Әхмәҙиә мәҙрәсәһе
«Әхмәҙиә» мәҙрәсәһе — Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лаҡлы ауылында XIX—XX быуаттың тәүге ун йыллығында эшләгән урта уҡыу йорто.
Мәҙрәсә | |
Әхмәҙиә
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Республика | Башҡортостан |
Ауыл | Лаҡлы |
йүнәлеш, мәктәп | сөннәт, хәнәфи |
Мәсет | Лаклы ауылы мәсете |
Тарихы
үҙгәртергәМәҙрәсә XIX быуатта Златоуст өйәҙенең Лаҡлы ауылы мәсете ҡарамағында асыла.
ХХ быуат башында мәҙрәсә бер нисә йортта урынлаша: ике залда мәсет, бер нисә уҡыу йорто, пансионат, аш бүлмәһе һәм башҡа ярҙамсы хужалыҡ бүлмәләре була.
Документтар Лаҡлы мәҙрәсәһенең бөтә Златоуст өйәҙе башҡорттарын хеҙмәтләндереүен раҫлай. Бында Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы, 2-се Әйле, Балаҡатай, Оло Ҡошсо улустары, Тырнаҡлы улусының күпселек өлөштәре ингән. Дыуан-Мәсетле, Мырҙалар һәм Тырнаҡлы улусының өс ауылы — Арый ауылы мәҙрәсәһенә ҡарай.
1912 йылда урындағы хәкимиәт тарафынан Әхмәҙиә мәҙрәсәһе эргәһендәге хәйриә ойошмаһының уставы кире ҡағыла[1].
Совет заманында мәҙрәсә йортонда «крәҫтиән йәштәре мәктәбе» ойошторола. Бындай мәктәптәр Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантонында икәү була. Һуңынан 7 йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.
1968 йылда ауыл мәсете йорто «архитектура ҡомартҡыһы» итеп таныла.
Уҡытыу
үҙгәртергәӘхмәҙиә мәҙрәсәһенең уҡытыу программаһы Троицк, Ҡазан һәм Ырымбур ҡалаларындағы ошондай уҡ уҡыу йорттарының программаларына оҡшаш була[2].
Әгәр 1908 йылға тиклем Лаҡлы мәҙрәсәһендә белем алыу 4 йыл булһа, яңы уҡыу бинаһы сафҡа ингәс 7 йыл була. «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһендә белем алыу ике баҫҡыстан тора: беренсе баҫҡыс — мәктәптә йә урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡыу — 4 йыл, ә икенсе баҫҡыс — айырым кластарҙа уҡыу (шәкерттәр өс төркөмгә бүленгән). Икенсе баҫҡыста уҡыусы шәкерттәр мәҙрәсәнең пансионатында йәшәгән[2].
Уҡытыусылар
үҙгәртергә- Әхмәтсафа Баһауетдинов (мөҙәрис);
- Шакирйән Ғәбделвәлиев;
- Мәхмүтйән Солтангәрәев;
- Рәхимғол Ғәбделвәлиев;
- Мөхәмәтсадыҡгәрәй Сәйфитдияров.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Көньяҡ Урал һәм Урал алды мәҙрәсәләре: тарих һәм заман: Хрестоматия / төҙөүсе. Т. М. Аминов. — Уфа: БГПУ нәшриәт, 2010. — С. 226. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
- ↑ 2,0 2,1 Зинуров Г., Бадретдинов С. Ахмедсафа Багаутдин и медресе «Ахмадия» // Ватандаш. — 2008. — № 8. — С. 180—194. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Көньяҡ Урал һәм Урал алды мәҙрәсәләре: тарих һәм заман: Хрестоматия / төҙөүсе Т. М. Аминов. — Өфө: БГПУ нәшриәте, 2010. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Зинуров Г., Бәдретдинов С. Ахмедсафа Багаутдин и медресе «Ахмадия» // Ватандаш. — 2008. — № 8. — С. 180—194. — ISSN 1683-3554.
- Г. Н. Зинуров. Тропой судьбы: Документальная повесть, — Уфа: «АльфаРеклама», 2015. — 334 с. ISBN 978-5-906165-55-8
- Г. Н. Зинуров. Имамы села Лаклы