Камалов Ринат Әлтәф улы

Камалов Ринат Әлтәф улы; Ринат Камал (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы
(Ринат Камал битенән йүнәлтелде)

Камалов Ринат Әлтәф улы; Ринат Камал (28 июнь 1954 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Ринат Камал
Исеме:

Камалов Ринат Әлтәф улы

Псевдонимдары:

Ринат Камал

Тыуған көнө:

28 июнь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1993 —

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Бәлә» (повесть, хикәйәләр, новеллалар, 1993)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
(2010)
Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ринат Әлтәф улы Камалов 1954 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, үҙ ауылдарындағы «Комсомолец» колхозында эш башлай. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Әммә әҙәбиәткә булған һөйөүө көслөрәк булып сыға. Беренсе курсты уңышлы тамамлауына ҡарамаҫтан, 1975 йылда барлыҡ имтихандарҙы яңынан тапшырып, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.

1980 йылда университетты тамамлағас, башта Учалы районы Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, унан һуң Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә башҡорт, рус телдәрен һәм әҙәбиәтен уҡыта.

1985 йылда ғәиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Биш йыл БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының совет төҙөлөшө һәм әҙәбиәт редакцияларында эшләй.

1990—1991 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы директоры.

1991—2004 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби тәнҡит бүлеге мөхәррире, Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында бүлек мөдире.

2005 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт мөхәрририәте мөдире.

1998 йылда әҙип «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 2010 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. 2022 йылдың 16 декабренән — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы[1].

Ринат Камал әҙәбиәткә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, етерлек тормош һәм ижад тәжрибәһе туплап, ныҡлап аяҡ баҫты һәм артабанғы сирек быуат эсендә үҙен таланты яҙыусы итеп танытты. 1993 йылда повесть, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған «Бәлә» исемле тәүге китабы менән, тәнҡитсе Суфиян Сафуанов билдәләүенсә, «әҙәбиәтебеҙгә шаҡтай өлгөрөп еткән проза оҫтаһының килеүе тураһында хәбәр» иткән әҙип артабан яңынан-яңы нәҫерҙәрен, хикәйә һәм повестарын уҡыусыға тәҡдим итте. Ул ғына түгел: Ринат Камалдың XXI быуаттағы тәүге ун йыллыҡта нәшер ителгән романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. «„Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр йән“, „Әлфирә“, „Ағай-энеләр“ ише романдары менән проза донъяһы байыны, ҡотайҙы. Ринат Камалдың ғына уңыштары түгел, ә тотош нәфис һүҙ сәнғәтебеҙҙең ҡото, ырыҫы тип баһаланырға хаҡлы улар», тип яҙған Рафаэль Аҙнағоловҡа ниҙер өҫтәү урынһыҙ.

Китаптары

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998);
  • Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002);
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар