Әхмәтзәки Вәлиди Туған

күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы, профессор, фәл
(Валидов, Ахмет-Заки битенән йүнәлтелде)

Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10 (22) декабрь 1890 йыл26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).

Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов
Тыуған:

10 декабрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Көҙән ауылы, Илсек-Тимер улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы(хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы)

Вафат:

26 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (79 йәш)

Вафат урыны:

Төркиә Төркиә, Истанбул

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан автономияһы
Төркиә Төркиә

Белеме:

Вена университеты

Дине:

ислам

Партия:

Социалист-революционерҙар партияһы[d]

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, шәрҡиәтсе

Автограф

 Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы һәм ғаиләһе

үҙгәртергә

Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.

Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған[1]. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡатламынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкиҙең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкиҙең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була. Документтар буйынса Әхмәтйән Вәлидовтың башҡорт булыуы һәм уның ҡатыны Мөхөбъямал Уйылданова булыуы билдәле[2].

 
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың шәжәрәһе

Әхмәтзәкиҙең атаһы — Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы (19.07.1860, Көҙән ауылы — 20.07.1937, Өфө ҡалаһы) — имам-хатип, мөҙәрис. Милләте буйынса башҡорт. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһен тамамлай. Көҙән ауылының 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы була. 1890-се йылдар башында мәсет янында мәҙрәсә аса, унда 200-гә яҡын шәкерт белем ала[3]. Зәйнулла Рәсүлевтың мөриды була, унан 1907 йылда шәйех дәрәжәһен ала[4]. 1937 йылдың 15 июлендә ҡулға алына һәм 20 июлендә атыла[5]. Әхмәтзәкиҙең әсәһе — Өммөлхаят Мөхәммәткафи ҡыҙы Вәлидова (1873—1946) Көҙән ауылы мәҙрәсәһенең ҡыҙҙар синыфтарында мөғәллимә булған. Үтәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрен белгән[6].

«Иҫтәлектәрендә» Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең ырыуы Суҡлы-ҡай булыуын яҙа[7] һәм һәр ваҡыт башҡортлоғон һыҙыҡ өҫтөнә ала. VII Бөтә Рәсәй Советтар съезының (1919) анкетаһында ла Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең милләте башҡорт булыуын күрһәткән[8][9].

Әхмәтзәки Вәлидинең ике ҡатыны булған. Тәүге ҡатыны Әбйәлил ауылында тыуған Зәйнулла Рәсүлевтың ейәнсәре[10]Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы Яҡшымбәтова менән 1919 йылдың авгусында никахлаша[11]. Уларҙың Ырыҫмөхәммәт исемле улдары 1920 йылда Хиуала бер йәшлек сағында тапма ауырыуынан вафат була. Вәлиди эмиграцияға киткәндән һуң, Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы ауырыу сәбәпле СССР-ҙа тороп ҡала[12]. Икенсе ҡатыны Нәзмиә Туған (Унгар) менән 1940 йылда никахлаша. Уларҙың ике балалары була — ҡыҙы Иҫәнбикә (1940 йылғы, тарихсы, фәлсәфә докторы (1973), профессор (1995)) һәм улы Сүбиҙәй (1943 йылғы, тарихсы, фәлсәфә докторы (1972), профессор (1986)).

Үҫеш йылдары

үҙгәртергә

1898—1902 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди Көҙән ауылы мәҙрәсәһендә башланғыс синыфтарҙа атаһы Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидовтан һабаҡ ала, ә әсәһе Өммөлхаяттан фарсы телен өйрәнә.

1902—1908 йылдарҙа Үтәк ауылында бабаһы (әсәһенең ағаһы) Хәбибназар Мөхәммәткафи улы Һатлыҡов (1862—1921) мәҙрәсәһендә белем алыуын дауам итә.

 
Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы

1908—1909 йылдарҙа Ҡазанда «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1909—1911 йылдарҙа — шул уҡ мәҙрәсәлә төрөк тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡыта. Шул уҡ ваҡытта 1910 йылдан алып Ҡазан университетында В. А. Богородский һəм Н. Ф. Катановтың тарих һəм лингвистика буйынса лекцияларын тыңлай.

1912 йылда Ҡазандағы «Милләт» типографияһында уның «Төрк вә татар тарихы» исемле тәүге ҙур хеҙмәте баҫылып сыға. Тәүҙә автор уны «Төрк тарихы» тип атай, әммә Ғ. Ғ. Ибраһимов һәм баҫып сығарыусылар икенсе исем тәҡдим итәләр: «Татар тарихы», «Төрк-татарҙар тарихы». Ләкин Вәлиди уларҙы үҙ итмәй һәм һөҙөмтәлә компромисс вариантҡа киләләр — «Төрк һәм татар тарихы». Структураһы менән Морат Рәмзинең «Тәлфик әл-әхбәр...» тулыһынса тиерлек тап килә[13].

1913 йылда Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана һәм шул уҡ йылды профессор Н. Ф. Катанов тәҡдиме буйынса Төркөстандың Фирғәнә өлкәһенә ғилми командировкаға ебәрелә. Ә 1914 йылда академик В. В. Бартольд тәҡдиме буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан шундай уҡ маҡсат менән Бохара ханлығына командировкаға бара һәм шул уҡ йылды Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә Төркөстанға ғилми сәйәхәттәре тураһында доклад менән сығыш яһай.

1914—1915 йылдарҙа Өфөлә «Ғосмания» мәҙрәсәһендә төрөк тарихын һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1915 йылда Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһына Өфө губернаһы мосолмандарынан вәкил итеп һайланып, Петроградҡа бара һәм унда ул консультант эшен башҡара. 1916 йылда мосолман фракцияһы эргəһендə сəйəси эшмəкəрлеген башлай.

Милли хәрәкәттә

үҙгәртергә
 
Әхмәтзәки Вәлиди төҙөгән Башкортостандың картаһы (репродукция)

1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы булып китә. «Башҡорт» гәзитенең тәүге һанында Вәлидиҙең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға[14].

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм Башҡорт мәркәз шураһы рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостандың», «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.

1917 йылдың ноябрендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, Башҡорт хөкүмәте рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.

1918 йылдың ғинуарында Эске Рəсəй һəм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы депутаты булараҡ, «берҙəм төрки-татар миллəте» идеяһын тəнҡитләй һәм «Урал-Волга штаты»н ойоштороуға ҡаршы сыға. Ырымбур казак ғəскəре хөкүмəте менән хеҙмəттəшлек итеүҙə ғəйеплəнеп, Ырымбур губерна хəрби-революцион комитеты рəйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса 1918 йылдың февралендә большевиктар тарафынан Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди, ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1918 йылдың апрелендә Ырымбур казактарының һәм Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге башҡорт отрядтарының һөжүме ваҡытында Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла.

1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем Башҡорт хəрби шураһы рəйесе, Башҡорт ғәскәре командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (КОМУЧ) һəм Ваҡытлы Себер хөкүмəте менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентябрендә Өфөлә уҙғарылған Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, унда Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың ноябрендә А. В. Колчактың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.

 
«Башҡорт» гәзитенең титул бите

Башҡортостан автономияһының РСФСР составына инеүе тураһында В. И. Ленин һəм И. В. Сталин менән һөйлəшеүҙəрҙе ойоштора. 1919 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт ғəскəрҙəренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуына етəкселек итə һәм 1‑се Бөтə башҡорт хəрби съезында ойошторолған Башҡортостан хəрби-революцион комитетының Рəйес урынбаҫары һəм республикаһының Хəрби эштəре буйынса халыҡ комиссары итеп һайлана. 1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» тексын төҙөүҙə ҡатнаша һәм Мәскәүҙә В. И. Ленин һәм И. В. Сталин менән осраша.

1919 йылдың апреленән алып Башҡорт АССР-ының Хəрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Яҙын-көҙөн Һамар, Саранск һəм Стәрлетамаҡ ҡалаларында Ҡыҙыл Армияла башҡорт ғəскəри частарын ойоштороу менән шөғөллəнə. «Ирек» башҡорт социал партияһын төҙөүҙә ҡатнаша. 1919—1920 йылдарының ҡышында Башҡортостан хəрби-революцион комитеты менән РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкə комитеты араһындағы бәхәс арҡаһында автономияла килеп тыуған сəйəси көрсөк ваҡытында Мəскəүҙə була, бында Әхмәтзәки Вәлиди Татар-Башҡорт Совет Республикаһын тергеҙеү идеяһына ҡаршы сыға, В. И. Ленинға Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһы проектын тəҡдим итə.

Ғинуар конфликтынан һуң, 1920 йылдың февралендә Башҡортостан хəрби-революцион комитеты рəйесе итеп тəғəйенлəнə. 1920 йылдың 10 марты төнөндә Башревком рәйесе Әхмәтзәки Вәлиди йортона ҡораллы һөжүм яһала, әммә атышыу барышында һаҡсылар һөжүмде кире ҡаға[15]. Шул уҡ йылдың апрелендә Бөтə Рəсəй ғəҙəттəн тыш комиссияһы рəйесе Ф. Э. Дзержинский талабы буйынса Мəскəүгə РКП(б)-ның Үҙәк комитетына саҡырыла. 1920 йылдың 19 майында Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа хөкүмәт ағзалары менән берлектә отставкаға китә.

1920 йылдың июнендə тәүҙә Баҡыға, ә артабан Урта Азияға юл тота. Шул уҡ йылдың сентяберендә Вәлиди Рәсәй хөкүмәте етəкселəре В. И. Ленин, И. В. Сталин, Л. Д. Троцкий һəм А. И. Рыковҡа большевиктарҙың бөйөк державасылыҡ сəйəсəтен фашлаған хат ебəрə. Урта Азияла ул баҫмасылыҡ хәрәкәтенең идеологтарының береһенə əүерелə, 1921 йылда июлендə Төркөстан милли федерацияһы үҙәк комитетының рəйесе итеп һайлана. 1923 йылдың февралендә атаҡлы «В. И. Ленинға хаты» һәм «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты» яҙа.

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Әхмәтзәки Вәлидинең «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»

Эмиграцияла

үҙгәртергә

1923 йылдың 21 февралендә көрәштәше Абдулҡадир Инан менән бергә Ашхабад ҡалаһынан Иранға юллана. Шул уҡ йылдың марттында Мәшһәд ҡалаһында СССР консуллығында яҡташы дипломат Кәрим Хәкимов менән осраша, ҡала китапханаһында урта быуаттағы ғәрәп сәйәхәтселәре Ибн Фаҙлан һәм Әбү Дулаф, географ Ибн әл-Фаҡиһ ҡулъяҙмаларына юлыға. Апрелдә — Афғанстанға бара, уның етәксеһе Аманулла хан үтенесе буйынса мәғариф һәм ғилми тәшкиләт мәсьәләләренә бәйләнешле рапорт яҙа, Ҡабул университетын ойоштороу проектын төҙөй; сентябрҙә — Һиндостанға юл тота.

1923 йылдың ноябрендә тәүге тапҡыр Төркиәгə килә, шул уҡ йылдың декабрендә — Францияла була һәм Парижда шәрҡиәтсе француз ғалимдары (Поль Пеллио, Габриэль Фрад, Е. Блоше һәм башҡалар) менән осраша. 1924 йылдың февраленән башлап Германияла йəшəй һәм Берлинда күп кенә ғалимдар (Э. Захау, Т. Нельдеке, А. Мордман, Ф. Мюллер, Фон Ленок, И. Маркверт һәм башҡалар) менән таныша.

1925 йылдың июнендә Төркиə гражданлығын ҡабул итә һәм Анкарала Төркиə Мəғариф министрлығында авторлыҡ һәм тәржемәләр комитетында эшлəй башлай. 1925 йылдың 31 июлендә Вәлидиҙы Төркиә республикаһы Президенты Мостафа Кәмал Ататөрк ҡабул итә.

1927 йылда «Яңы Төркөстан» исемле журнал ойоштора. 1927—1932 йылдарҙа Истанбул университетында уҡыта, башта әҙәбиәт факультетында тарих буйынса дәрестәр бирә. Профессор исемен ала. Ғилми мәсьәләләрҙә Ататөрк доктринаһы менән риза булмау сәбәпле 1932 йылдың 8 июлендә Төркиәнән сығып китергә мәжбүр була.

 
Ә. Вәлиди, Ә. Инан, Ғ. Таған. Будапешт, 1925.

1932—1935 йылдарҙа Австрияла Вена университетында уҡый, докторлыҡ диссертацияһын әҙерләй. 1934 йылда Истанбулда «Ҡомға күмелгән ун ете ҡала һәм Саҙри Маҡсуди бей» исемле китабы сыға. 1935 йылдың 7 июлендә Вена университеты ғилми советында «Ибн Фаҙландың юл яҙмалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1935 йылғы Төркиәнең фамилиялар тураһындағы яңы законына ярашлы үҙенә псевдоним-фамилия итеп Туғанды ала, был уның ата-бабаларының береһе Иштуғандың ҡыҫҡартылған варианты була[16].

1935—1937 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди Германияның Бонн, 1938—1939 йылдарҙа Гёттинген университеттарында ислам тарихы буйынса профессорлыҡ итә. 1937 йылда Фин-уғыр йəмғиəте (Финляндия), 1938 йылдан алып Көнсығыш илдəрен өйрəнеү буйынса немец йəмғиəте ағзалары була. 1923 йылда Мәшһәд ҡалаһы китапханаһының ҡулъяҙмалары араһында табылған Ибн Фаҙландың «Сəйəхəтнамə»һен, немец теленә тәржемә итеп һәм уға аңлатмалар биреп, 1939 йылда Лейпциг ҡалаһында баҫтырып сығара.

1939—1944 һəм 1948—1970 йылдарҙа Истанбул университетында уҡыта. 1940 йылда «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яҡын тарихы» (төрөк телендә), «Бируниҙың донъяға ҡарашы» (инглиз телендә) донъя күрә. 1944 йылдың 15 майында Төркиә хөкүмәте уны пантөркилек эшмәкәрлегендә ғәйепләй һәм 10 йылға төрмәгә яба. Әммә хәрби-кассацион суд был хөкөмдө үҙгәртә, һәм 17 айҙан һуң Вәлиди төрмәнән азат ителә[17][18].

1946 йылда «Төрки тарихына инеш» исемле китабы баҫылып сыға. 1947 йылдың 27 июлендә Истанбул университеты профессоры вазифаһына кире ҡайтарыла. 1950 йылда «Тарихта методология» китабы, ә 1951 йылда «Мөҡәддимәт әл-әдәптең хорезмса тәржемәһе» тигән хеҙмәте нәшер ителә. 1951 йылдың июлендә Истанбулда уҙғарылған XXII халыҡ-ара шәрҡиәтселәр конгресында рәйеслек итә.

1953 йылда Әхмәтзәки Вәлиди Истанбул университетында Ислам тикшеренеүҙәре институтын ойоштороуға ирешә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уның етәксеһе була. 1954 йылда Бөйөк Британияның Манчестер университетының арҙаҡлы профессоры итеп һайлана. И. Хаммер-Пуршталь исемендәге Австрия фəнни йəмғиəте ағзаһы була. 1957 йылда Америка Ҡушма Штаттарында лекциялар уҡый. Шул уҡ йылда Төрөк шəрҡиəтселəре ассоциацияһына нигеҙ һала.

1958 йылда Иран, Һиндостан һәм Пакистанға сәйәхәт ҡыла. Һиндостан милли конгрессы етәксеһе Джавахарлал Неру, Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи менән осраша. Иран Мəғариф министрлығының 1‑се дəрəжə алтын миҙалы менән бүлəклəнә.

1968—1970 йылдарҙа «Уғыҙ дастаны» китабы өҫтөндә эшләй, ә 1969 йылда Истанбулда «Хәтирәләр» китабы баҫылып сыға.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылдың 26 июлендә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында вафат була. 28 июлдә Ҡаражаәхмәт зыяратында ерләнә. Һуңыраҡ ғаилә кәшәнәһенең таҡтаташына шундай һүҙҙәр яҙыла: «Kөҙән башҡорто Әхмәтша улы ординар профессор доктор Әхмәтзәки Вәлиди Туған рухына фатиха 1890—1970» (төр. «Kuzenli Başkurt ili Ahmetşah oglu Ord. Prof. Dr. A. Zeki Velidi Togan’m Ruhuna Fatiha 1890—1970»)[19].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың фəнни тикшеренеүҙəре иран, монгол, төрки халыҡтарының тарихына һəм мəҙəниəтенə, Көнсығышта милли-азатлыҡ хəрəкəте проблемаларына, археографияға, сығанаҡтар өйрəнеүгə, этнографияға, тарихи тикшеренеүҙəр методологияһына арналған[20]. 1923 йылда Мəшхəд ҡалаһы китапханаһының ҡулъяҙмалары араһында табылған Ибн Фаҙландың «Сəйəхəтнамə»һен нимес теленә тәржемә итеп һәм уға аңлатмалар биреп, 1939 йылда Лейпциг ҡалаһында уны баҫтырып сығара.

400‑ҙəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы, шул иҫәптән «Төркиҙəрҙең дөйөм тарихына инеш» (1946), «Тарихи тикшеренеү методологияһы» (1950) һәм башҡалар. 1969 йылда Истанбулда «Хəтирəлəр» (рус телендə 1994 йылда, 1997 йылда һəм 1998 йылда, башҡорт телендə 1996 йылда баҫылып сыға). Был хеҙмəт ХХ быуаттың 1‑се сирегендə Рəсəй империяһы һəм СССР-ҙың мосолман халыҡтарының милли-азатлыҡ хəрəкəте, Башҡортостан автономияһы төҙөү тарихтары буйынса ҡиммəтле сығанаҡ булып тора[21].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә ижади мираҫы
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Шура» журналында публицистика
 
Әхмәтзәки Вәлидигә Санкт-Петербургта ҡуйылған һәйкәл. 2021 йылда урынынан алына
 
"Көҙәнле башҡорт Зәки Вәлиди Туған". Ҡәбер ташында шундай яҙма. Төркиә. Бынан бер ваҡытта ла сәскәләр өҙөлмәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 11. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.

    «Наш предок Иштуган, в генеалогическом древе находившийся на пятом колене после «сыновей Кузеня», погиб в войне против русских на реке Камалек, находящейся очень далеко от нас (моя фамилия Тоган восходит к имени этого предка).»

  2. Калимуллина Г. Т. Генеалогия рода Валидовых // А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 364—368. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  3. Биография А.-З. Валиди.//Виртуальный музей А.-З. Валиди. Национальная библиотека Республики Башкортостан имени Ахмет-Заки Валиди 2014 йыл 16 октябрь архивланған.
  4. Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554.
  5. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. А—В.//Ред. кол.: Ишмуратов Х. Х., Аралбаев К. А., и др. — Уфа: Китап. 1997. Т.1. 464 с. (в формате PDF: с.501—502.)
  6. Ҡотошов Р. Н., Хөсәйенов Ғ. Б., Шәйәхмәтов К. Ф. Вәлидовтар. Башҡорт энциклопедияһы / Баш мөх. М. Ә. Илһамов — Өфө: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013. — 2014 йыл 26 август архивланған. ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 13. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.

    «Основной наш род Суклы-Кай, а также близкие нам роды Санаклы-Кай, Юрактау-Кай, Таулы-Кай входят составной частью в род Кай или Кайлы. Часто говорили о том, что этот род до прихода на нынешние земли жил на восточном Урале по Ирендыку. Большинство из рода Кай (Кайлы), ведущее кочевой образ жизни, населяет западный Башкортостан.»

  8. ГАРФ. Ф. Р-1235. Оп. 6. Д. 70. Л. 4, 4 об.
  9. Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — С. 54. — 364 с. — ISBN 5-295-02542-X.
  10. Зайнулла Расулев — выдающийся башкирский мыслитель-философ, теолог и педагог-просветитель мусульманского мира: Материалы международной научно-практической конференции (5—7 июня 2008 г., г.Уфа). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2008. — С. 369. — 392 с. — ISBN 978-5-7477-1936-1.
  11. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 14. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.

    «Когда мне было всего четырнадцать лет, по желанию отца состоялась моя помолвка с дочерью Якшимбета Хажимахмута, башкира из рода Тангаур, жившего по реке Яик.»

  12. Ахмет-Заки Валиди. / сост. Г. А. Хисамов, Т. Н. Сагитов, Г. Г. Галимова. — Уфа: Китап, 2010. — С. 191. — 200 с. — ISBN 978-5-295-05210-1.
  13. Насыров И. Р. Мурат Рамзи — великий сын башкирского народа. Islam.ru (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 28 сентябрь 2015.
  14. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. /Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — Т. 1. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  15. Кульшарипов, 2000, с. 259
  16. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 414. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  17. Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период. (1917-1991) / Я. В. Васильков, Сорокина М. Ю.. — Санкт-Петербург: Петербургское Востоковедение, 2003. — С. 496. — ISBN 5-85803-225-7.
  18. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 40—41. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  19. Ахмет-Заки Валиди. / сост. Г. А. Хисамов, Т. Н. Сагитов, Г. Г. Галимова. — Уфа: Китап, 2010. — С. 198. — 200 с. — ISBN 978-5-295-05210-1.
  20. 20,0 20,1 Әхмәтзәки Вәлиди Туған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  21. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. VI. — С. 305. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
  22. Төрки телендә, башҡорт телендә 1992, 2005 йылдарҙа нәшер ителә
  23. Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Бөгөнгө төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы» китабының икенсе бүлеге донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 30 декабрь
  24. Әхмәтзәки Вәлиди музейы
  25. Аглиуллина А. 2010 год объявлен ТЮРКСОЙ годом Ахмет-Заки Валиди. «Башинформ» (2 февраль 2010). Дата обращения: 2 февраль 2015.
  26. Захаров С. Городскому парку Анкары присвоено имя Ахмет-Заки Валиди. «Башинформ» (27 август 2010). Дата обращения: 2 февраль 2015.
  27. Аглиуллина А. Генеральный секретарь Международной организации тюркской культуры (ТЮРКСОЙ) Дюсен Касеинов награждён медалью «Ахмет-Заки Валиди Тоган» Академии наук Республики Башкортостан. «Башинформ» (15 февраль 2011). Дата обращения: 2 февраль 2015.
  28. БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫ - ИСТОРИЯ БАШКОРТОСТАНА төркөмөндә белдереү

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә