Ғәлиәскәр Камал
Ғәлиәскәр Камал, тулы исеме Ғәлиәскәр Ғәлиәкбәр улы Камалетдинов (1879 йыл 6 ғинуар — 1933 йыл 16 июнь) — татар халҡының бөйөк драматургы, яҙыусыһы, егерменсе быуат башы татар әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында ҙур урын биләгән әҙиптәрҙең береһе. Хеҙмәт Геройы (1923). 1926 йылда Ғ.Камалға «Татар халыҡ драматургы-әҙибе» исеме бирелә. Ҡазандағы Татар дәүләт академия театры Ғәлиәскәр Камал исемен йөрөтә.
Ғәлиәскәр Камал | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1879[1] |
Тыуған урыны | Ҡазан, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 16 июнь 1933 (54 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Братское кладбище (Казань)[d] |
Бер туғандары | Камалова, Зайнап Галиакбаровна[d] |
Балалары | Änäs Kamal[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | татар теле |
Һөнәр төрө | драматург, яҙыусы, прозаик, журналист, тәржемәсе |
Уҡыу йорто |
медресе Апанаева[d] Ğosmaniä[d] медресе Халидия[d] Мөхәмәҙиә |
Әүҙемлек урыны | Старая Масра[d] |
Жанр | проза һәм театр пьесаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәлиәскәр Камал Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәлиәскәр Камал 1879 йылдың 6 ғинуарында (иҫке стиль менән 1878 йылдың 25 декабрендә) Ҡазанда тире эшкәртеүсе Ғәлиәкбәр менән Мәүғиҙәнең ғаиләһендә баш бала булып тыуа. Бала сағы әсәһенең тыуған ауылы Түбәнге Масрала (хәҙер Арса районына инә) олаталары тәрбиәһендә үтә. Алты йәшкә еткәс, шунда уҡырға төшә, Ҡазанға ҡайтҡас, уҡыуын иҫке тәртиптәге «Ҡасимия», «Ғосмания» һәм «Халидиә» мәҙрәсәләрендә дауам итә. 1893—1900 йылдарҙа шул замандың алдынғы мәҙрәсәләренән һаналған "Мөхәммәҙиә"лә уҡый, бер үк ваҡытта өс класлы рус мәктәбендә башланғыс белем ала.
Мәҙрәсәлә уҡыған йылдарында Ғ. Камал әҙәбиәт һәм театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башлай: рус театрында барған спектаклдәргә йөрөй, сәхнә өсөн яҙылған китаптарҙы мауығып уҡый һәм үҙ осороноң татар әҙәбиәте менән яҡындан таныша. Үҙендә лә ижад дәрте уяна. 1898 йылда үҙенең «Бәхетһеҙ егет» (беренсе варианты) тигән иң тәүге драмаһын яҙа. Күп тә үтмәй, «Өс бәдбәхет» тигән әҫәрен ижад итә. Был ике әҫәр һәм шул осорҙа Ғ. Камал тәржемә иткән «Ҡыҙғаныс бала» драмаһы (төрөк яҙыусыһы Намыҡ Кәмал әҫәре) 1900 йылда Ҡазанда айырым китап булып баҫылып сыға.
1900 йылда Харитонов нәшриәте хужаһы Иван Харитонов хосуси хәреф ҡойоу производствоһын аса. Каллиграф булараҡ, Ғәлиәскәр Камал татар (ғәрәп) шрифтарын камиллаштырырға булыша. Ғ. Камалдың Октябрь революцияһына тиклем ижад ителгән бөтә әҫәрҙәре тиерлек әлеге типографияла баҫыла.
«Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, Ғәлиәскәр Камал, халыҡ араһында аң-белем таратыуға ярҙам итеү маҡсаты менән, 1901 йылда «Мәғариф көтөбханаһы» тигән китап нәшерләү һәм һатыу ширҡәте ойоштора, 1905 йылғы революцияға тиклем ошо ширҡәттең эшенә етәкселек итә.
1905 йылдың 29 октябрендә Ҡазанда «Ҡазан мөхбире» тигән беренсе татар гәзите сыға. Ғәлиәскәр Камал был гәзиттә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе була. «Азат», «Азат халыҡ» гәзиттәрен, «Йәшен» сатирик журналын сығарыуҙа ла Ғәлиәскәр Камалдың өлөшө ҙур була.
1906 йылдың 5 майында Ҡазанда тәүге тапҡыр рәсми асыҡ спектакль уйнала. Төрөксәнән Ғ. Камал ирекле тәржемә яһаған «Ҡыҙғаныс бала» драмаһы һәм Ғабдрахман Карам тәржемәһендәге «Ғишыҡ бәләһе» комедияһы ҡуйыла. Шул көндәрҙән башлап Ғәлиәскәр Камал төп иғтибарын татар театрын үҫтереүгә бирә.
1923 йылда Ғәлиәскәр Камалға «Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1929 йылда ул «Хафизалам иркәм» тигән комедияһын яҙа. «Күҙһеҙ мастерҙар», «Өс тормош» кеүек пьесалары һәм күп кенә шиғри әҫәрҙәре донъя күрә.
Ғәлиәскәр Камал оҫта тәржемәсе була. Николай Гоголь, Александр Островский, Максим Горький, Мольер һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә.
Ғәлиәскәр Камал 1933 йылдың 16 июнендә вафат була. Кәүҙәһе Ҡазанда Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнә.
Ижады
үҙгәртергә- Бәхетһеҙ егет (1898, 1907)
- Беренсе театр (1908)
- Бүләк өсөн (1909)
- Уйнаш (1909)
- Беҙҙең ҡаланың серҙәре (1911)
- Банкрот (1911)
- Дәжжал (1912)
- Ҡәйнеш (1912)
- Хафизалам иркәм (1929)
Ғәлиәскәр Камал тәржемә иткән әҫәрҙәр:
Бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергә- 1939 Татар академия драма театрына Ғ. Камал исеме бирелә[2].
- 1939 Ҡазан ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Фукс (рус. Фуксовская) урамы Ғ. Камал урамы итеп үҙгәртелә[3].
- Яр Саллылағы урамға исеме бирелгән.
- Алабуғалағы урамға исеме бирелгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергәБеренсе ҡатыны Бибиғәйшә (18??-1918 йыл)
- Балалары Әхмәт, Әминә, Фәһимә, Әнәс (1908—1978), Мөхәммәт, Зөфәр. Дүрт балалары сабый саҡта вафат була.
Икенсе ҡатыны Әсмә (1887—1941)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәлиәскәр Камал электрон китапханала 2019 йыл 2 май архивланған.
- Ғәлиәскәр Камал виртуаль гимназияла 2019 йыл 2 май архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Galiaskar Kamal // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 9 июня 1939 г
- ↑ «Гасырлар авазы», 2004 ел, № 1(недоступная ссылка)