Вәлидовтар — башҡорт дин әһелдәре.

Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән ауылынан[1], юрматы ҡәбиләһенең суҡлы-ҡай ырыуынан сыҡҡан[2]. XIX быуаттың беренсе яртыһынан Вәлидовтарҙың ата-бабаһы булған Вәлиттең йортонда йыш ҡына йыйындар, йыйылыштар һәм байрамдар үткәрелгән, бында урыҫ генералдары, кантон башлыҡтары, юғары дәрәжә биләүсе дин әһелдәре, шәйехтәр, муллалар йыйылған. Вәлидовтар үҙҙәре хәлле мосолман руханиҙары һәм мөғәлимдәре ҡатламына ҡарай[3].

Әхмәтшаһ һәм Өммөлхаят Вәлидовтар улдары Ғәбдрәүеф[4] менән. 1924 йыл.

Вәлидовтарҙың иң билдәле вәкилдәре:

  • Әхмәтйән Вәлидов (1828—1867) — Көҙән мәсете имам-хатибы. Мәсет янындағы мәҙрәсәгә нигеҙ һала.
  • Мөхәмәтвәли Вәлидов (Әхмәтвали Вәлидов, Вәли-мулла; 1845—1915) — мулла, мөҙәрис. Бохара ҡалаһы мәҙрәсәләренең береһен тамамлай. Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1867 йылдан Көҙән ауылы 1-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы вазифаһын үтәй. Ағаһы Әхмәтйән Вәлидовтың ә һуңынан энеһе Әхмәтшаһтың мәҙрәсәһендә мөҙәрис була. Фарсы, ғәрәп һәм урыҫ телдәрен белә.
  • Әхмәтша(һ) Әхмәтйән улы Вәлидов (19.07.1860, Көҙән а. — 20.07.1937, Өфө ҡ.) — имам-хатиб, мөҙәрис. Милләте буйынса башҡорт. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһен тамамлай. Көҙән ауылы 2-хатибы вазифаһын башҡара. 1890-сы йылдар башында ошо мәсет янында мәҙрәсәгә нигеҙ һала, бында 200-гә яҡын шәкерт белем ала. Мәҙрәсә 4 бинанан торған[5]. ХХ быуат башында мәҙрәсәлә донъяуи фәндәр, уҡытыуҙың яңы ысулдары индерелә. Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенең ағзаһы була, дин белгестәре Әл-Ғазали, Исмәғил Ғаспыралы, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов ҡараштары яҡлы була. 1937 йылдың 15 июлендә ҡулға алына, РСФСР Енәйәт кодексының 58-10 һәм 58-11 статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырыла, һәм 1937 йылдың 20 июлендә атыла. 1960 йылдың 8 ғинуарында аҡлана[6]. Уның ҡатыны Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Вәлидова (1873—1946) Әхмәтшаһ мәҙрәсәһенең ҡатын-ҡыҙҙар класстарында мөғәллимә вазифаһын үтәй. Дин әһеле Х. М. Һатлыҡовтың һеңлеһе була. Үтәк мәҙрәсәһен тамамлай. Фарсы, ғәрәп һәм төрки телдәрен белгән.
Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидовтың шәжәрәһе

Вәлидовтарҙың билдәле вариҫтары араһында артабанғылар бар:

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Калимуллина Г. Т. Генеалогия рода Валидовых // А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 364—368. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  2. Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М. Х. Надергулов, А. Г. Салихов; отв. ред. Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2009. — 186 с. — С. 148.
  3. Башкирское национальное движение 1917—1920 гг. и А. Валиди: Зарубежные исследования./ Составление и вступительная статья И. В. Кучумова. — Уфа: Гилем, 1997. — С. 159. — 250 с. — ISBN 5-7501-0092-8.
  4. В Книге памяти Республики Башкортостан о нём есть следующие сведения: Родился в 1896 году. По национальности — башкир. Образование — незаконченное среднее. Место работы — Бураевская контора «Заготскот», бухгалтер. 27 июля 1937 года был арестован, а 28 января 1938 года — расстрелян. Реабилитирован 6 марта 1959 года.
  5. Биография А.-З. Валиди.//Виртуальный музей А.-З. Валиди. Национальная библиотека Республики Башкортостан имени Ахмет-Заки Валиди 2014 йыл 16 октябрь архивланған.
  6. Книга памяти Республики Башкортостан
  7. Юлдашбаев А. М. Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ахмедзаки Валиди Тоган. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохранение культуры: в 2 кн. Книга 1. — Уфа, 1994.
  • Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М. Х. Надергулов, А. Г. Салихов; отв. ред. Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2009. — 186 с.
  • Калимуллина Г. Т. Генеалогия рода Валидовых // А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 364—368. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик китап. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, 2000. — 384 с. — ISBN 5-88185-014-9.

Һылтанмалар үҙгәртергә