Камал
Камал — ир-ат исеме.
Камал |
Этимологияһы
үҙгәртергәКамал (Камалтдин) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, кәмселекһеҙ, камил тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәӨмми Камал (XIV быуат аҙағы — 1475 йыл) — төрки суфый шағиры. Ә. Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Тормошо тураһында тулы мәғлүмәттәр һаҡланмаған.
Айҙаров Камал Ғимаҙи улы (1891 йыл — 1944 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. «Башкниготорг» директоры (1930—1937).
Камал Ҡадир (ингл. Kamal Quadir) — Американың һәм Бангладештың сериялы эшҡыуары, менеджеры һәм рәссамы.
Ғәлиәскәр Камал тулы исеме Ғәлиәскәр Ғәлиәкбәр улы Камалетдинов (1879 йыл 6 ғинуар — 1933 йыл 16 июнь) — татар халҡының бөйөк драматургы, яҙыусыһы, егерменсе быуат башы татар әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында ҙур урын биләгән әҙиптәрҙең береһе. Хеҙмәт Геройы (1923). 1926 йылда Ғ.Камалға «Татар халыҡ драматургы-әҙибе» исеме бирелә. Ҡазандағы Татар дәүләт академия театры Ғәлиәскәр Камал исемен йөрөтә.
Камал III (2-се сәхнә псевдонимы, 1-сеһе — Сакмарский, Сәләхетдинов Камал Ситдиҡ улы, рус. Камал Сиддикович Салахутдинов, Камал Третий) (12 ғинуар 1900 йыл — 27 июль 1968 йыл) — театр актёры. 1928—1968 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артисы. РСФСР-ҙың (1957) һәм Татар АССР-ының (1943) халыҡ артисы.
Фамилияла
үҙгәртергәКамалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы (Зыя Камали 9 декабрь 1873 йыл — 1942 йыл) — ижтимағи һәм дини эшмәкәр, мәғрифәтсе. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен нигеҙләүсе һәм уның 1906—1918 йылдарҙағы ректоры. Йәдитселек етәкселәренең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы (18 июль 1928 йыл — 1 июль 2013 йыл) — нефтсе геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1972), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почётлы ағзаһы, Рәсәй Экология академияһы һәм Урал Геология академияһы академигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
Камалов Азат Әхмәҙулла улы (1 декабрь 1937 йыл — 23 апрель 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй филологы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, башҡорт топонимикаһы өлкәһендәге белгес.
Камалов Ринат Әлтәф улы Ринат Камал (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).
Камалов Миңлеғәли Хажиғали улы (9 март 1928 йыл — 8 апрель 1998 йыл) — ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. 1960—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры һәм 6—12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1961, 1966) ордены кавалеры.
Камалов Рәил Исмәғил улы (20 февраль 1932 йыл — 24 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965). РСФСР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).
Камалов Атлас Закир улы (рус. Камалов Атлас Закирович; 12 август 1950 йыл) — совет, хужалыҡ һәм партия органдары ветераны, ғалим-агроном. 1991—1995 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2005).
Камалов Таһир Таузах улы (2 июнь 1962 йыл — 4 ғинуар 2021 йыл) — музыкант, дирижер. Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрын ойоштороусы һәм 1994—2011 йылдарҙа уның художество етәксеһе һәм баш дирижеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (7 ноябрь 1935 йыл) — Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбе директоры (1971—1985). Өфөнөң 20-се урта мәктәбе директоры (1985—1987), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
Камалова Алиса Атлас ҡыҙы (30 август 1979 йыл) — ғалим-терапевт. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006), доцент. Башҡортостан Республикаһының Терапевтар ассоциацияһы ағзаһы.
Атаһы исемендә
үҙгәртергәФәттәхов Ҡасим Камал улы (21 ғинуар 1921 йыл — 5 май 1981 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы (20 март 1905 йыл) — 24 апрель 1982, Өфө) — тәржемәсе, журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954)
Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (15 июль 1931 йыл — 4 ноябрь 2000 йыл) — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе (1968—1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Шәриф Камал (Шәриф Камалетдин улы Байгилдиев) — татар әҙәбиәте классигы, яҙыусы һәм драматург.
Шүкенов Батырхан Камал улы (ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов; 18 май 1962 йыл — 28 апрель 2015 йыл) — танылған Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, музыкант, саксофонсы, композитор, шағир
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |