Дыуан-Ҡошсо кантоны
Дыуан-Ҡошсо кантоны (рус. Дуван-Кущинский кантон) — Башҡортостан АССР-ы кантоны.
Дыуан-Ҡошсо кантоны | |
---|---|
![]() | |
Дыуан-Ҡошсо кантоны | |
Ил | Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Мәсәғүт ауылы |
Ойошторолған | 1919 |
Майҙаны | 8 435 км² |
Халҡы | 112 371 кеш. (1920) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы.
Тарих үҙгәртергә
1919 йылда сентябрҙә Дыуан кантонының 10 һәм Ҡошсо кантонының 10 улусынан АСБР составында ойошторола.
1921 йылда кантонда 38 китапхана, 2 уҡыу йорто булған.
Кантон 1922 йылдың 5 октябрендә бөтөрөлә, территорияһы (20 улус) Мәсәғүт кантоны составына инә.
Халҡы үҙгәртергә
Халҡы 1920 йылда — 112 371 кеше.
География үҙгәртергә
Майҙаны — 8435 км². Төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта Златоуст һәм Бөрө өйәҙҙәре менән сиктәш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Нуғаева Ф. Ғ. Дыуан-Ҡошсо кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.