Айҙаров Камал Ғимаҙи улы
Камал Ғимаҙи улы Айҙаров (1891—1944) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. «Башкниготорг» директоры (1930—1937).
Камал Ғимаҙи улы Айҙаров | |||
| |||
---|---|---|---|
1917 — 1940 | |||
Тыуған: | 1891 Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Ҡунаҡбай ауылы | ||
Үлгән: | 1944 РСФСР | ||
Ҡатыны: | Ҡыуатова Шәкирә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы | ||
Партия: | ВКП(б) (1917 йылдан) |
Биографияһы
үҙгәртергәКамал Ғимаҙи улы Айҙаров 1891 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының) Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
1920-се йылдар уртаһынан Башҡорт АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариатында мөһим вазифалар биләй. 1930-сы йылдар башынан «Башгиз» нәшриәтендә эшләй. Күп кенә башҡорт әҙиптәренә, шул иҫәптән: Мәжит Ғафуриға, Дауыт Юлтыйға, Афзал Таһировҡа, Имай Насыриға, Төхфәт Йәнәбигә, Булат Ишемғолға әҫәрҙәрен нәшер итеү буйынса әүҙем булышлыҡ күрһәтә.
Уның башланғысы һәм туранан-тура ҡатнашлығында 1936 йылда «Башгиз» нәшриәте ике үҙ аллы ойошмаға — Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт нәшриәте («Башгосиздат») һәм Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарамағындағы «Башкниготорг»ҡа бүленә. Һуңынан Камал Айҙаров «Башкниготорг» директоры вазифаһын башҡара[2]. Уның булышлығы арҡаһында Өфөлә заман талаптарына тура килгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы баҫмахана (типография) сафҡа индерелә. Был сығарылған продукцияһының сифаты һәм һаны артыуына мөһим йоғонто яһай[3].
Камал Айҙаров 1937 йылдың 26 ноябрендә ҡулға алына, СССР Енәйәт кодексының 58-10 һәм 58-11 статьялары буйынса ғәйепләнеп, 5 йылға төрмәгә ябылыуға хөкөм ителә. 1956 йылдың 3 декабрендә аҡлана[1].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Шәкирә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы (1901—1995) — меценат, мәғрифәтсе Мөхәмәтғәлим Ҡыуатовтың ҡыҙы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. А—В.//Ред. кол.: Ишмуратов Х. Х., Аралбаев К. А., и др. — Уфа: Китап. 1997. Т. 1. 464 с. (в формате PDF: с.67—68.)
- ↑ Лилия Гадельшина. Габдулла Тукайга багышланган Интернет-портал . www.gabdullatukay.ru. Дата обращения: 10 сентябрь 2015.
- ↑ Из истории издательства... Башкирское книжное издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой. Дата обращения: 13 сентябрь 2015. 2015 йыл 19 сентябрь архивланған.