Хәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)

башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыһы, күренекле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың китабы

Хәтирәләр — XX быуат башындағы башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, билдәле тарихсы-ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың китабы[1]. Китаптың тәүге варианты 1924 йылда яҙылып бөтә, тик уны нәшер итергә мөмкинлек булмай. Вәлиди "Хәтирәләр"е ике китаптан тора. Ул тәүге тапҡыр 1970 йылда Төркиәлә баҫтырыла. Беренсе китап Башҡортостанда тәүге тапҡыр 1994 йылда рус телендә нәшер ителә.

Хәтирәләр
Атамаһы Hatıralar
Автор Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Нәшер ителеү ваҡыты 1970
Әхмәтзәки Вәлиди Туған

«Хәтирәләр»ҙең рус телендәге икенсе китабы 1997 йылда «Китап» нәшриәтендә (Өфө) донъя күрә.

Китапта ғалим үҙенең тормош юлы, сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлеге, төрлө илдәрҙең билдәле кешеләре менән осрашыу- аралашыуҙары тураһында мауыҡтырғыс итеп бәйән итә.

Әхмәтзәки Вәлиди инеш һүҙҙә был «Хәтирәләр»е өсөн сығанаҡ булырлыҡ материалдарҙы 1923 йылда Төркөстандан Иранға сығып китер алдынан Афғанстандың Бохаралағы илсеһе һәм Мөхәммәдабадҡа китеп барыусы сауҙагәрҙәргә ышанып тапшырыуы тураһында яҙа. 1923 йылда Усман Тоҡомбәт Финляндияға бер төркөм ҡиммәтле документтарҙы алып сыға.

1957 йылда АҠШ-та Стамфорд ҡалаһында А. Ф. Керенский һәм профессор В. С. Свороковский ярҙамында рус гәзиттәрен уҡып, файҙалана. Бынан тыш ул Төркөстан гәзиттәре микрофильмдары менән дә таныша. Атап үтелгән материалдарҙы ул хәтирәләрен документтарға таянып, байытыу, дөрөҫләү өсөн ҡуллана.

Хәтирәләрен баҫтырыуҙа матди ярҙам күрһәткән яҡташы үҙ исемен атамауҙы үтенә. Китап тексын шағир Орхан Шаик Гукйай әҙәби төрөк теле нормаларына яраҡлы эшкәртә.

Беренсе китап

үҙгәртергә

Беренсе китапта Вәлиди үҙенең ауылы, ата-бабалары, шәжәрәһе тураһында һөйләп үтә. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша, тыуған ауылындағы, яҡын тирәләге ауылдарҙағы ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙы һүрәтләй. Бөтә башҡорттар кеүек Әхмәтзәки ҙә тәбиғәт балаһы булып үҫеүен, мал ҡарарға, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә яратыуын («Бала саҡ» бүлеге), дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбайҙы һағынып иҫкә ала.

Атаһы, олаталары үҙ заманы өсөн уҡымышлы кеше булып, мәҙрәсә тотҡанлыҡтан, ғаилә төрлө кешеләр менән аралашып йәшәй («Ғаиләбеҙҙең мәҙәни бәйләнештәре»). Көҙәндә башланғыс белем алғандан һуң, ул Үтәктә әсәһенең ағаһы Хәбибназар Һатлыҡовта уҡый. Бабаһының йоғонтоһонда ул ситкә китеп, ҙурыраҡ уҡыу йортонда уҡыу тураһында хыяллана башлай, тик быға атаһы ҡаршы төшә. 1908 йылдың йәй башында атаһынан ҡасып Ырымбурға сығып китеүе, юлдағы мажаралары тураһында ул ентекләп яҙа. Осраҡлы рәүештә Мәләүездә мәсет асыу тантанаһында ҡатнаша. Сит илгә уҡырға барырға теләгемде белдергәс, сауҙәгәр Баязитов 4-5 һум тирәһе аҡса биреүе ярап ҡалды тип иҫкә ала.

Ырымбурҙа («Хөсәйениә»), Ҡазанда («Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә) бер аҙ уҡығандан һуң ул Рәсәй Фәндәр академияһы ҡушыуы буйынса Бохара әмирлегендә боронғо яҙма ҡомартҡылар эҙләй, күсереп яҙыу менән шөғөлләнә (1913). Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә эше тураһында доклад менән сығыш яһауы, 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохара аша Сурхандаръя үҙәнендәге ҡалаларҙа боронғо ҡулъяҙмалар, ҡомартҡылар эҙләүе тураһында яҙа. Инде кире ҡайтып барғанда 1914 йылдың 16 июлендә Ҡаршы ҡалаһында баҙарҙа боронғо Ҡөрьән тәфсиренә юлыға (X—XI быуаттарға ҡарай). Йәш ғалим был юлы барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта («Фәнни эшмәкәрлегемдең башы. 1913—1916»). 1916—1917 йылдарҙа ул Урта Азияла фәнни эш менән тағы булып китә.

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Вәлиди Стәрлетамаҡҡа ҡайтыуы, хәрби хеҙмәткә бәйле мәсьәләне хәл итеүе, 1917 йылда сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлауы тураһында яҙа. Вәлидов Бөтә Рәсәй мосолмандар советы башҡарма комитетына ағза итеп һайланыуы, фекерҙәштәре менән I, II, III Бөтә башҡорт съездарын ойоштороуы, 1917 йылдың ноябрь аҙағында Башҡорт мәркәз шураһының Башҡортостан Республикаһын иғлан итеүе тураһында һөйләй[2].

 
РСФСР хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһындағы «Килешеү».1919 йыл

1918 йылдың февралендә большевиктар тарафынан Башҡортостан хөкүмәтенең һигеҙ ағзаһы ҡулға алыныуы, апрелдә Дутов казактары тарафынан азат ителеүе, шул сәбәпле нейтраллектән баш тартырға тура килеүен аңлата. Тиҙ арала төҙөлгән Башҡорт ғәскәре аҡтар яғында һуғыша, ноябрь айында Омскиҙа Колчак власҡа килгәндән һуң, Башҡорт ғәскәре тарҡатылырға тейеш тигән бойороҡҡа буйһонорға теләмәй, ҡыҙылдар яғына сығырға ҡарар ителә. Вәлиди был аҙым да сараһыҙлыҡтан булды тип аңлата, сөнки Колчак хөкүмәте бер ниндәй ҙә милли автономияны танырға теләмәне, большевиктар граждандар һуғышы барышында «тештәрен ҡыҫып булһа ла» халыҡтарҙың милли үҙбилдәләнешен танырға мәжбүр булды, ти.

1919 йылдың мартында Совет хөкүмәте (Ленин, Сталин, Владимирский) менән Башҡорт Республикаһы (А.Бикбауов, М.Халиков, М.Кулаев) араһында килешеү төҙөлә[3]. 1920 йыл башында Мәскәүҙә сағында Вәлиди Татар-башҡорт республикаһын булдырыуға ҡаршы сыға. 1920 йылдың февралендә Вәлиди республиканың хәрби-революцион комитеты рәйесе итеп һайлана («Советтар менән ун биш ай хеҙмәттәшлек итеү. 1919—1920»)[4]. Шул уҡ йылдың июнь аҙағында Башревком контрреволюцион ойошма тип иғлан ителә. Вәлиди отставкаға китә һәм Әзербайжан аша Урта Азияға йүнәлә. Баҡыҙа, Урта Азияла хәүефле эш булһа ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған көрәштәштәренең исемдәрен хөрмәтләп иҫкә ала.

Вәлиди үҙ "Хәтирәләре"нә милли хәрәкәт етәкселәре араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр, аңлашылмаусанлыҡтар булыуы тураһында ла әйтеп китә. Башҡорт милли хәрәкәтенең «беҙ бер кем яҡлы ла түгел, тик үҙебеҙ яҡлы», тигән сәйәсәтенең граждандар һуғышы ваҡытында бер нисек тә тормошҡа ашырылып булмауын үкенеп иҫкә ала. 1918 йылдың йәйендә яҡшы ҡоралланған чех ғәскәре батша ғаиләһен азат итер өсөн Екатеринбургҡа йүнәлә. З.Вәлиди башҡорт ғәскәре ул ваҡытта ҡаланан 90 км алыҫлыҡта ине, тик большевиктар аҡтарҙың ҙур ғәскәре килә икән тип, уйлап, батша ғаиләһен юҡ итә, тип яҙа.

1918 йылда Вәлиди бер нисә йыл элек үк йәрәшелгән кәләше Нәфисә Яҡшымбәтоваға (Зәйнулла Рәсүлев ейәнсәре) өйләнеүе, күркәм генә никах кисәһе үткәреүҙәре тураһында һөйләп үтә.

Хәтирәләрҙең беренсе китабында Вәлиди бөтә хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә, ҡайһы бер кешеләрҙең исемдәрен атамай, йәки исемдәрҙең баш хәрефен генә яҙа, сөнки уларҙың, йәки был кешеләрҙең Советтар Союзында йәшәгән туғандарының яҙмышы өсөн хәүефләнә.

Икенсе китап

үҙгәртергә

Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"енең икенсе китабында һаҡсылары һәм бер нисә офицер менән Баҡыҙан Каспий диңгеҙе аша Төркмәнстандағы Красноводск ҡалаһына килеүҙәре, Төркөстанда (Хиуа ханлығы, Бохара әмирлеге) унда милли азатлыҡ хәрәкәтен фанатик муллалар йоғонтоһонан арындырып, сәйәси юҫыҡҡа табан бороу, ғәскәр туплау һ.б. тураһында һөйләй («Төркөстандағы көрәш»). Илдархан Мутин, Харис Игликов, Абдулҡадир Инан, Сәйетгәрәй Мағазов, Әүхәҙи Ишмырҙин, Ибраһим Исхаҡовтарҙы үҙенең был хәүефле юлда бергә булған тоғро көрәштәштәре тип атай.

 
Бохара ҡалаһы

1920 йылдың көҙөндә ул В. И. Ленин, И. В. Сталин, Л. Д. Троцкий һәм А. И. Рыков адресына большевиктарҙың милли сәйәсәтен тәнҡитләп хат яҙа.

1921 йәйендә Төркөстан милли берҙәмлек советын һәм уның флагын булдыра. 1921 йылдың июлендә был советтың башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Күп кенә сығанаҡтар уны Төркөстанда "баҫмасы"лар хәрәкәтенең (Советтарға ҡаршы) ысын етәксеһе тип тә атай[5]. Ҡатмарлылыҡтарға ҡарамай, Вәлиди тыуған яғы менән бәйләнеш тота, аслыҡ башланғанын белгәс, Бохара әмире менән килешеп, Башҡортостанға бер нисә вагон аҙыҡ-түлек ебәреүе тураһында яҙа. 1921—1924 йылдарҙа йәшәп килгән Бохара Халыҡ Совет Республикаһында Вәлидов фекерҙәштәре Башҡортостанда тормошҡа ашырып өлгөрмәгән хыялдарын, демократик республика төҙөүҙе тормошҡа ашыра башлай.

1921 йылдың июнендә Бохарала Зәки Вәлиди менән уның ҡатыны Нәфисәнең (Яҡшымбәтова) бәләкәй улы Ырыҫ тапманан (маляриянан) үлеп китә. Вәлидигә Күсем ырыуы ханы Ырыҫмөхәмәт исеме ҡушылған улының үлемен бик ауыр кисереүен, ҡатыны уны ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға тырышыуын китап биттәрендә иҫкә алыуы еңел булмағандыр.

Вәлиди Төркөстанда хәрби министр вазифаһын үтәгән төрки ҡәүем берҙәмлеге идеялары менән янған төрөк Әнүәр паша үлеп ҡалыуы хәлде ҡатмарлаштырҙы, ти[6]. Большевиктар Урта Азияла баҫмасылар ғәскәрен бер нисә тапҡыр еңә. РСФСР биләмәһендә граждандар һуғышы тамамланып, Ҡыҙыл Армия етәкселеге Урта Азияға яңы көстәр йүнәлтә.

1923 йылдың башында бер нисә көрәштәше менән бергә Вәлиди Иранға китә. Ирандың Мешхед ҡалаһы китапханаһында Ибн Фаҙландың "Яҙмалары"н таба (унда X быуат башында ғәрәптәрҙең Болғарға башҡорттар ере аша сәйәхәте лә һүрәтләнә). Иранға сығып китерҙән алда ул «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»н яҙа һәм уны Башҡортостанға юлланыусылар аша ебәрә.

Ирандан Вәлиди иптәштәре менән Афғанстан аша (Афған ханы Аманулла уларға аҡса бирә; «Биш ай Афғанстанда» бүлеге) Һиндостанға бара, бында Европала һирәк осрарҙай китаптар һатып ала. Пароходта Төркиәгә бырып етә, ләкин Стамбул инглиздәр ҡулында булыу сәбәпле Төркиәлә төшә алмай, Европаға китәләр. Европала ун һигеҙ ай йәшәгәндән һуң Вәлиди Төркиәгә килә. Парижда ул көнсығыш буйынса белгестәр алдында «Ибн Фаҙлан яҙмалары» тураһында сығыш яһай, Франция һәм Германия ғалимдары менән таныша («Ун һигеҙ ай Европала»).

 
Истамбул (Солтанәхмәт районы) һәм Мәрмәр диңгеҙе

Европала, Берлинда саҡта, Вәлиди бер нисә элекке танышын осрата. Үҙ ата-бабаларының ерҙәрен тартып алған Борель баярҙың нәҫеленән булған Эммануил Борелде осратып, уның менән әңгәмәләшә. Егән йылғаһының көнсығыш яғындағы Ҡалғая тип аталған ерҙәргә хужа булып алған Киндяков (Кинйәкәү) ерҙәре Борелдәргә Тимашевтан мираҫ булып эләгә. Борелдәр усадьбаһы Петровский ауылында (хәҙерге Ишембай районы) урынлашҡан була. Вәлиди Вәлит олатаһының баярҙар Мельников, Борель менән ер өсөн судлашып йөрөүе тарихын һөйләп үтә. Ә Борель башҡорттарҙан тартып алынған 8 мең гектар ерҙе тик 1892 йылда ғына законлаштырҙыҡ, тип белдерә.

1925 йылдың майында улар Будапештҡа килә һәм Вәлиди Будапешт университетында башҡорттарға ҡәрҙәш Урта Азияла йәшәгән кинжек ырыуы тураһында сығыш яһай. Венгр ғалимдары уны бик ихлас ҡабул итә. Бер нисә көндән Бухарест аша Төркиәгә килеп етәләр[7]. 29 майҙа Төркология институтында З.Вәлиди Урта Азия төрки халыҡтары тарихы буйынса сығанаҡтар тураһында тәүге фәнни сығышын яһай. Төрөк гражданлығын алған Зәки Вәлиди Рәсәй сит эштәр министрлығына ҡатыны Нәфисәне Төркиәгә сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.

Икенсе китап Әхмәтзәки Вәлидиҙең Мостафа Кәмал-паша менән осрашып, танышыуы тураһында яҙма менән тамамлана.

Китапта һүрәтләнгән ваҡиғаларға күп ваҡыт үткәнлектән, автор яҙмаларын ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан Абдулҡадир Инан, Кожаоглу Усман, Ғабдулла Таймаҫҡа; моджахедтарҙан Шермөхәмәт бәк һәм ҡырғыҙҙар етәксеһе Барпы Хажиға уҡырға бирҙем һәм үҙ фекерҙәрен әйтеүҙәрен һораным, тип белдерә.

Ике китап та һирәк осрай торған, йәки Башҡортостанда бөтөнләй һаҡланмаған фотолар менән байытылған. Ләкин Вәлиди бөтә фотоларҙы ла китапҡа әҙерләп, ҡуйып булманы, тип ғәфү үтенә.

Тарихи әһәмиәте

үҙгәртергә

«Хәтирәләр» китабының 1990-сы йылдар уртаһында Башҡортостанда сығыуы ҙур ваҡиға булды, сөнки унда тарихыбыҙҙың бик күп биттәренә асыҡлыҡ индерерлек мәғлүмәттәр бар. Башҡортостандағы һәр бер ғаилә тарихына бәйле был ваҡиғаларға һәр кемдең үҙ ҡарашы бар, уларға бөгөнгө көн күҙлегенән баһа биреү ҙә ауыр. Үҙ тормошона байҡау яһағанда автор, әлбиттә, вайымһыҙ ғына һөйләүсе булып ҡала алмай.

Китапты уҡыған ҡайһы бер ғалим, журналистар һ.б. уны теге, йәки был фактты дөрөҫ яҡтыртмауҙа, субъектив ҡараш өсөн тәнҡитләй. Әлбиттә күптәр Әхмәтзәки Вәлидиҙең тарихта һирәк осрай торған ҙур шәхес (сәйәсмән, ғалим) икәнен аңлай һәм уның эшмәкәрлегенә теге, йәки был баһа бирергә тырыша[8]. «Хәтирәләр» фәнни хеҙмәт формаһында яҙылмаһа ла, унда этнография, тарих, фольклор һәм әҙәбиәт буйынса бик күп мәғлүмәттәр, яҙмалар, дастан, ҡобайыр, йыр өлгөләре менән танышырға мөмкин. Был китап аша беҙ Вәлидиҙең йәштән башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһынғанын, айырым үрнәктәрҙе яҙып алғанын, хәтерендә һаҡлағанын, бик күп бөйөк көнсығыш авторҙары, Шәмсетдин Зәки, Һибәтулла Сәлихов, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан белгәнен дә асыҡлайбыҙ.

Әхмәтзәки Вәлиди шәхесенә, уның хәтирәләренә төрлө ҡараш булыр, тик уның эшмәкәрлегенең иң төп һөҙөмтәһе — Башҡортостан Республикаһы икәнен бер кем инҡар итә алмай.

  • Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I.— Уфа: Башкирское издательство «Китаи», 1994—400 с. Перевод с турецкого А.Юлдашбаев. ISBN 5-295-01269-7
  • Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга 2.— Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1998.— 368 с. Перевод с турецкого А.Юлдашбаев. ISBN 5-295-01566-1 (кн. 2), ISBN 5-295-01269-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Неизвестные страницы жизни Ахметзаки Валиди

Сергей Эйгенсон. Ахмет-Заки Валиди, его жизнь и жизненные обстоятельства

Ахметзаки Валиди. Воспоминания. 1-я и 2-я книги

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә