Етен, орлоҡ етене (рус. Лён, лат. Línum) — етен һымаҡтар (Linaceae) ғаиләһенән бер йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 120 см-ға етә. Май-июнь айҙарында зәңгәр сәскә ата, июль-сентябрҙә орлоғо өлгөрә. Етен борон-борондан сәсеп үҫтерелә.
Яҡынса 230 төрө билдәле, иң киң таралғаны игүле етен — Евразия төре, 4 төрҙәге төркөмдө үҙ эсенә ала. Сүс һәм май үҫемлеге булараҡ үҫтерелә. Килеп сығышы — Һиндстан һәм Ҡытайҙың, Урта диңгеҙ һәм Кавказ аръяғының таулы райондары. Грузия территорияһында (Колхида), Мысырҙа — б.э.т бер нисә мең йыл элек, Европала — б.э.т 2-се мең йыллыҡта культуралы үҫемлек булараҡ игелә башлай. Рәсәйҙә 10-13 быуаттарҙа барлыҡ ерҙәрҙә таралған була. 1960 йылдарға тиклем Рәсәйҙең ҡара тупраҡлы зоналарында, шулай уҡ Кама алдында төп техник культура булараҡ һанала.
Етендең сүсе бик оҙон күҙәнәктәрҙән (һабаҡтың ҡабыҡ өлөшөндә бәйләм булып йыйылған ябай сүстәрҙән) тора, уның оҙонлоғо һабаҡтың ботаҡланмаған өлөшөнөң оҙонлоғона бәйле. Етен сүсенән төрлө маҡсат өсөн туҡымалар эшләнә. Оҙон етен 80-100 см лы һәм унан да бейегерәк, оҙон шымаа һабаҡлы, аҙ һандағы орлоҡ емешле (тармасыҡлы), нигеҙҙә, сүс алыу өсөн үҫтерелә, уртаса 25 % сүс һәм 10 %- ҡа тиклем майҙан тора (майлылығы — 37 %-ҡа тиклем). Көдрәш етен — май культураһы, 30-35 см бейеклектәге ҡыҫҡа һабаҡлы, һабаҡ төбөндә ныҡ ботаҡланған, күп һанда тартмасыҡтары бар (200 данагә тиклем); 52 %-ҡа тиклем майҙан торған орлоҡтары юғары уңыш бирә, был май аҙыҡ-түлек һәм медицина сәнәғәтендә, буяу, лак, олиф эшләгәндә, ҡыҫҡа сүстәре ҡапсыҡ, брезент, шпагат яһағанда ҡулланыла.
Дауалау өсөн орлоғо ҡулланыла.
Викидәреслектә
- Сизов И. А. Лён. М., 1955; Справочник льновода. М., 1985; Халиков Н. А. Хозяйство татар Поволжья и Урала. Казань, 1995; Пути повышения эффективности масличных культур // Слагаемые эффективного агробизнеса: обобщение опыта и рекомендации. Ч. 1. Земледелие и растениеводство. Казань, 2005.
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1