Камалов Азат Әхмәҙулла улы

Камалов Азат Әхмәҙулла улы (1 декабрь 1937 йыл23 апрель 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй филологы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, башҡорт топонимикаһы өлкәһендәге белгес.

Камалов Азат Әхмәҙулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Яманһаҙ, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 апрель 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Азат Әхмәҙулла улы Камалов 1937 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының элекке Матрай районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Яманһаҙ ауылында тыуған. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1967-1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй (1972 йылдан — өлкән хеҙмәткәр). 1990-1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1992-1996 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында эшләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Милли мәғариф мәсьәләләре институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 1997-2005 йылдарҙа М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, 1999-2004 йылдарҙа филология кафедраһы мөдире булып эшләй. 2007 йылдың 23 апрелендә Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Башҡорт топонимикаһы буйынса 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Топонимика фәне менән дүрт тиҫтә йылға яҡын шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә атамалар тарихы һәм этимологияһы хаҡында күп мәҡәләләр, китаптар яҙа. Ул ғилми-тикшеренеү эштәрендә Башҡортостан Республикаһының ойконимияһын, гидронимияһын һәм оронимияһын тикшереүгә төп урын бүлә. Башҡорт топонимдарын башҡа төрки телдәр, фин-уғыр телдәре һәм иран телдәре менән сағыштырып өйрәнә.

Ғилми хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың этногенезы, ҡәбилә-ырыу составы, хәрби-сәйәси ойошмалары, тамғалары тураһында бай мәғлүмәттәр бирелә. «Атайсал» (2001) китабы миҫалында был айырыуса асыҡ күренә.

Юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмалары авторы булараҡ та яҡшы билдәле ғалим.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге (Словарь топонимов Башкирской АССР). — Уфа: Башкнигоиздат, 1980. — 200 с. Авторҙаш.
  • Башкирская топонимия. — Уфа: Китап, 1994. — 302 с.
  • Башкирские географические термины и топонимия. — Уфа: Китап, 1997. 383 с.
  • Атайсал. — Өфө: Китап, 2001. — 544 бит. Авторҙаш.
  • Башҡорт теленең тарихи-этимологик топонимик һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2007. — 332 бит. Авторҙаш.
  • Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге (Словарь топонимов Республики Башкортостан). — Уфа: Китап, 2002. — 254 с. Авторҙаш.

Һылтанмалар

үҙгәртергә