Ҡапҡаташ  — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Лаҡлы ауылынан көнсығышҡа табан 1,3 км алыҫлыҡта, Əй йылғаһы үҙəненең ҡаялы һул ярында, Ыласынташ төбəгендə урынлашҡан таш арка.

Ҡапҡаташ
Рәсем
Тау һырты Урта Урал
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Салауат районы
Карта
 Ҡапҡаташ Викимилектә

Был урында Әй йылғаһы Ҡапҡаташ ҡаяһы янында каньон барлыҡҡа килтерә. Таш арка вертикаль төшкән эзбизташ ҡатламдарынан ғибәрәт. Таш арка боронғо карст мәмерйәһе емерелеүҙән хасил булған.

Тау тоҡомдары иртә ташкүмер осоронда барлыҡҡа килгән һыуҙа иреүсән карбонат эзбизташтарынан тора. 2 метр ҡалынлыҡтағы эзбизтан ҡаяла 4 метр киңлектәге һәм 4.2 метр бейеклектәге емерелгән мәмерйә ауыҙы һаҡланып ҡалған.

Ҡыйғы районы менән сиктәш был урын Салауат районының уникаль тәбиғәт ҡомартҡаһы булып тора[1].

Тирә-яғындағы ландшафт башлыса ҡарағай һәм ҡайын ағастары үҫкән ҡатнаш урмандарҙан тора.

Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыҙыл баҙыҡай, энә япраҡлы ҡәнәфер, аҡтамыр, төньяҡ шиверикияһы; Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән Гельма минуарцияһы, һеркә-баш үләндәрен осратырға мөмкин.

БАССР Министрҙар Советының 1965 йылдың 18 июлендәге ҡарарына ярашлы объектҡа урындағы әһәмиәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә. Һирәк осрай торған карст ҡатламдарынан торған таш арка категорияһына ҡарай.[2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә