Тырнаҡлы — Әйле (әй) башҡорт ҡәбиләһе составындағы ырыу. Хәҙерге ваҡытта тырнаҡлылар Башҡортостан Республикаһының Салауат районының дүрт (Елгилде, Лағыр, Торналы, Шәрәк) һәм Ҡыйғы районының ете (Ибрай, Яңы Мөхәмәт, Сағыр, Иҫке Мөхәмәт, Ураҡ, Йүкәлекүл, Яуын) ауылында йәшәй.

Тырнаҡлы

Ырыу бүреҫ (бүре), ҡомый (ҡумый), күкйүргәк (күкюргек), оҙон бармаҡ (оҙон бармаҡ), рахманғол (рахманғул), юламан, тораморон сутыш, мимес, ҡырғыҙ, әнжәк араларына бүленә. Тырнаҡлы ырыуы 'тырнаҡлы' — топоним булараҡ теркәлмәгән.

Ырыу ҡошо — торна; ағасы — тирәк (дөйөм әйлеләрҙеке — муйыл); ораны — һандал (салауат).

Этнонимды «тырнаҡ» тамғаһы менән бәйләйҙәр. Уралда Әй йылғаһы буйлап ойошоп ултырғандар. Р. Ғ. Кузеев үҙенең «Башҡорт халҡының килеп сығышы. Этник составы, тарихы, таралып ултырыуы» хеҙмәтендә әйле башҡорттарының тырнаҡлы ырыуы вәкилдәрен Һырдарья башҡорттары тип атай һәм был фаразын Арал диңгеҙендә Күктырнаҡ ярымутрауы булыуы менән нығыта[1].

Ырыу тарихы

үҙгәртергә

Бижанова әй, тырнаҡлы, һарт, ҡаңлы этнонимдарын уғыҙ-ҡыпсаҡ ҡатламына (X—XII бб.) индерә. Ырыу легендалары буйынса, әйлеләр менән бергә мырҙалар ҙа Амударъянан һәм "Башҡорт тауҙары"нан (Копетдаг армыттары) килә.

Шәжәрәләрҙең береһе буйынса, ырыуға башҡорттарҙың уртаҡ ата-бабаһы Иштәк хан нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Уның 8 улы башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары эпонимы булып тора: Бикатун (Бикәтин), Дыуан, Күбәләк, Һарт, Тамъян, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Үҫәргән.

Иштәк этнонимы, остяк (мансы) менән дөйөм, тырнаҡлыларҙың боронғо фин-уғыр-самодий тамырҙары тураһында һөйләй; ул башҡорт атамаһы булараҡ көнсығыш сығанаҡтарҙа һәм ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа осрай.

Тырнаҡлы башҡорттарының шәжәрәһе буйынса уларҙың ырыу тораҡтары асыҡлана.

1725—1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев исемлегендә Тырнаҡлы волосы юҡ; П. И. Рычковтың 1737 йылғы исемлегендә Тырнаҡлы түбәһе Әйле волосына индерелә, унда 113 йорт иҫәпләнә. 1735—1737 йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр картаһында Тырнаҡлы волосы Әй йылғаһы буйлап Һатҡы һәм Ҡатайтамаҡ (Ҡатаутамаҡ) заводтарынан төньяҡтараҡ билдәләнә. 8-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1833), Өфө өйәҙенең Тырнаҡлы волосында 497 кеше йәшәгән Лағыр ауылы билдәләнә (икенсе исеме Үәскәй — Васҡын, Иҫке йорт, беренсе тапҡыр документаль сығанаҡтарҙа 1740 йылдар тирәһендә телгә алына); хәрби йәһәттән ул 4-се Көнбайыш башҡорт кантонының 3-сө түбәһенә ҡарай. Троицк әйәҙендә Тырнаҡлы ырыуының Ибрай (Соңҡа, Сөңкә), Елгилде (Әнйәк, Тишек ҡаҙан, 1795), Сағыр (Сутыш, 1740), Иҫке Мөхәмәт (Сыуашкин, Тораморон — тотемҡа бәйле, торна мороно тигәндән алынғаг, 1740), Тирәк (1816), Йүкәлекүл (Йүкәле, 1760), Яуын (Жауын, сыуаш, 1740) ауылдары ҡарай, улар хәрби йәһәттән 8-се кантондың 9-сы түбәһенә инә; халҡының дөйөм һаны 2454 кеше була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Өфө өйәҙенә Тырнаҡлы ырыуының Йыланлы (1795), Ишмән (1765), Ҡаҙыр (1737), Сүрәкәй (1765), Шәрәк (Ширәй, 1795;. Троицк өйәҙенә — Баймөхәмәт (1795) ауылдары инә. 19-сы быуат һуңында Златоуст өйәҙенең Тырнаҡлы волосында 2886 башҡорт йәшәй, 15 ауылда 10541 килмешәк (татар, мишәр, рус, майриҙар) иҫәпләнә.

17-18-се быуаттағы башҡорт ихтилалдарында Тырнаҡлылар

үҙгәртергә

17-18-се быуаттағы башҡорт ихтилалдарында Тырнаҡлылар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1739 йылдың мартында мишәр старшинаһы Йәнеш Абдуллин Өфө провинция канцелярияһына, Васҡын ауылында Асы Васҡин йортонда 100 самаһы башҡорт, шул иҫәптән күрше волостарҙың старшиналары йыйылыуын һәм халыҡ иҫәбен алыуға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә йыйыналар, тип белдерә. 1740 йылдың февралендә Тырнаҡлы волосының Иҫке Мөхәмәт ауылында, күҙаллауҙар буйынса старшина Йәрмөхәмәт Хажимөхәмәтовтың йортонда башҡорт старшиналары: Әйле волосынан Әләнейәнғол, Дыуандан — Мәндәр Ҡарабаев улы менән, ҡаратаулынан — Исламғол Юлдашев, ҡыуаҡандан — Сәйетҡол батыр һәм башҡалар Ҡараһаҡалды хан итеп күтәрә. «Тоғро» ғәскәр менән күрше Васҡын ауылына килгән Шайтан-Көҙәй старшинаһы Шиғанай Бурһыҡаев, ҡошсоларҙан — Ҡоҙаш мулла Рахманғолов, һарттарҙан — Уразмәт Сираев Ҡараһаҡалды һәм 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусыларҙы ҡулға алырға тырыша. Баш күтәреүселәрҙең Ҡараһаҡал һәм Әләнейәнғол етәкселегендәге ҙур булмаған отряды, Әй йылғаһын аша сығып, «тоғро» башҡорттарҙы сигенергә мәжбүр итә. Ихтилалды баҫтырыу һөҙөмтәһендә тырнаҡлылар 184 кешеһен юғалта (мырҙалар — 247, дыуандар — 259).

Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы башланғас, Ырымбур эргәһенән 1773 йылдың декабрендә полковник чинында ҡайтҡан Салауат Юлаев Васҡын ауылында нығытма лагеры төҙөй (Лағыр ауылы исеме шунан килеп сыҡҡан тигән фараз бар) һәм баш күтәреүселәр армияһын туплай башлай.

Тырнаҡлы волосы старшинаһы Яуын Сыуашев 184 йорттан 100 кеше бирә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 800 кешелек отряд туплана. 1774 йылдың ғинуарында Яуын Сыуашев улы менән бергә Красноуфимскиға походта, Көнгөрҙө штурмлауҙа ҡатнаша. 11 ноябрҙә Юлай Аҙналин менән бергә И. Л. Тимашевҡа баш һалып килә, 1784 йылда старшина булып хеҙмәт итеүе билдәле.

Тырнаҡлы ырыуының ир-ат генофонды (Ҡыйғы районы) башҡорттарҙа һирәк осраған генетик һыҙатты кәүҙәләндерә. Шәхси экспедициялар һөҙөмтәһендә Салауат районының төрлө ауылдарында йәшәгән Мырҙалар ырыуы вәкилдәренең өлгөләре алына һәм улар тырнаҡлыларҙың генетик материалына яҡыныраҡ булыуы асыҡлана. FamilyTreeDNA (Хьюстон, АҠШ) лабораторияһында ген төрҙәрен асыҡлау был өлгөләрҙең I1-M253 (Гаплогруппа I1 (Y-ДНК)) гаплотөркөмөнә, дөрөҫөрәге был гаплотөркөм составындағы I1-Z140 линияһына ҡарауын күрһәтә. I1-M253 гаплотөркөмө йышыраҡ герман теле төркөмөндә осрай һәм был халыҡтар йәшәгән территорияларҙа (Норвегия (31,5 %), Швеция (37 %), Дания (34 %), Германия (16 %) һәм Бөйөк Британия (15 %)) таралған. Шулай уҡ Финляндияла (28 %) һәм Рәсәйҙең Финляндия менән сиктәш төбәктәрендә (карелдар (15 %)) йыш осрай. I1-M253 гаплотөркөмө өс төп субкладҡа бүленә: I1-Z2336, I1- Z58 һәм I1-Z63. Ҡайһы бер төбәктәрҙә таралыуына бәйле, улар скандинав, көнбайыш-герман һәм көнсығыш-герман тармаҡтары тип атала.

I1-Z140 субклады I1-Z58 көнбайыш-герман субкладының бер өлөшө булып тора һәм был бүленеш 4000±400 йыл элек барлыҡҡа килгән тип билдәләнә.

Мутациялар һаны буйынса, тырнаҡлыларҙың һәм мырҙаларҙың уртаҡ ата-бабаһы 500±30 йыл элек йәшәгән, был тырнаҡлыларҙың ҡанбабаһы Имсә һәм мырҙаларҙың ҡанбабаһы Мырҙабәк йәшәгән ваҡыт менән тап килә. Легендаға ярашлы, улар әйлеләрҙең ырыу башлығы Тумса менән Уралға күсенә. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә Имсә, Мырҙабәк һәм Тумса бер туғандар тип күрһәтелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кузеев Р. Г. Народы СССР (билдәһеҙ). http://journal.iea.ras.ru. 2020 йыл 23 июль архивланған.
  • Бижанова М. Р. Башкиро-казахское этнокультурное взаимодействие в XVIII — первой половине XIX вв. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.07. — Уфа, 2006. — 197 с.
  • История башкирских родов [Текст] : [монография] / С. И. Хамидуллин и др. ; ред. Е. Р. Малая, А. Р. Андреева] ; АНО "Центр изучения исторического наследия Башкортостана «Шежере». — Уфа : ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — 25 см. Т. 25, ч. 2: Айле, Тырнаклы, Тубаляс. — 2017. — 695, [1] с. : ил., портр., табл., факс., цв. ил., карты, портр.; ISBN 978-5-295-06786-0 : 2000 экз.
  • Мазитов В. Р. Башкирское шежере как историко-этнографический источник : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.07 / Мазитов Вадим Радикович; [Место защиты: Музей антропологии и этнографии им. Петра Великого (Кунсткамера) РАН]. — Уфа, 2012. — 237 с. : ил.
  • Сиражитдинов Р. А. Башкирская этнонимия: Семантическо-словообразовательный анализ: диссертация … кандидата филологических наук : 10.02.02. — Уфа, 2000. — 260 с.