлы ауылында урта мәктәпте тамамлап, Өфөлә заводта эшләй.
Тыуған ауылында колхозда бер аҙ эшләгәндән һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.
Икенсе курстан Совет Армияһы сафына алынып, унда взвод командиры булып хеҙмәт итә.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, институтта уҡыуын дауам итә, агрономия факультетының студенттар профкомы рәйесе була.
Институтты тамамлағас, «Әй» колхозында агроном булып хеҙмәт юлын башлай[2].
1970 йыл - Хамматов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана. Был осорҙа бер туған ағаһы Рафит Ғәлимулла улы Салауат исемендәге колхозға етәкселек итә. Раил Ғәлимулла улы етәкләгән ваҡытта колхоз барлыҡ иҡтисади күрһәткестәр буйынса Салауат районының алдынғы хужалығы була. 1976 йылда Хамматов исемендәге колхоз СССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының һәм ВЦСПС-тың Ҡыҙыл Байрағы, шулай уҡ ул ваҡыттағы иң яҡшы еңел автомобиль — «ВАЗ-2106» машинаһы менән бүләкләнә.
1979—1991 йылдарҙа - район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.
1991 йылдан Салауат районының Ер комитеты начальнигы. Дөйөм алғанда ер эшенә 40 йыл ғүмерен бағышлай[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергәСтудент йылдарында Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында уҡыған сығышы менән Асҡын районы Гөлзада Малиҡ ҡыҙына өйләнә. 48 йыл бергә ғүмер итеп, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
Балалары Илдар һәм Эльза бөгөн Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында табип булып эшләй.
Биш ейән-ейәнсәре бар. Береһе — табип, икенсеһе — именлек хеҙмәтендә. Икәүһе — юғары уҡыу йорто студенттары. Бишенсеһе — Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[2].