Бөтә Башҡорт хәрби съезы

(Бөтə башҡорт хəрби съезы битенән йүнәлтелде)

I Бөтә Башҡорт хәрби съезы — 1919 йылдың 20-21 февралдә Темәс ауылында Башҡорт ғәскәре делегаттары съезы үтә.

1919 йылдың 16 февралендә Башҡорт ғәскәре командующийы Ә. Ә. Вәлидов съезды саҡырыу тураһындағы фарманға ҡул ҡуя. Съезд рәйесе итеп И. С. Алкин һайлана.

I Бөтә Башҡорт хәрби съезы эшендә Башҡорт ғәскәренән барыһы 92 делегат ҡатнаша. Уларҙы хәрби формированиеларҙың дөйөм йыйылыштарында һайлайҙар, шулай уҡ Башҡорт хөкүмәтенең һәм Башҡорт мәркәз шураһының ағзалары ла һайлана.

Съезда Башҡорт республикаһындағы социаль-сәйәси хәл, Совет власы менән юғары дәирәләрҙәге һөйләшеүҙәр барышы тураһында, Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ойошторолоуы, башҡорт хәрби бүлексәләренең үҙгәртеп ҡороуы хаҡында докладтар яһалды. Үҙ сығышында башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәрҙәренең береһе Гәрәй Ҡарамышев түбәндәгеләрҙе әйтә:

«Башҡорттар күп мәртәбә ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ азатлығы өсөн көрәштеләр, һәм урыҫ тарихсылары башҡорттарҙың һәр ошондай сығышын «бола» («бунт») тип исемләүендә уларҙың ғәйебе юҡ. Үҙбилдәләнеш өсөн ошо аҙаҡҡы ынтылыштары иҫәп буйынса 88-се „бола“ булып тора.»

Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 74. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.

Съезд Башҡорт ғәсҡәренең төп өлөшө Ҡыҙыл Армия яғына күсеүен һәм РСФСР составында Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының ойошторолоуын хупланы.

Съезда Башҡортостан хәрби-революцион комитеты һайлана. Уның составына 12 ағза инә: М. А. Кулаев, Ә. Ә. Вәлидов, Г. Б. Ҡарамышев, И. С. Алкин, Ю. Ю. Бикбов, А. К. Әҙеһәмов, У. М. Ҡыуатов, А. Н. Йәғәфәров, Ф. Н. Төхвәтуллин, Ә. Ғ. Ишмырҙин, С. С. Мағазов һәм 6 кандидат (М. Д. Халиков, Я. Ш. Салихов, Н. Т. Таһиров, Т. Ғ. Рәсүлев, Ғ. Я. Айытбаев, Г. Мөхәммәтйәров)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 'Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 74. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 2 / Сост. Н. М. Хисматуллина, З. Ю. Бурангулова, З. Г. Гатиятуллин.. — Уфа: Китап, 2011. — 436 с. — ISBN 978-5-295-05211-8 (ч. 2), 5-295-03701-0.
  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  • Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 246—263. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 364 с.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә